Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
20 Ғинуар 2022, 20:00

АСҠЫСТАРЫН ОНОТОУСЫЛАР (фәһемле хикиәт)

"...Һуңғы ҡатҡа менеп еткәс, был егет: "Ә хәҙер мин һеҙгә иң һуңғы - иң моңһоу, иң күңелһеҙ хәбәрҙе әйтәм: беҙ үҙебеҙ йәшәгән бүлмәнең асҡысын беренсе ҡатта ҡунаҡхана хеҙмәткәре янында онотоп ҡалдырғанбыҙ", - тигән. Был һүҙҙәрҙе ишеткән дуҫтар, хәсрәткә батып һәм хәлдән тайып, иҫтән ауып йығылғандар..." Тулыраҡ:

Өс йәш кеше сит илгә эш эҙләп килгән. Йәшәргә 75 ҡатлы ҡунаҡханала туҡтағандар. Башҡалары буш булмау сәбәпле, уларға иң өҫкө ҡаттағы бер бүлмәне тәҡдим иткәндәр.
Ҡағиҙәләр менән таныштырып, ҡунаҡхана хеҙмәткәре уларға шулай тигән: "Беҙҙә лифт киске 10-дан иртәнге 10-ға тиклем эшләмәй. Шуға күрә, һеҙгә йәйәү менергә тура килмәһен өсөн, һуңламай ваҡытында ҡайтып өлгөрөргә кәрәк булыр." Егеттәр иғтибар менән тыңлағандан һуң ризалыҡ белдергәндәр.
Беренсе көндө улар ваҡытында ҡайтып өлгөргәндәр, бер ниндәй ҙә проблема тыумаған. Икенсе көндө лә ваҡытында ҡайтып етерҙәр ине лә, тик юлда тығынға осрап, биш минутҡа һуңлағандар. Был ваҡытҡа инде лифт туҡтаған булған. Егеттәр ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәренән үҙҙәре туҡтаған ҡатҡа менеп еткәнсе лифтты бер нисә генә минутҡа эшләтеүҙәрен һорап ҡарағандар. Нисек кенә ялбарып һорамаһындар, уларға ыңғай яуап булмаған.
Был хәлгә күңелдәре ҡырылһа ла, егеттәргә баҫҡыс буйлап йәйәүләп менеүҙән башҡа сара ҡалмаған. Юлдары ҡыҫҡанан булмағас, улар сиратлап төрлө хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләшеп барырға булғандар.
Беренсеһе әйткән: "Мин һеҙгә күңелле нәмәләр һөйләйәсәкмен." Иптәштәре риза булған, һәм улар көлкөлө, шаян хәбәрҙәргә әүрәп, ҡыуанып көлә-көлә, тәүге 25 ҡатты күтәрелгәндәр.
Икенсеһенең сираты еткән. "Мин һеҙгә уйланырлыҡ,, фәһем алырлыҡ етди нәмәләр тураһында хәбәрҙәр һөйләйәсәкмен", - тигән уныһы. Уны тыңлап, шулай уҡ оҙон юлды һиҙмәйенсә тағы 25 ҡатты үткәндәр.
Өсөнсө егеткә һөйләргә сират еткәс, ул әйткән: "Мин һеҙгә моңһоу, бойоҡ хәбәрҙәр һөйләрмен, сөнки башҡа төрлөһөн белмәйем." Башҡалары ризалашҡан: "Ярай, һөйлә әйҙә. Һинең ошо хәбәрҙәреңде тыңлап, беҙ арып-талып, үҙебеҙҙең ҡатҡа менеп етербеҙ һәм йоҡларға ятырбыҙ."
Һуңғы ҡатҡа менеп еткәс, был егет: "Ә хәҙер мин һеҙгә иң һуңғы - иң моңһоу, иң күңелһеҙ хәбәрҙе әйтәм: беҙ үҙебеҙ йәшәгән бүлмәнең асҡысын беренсе ҡатта ҡунаҡхана хеҙмәткәре янында онотоп ҡалдырғанбыҙ", - тигән. Был һүҙҙәрҙе ишеткән дуҫтар, хәсрәткә батып һәм хәлдән тайып, иҫтән ауып йығылғандар...

Әгәр уйлап ҡараһаң, ошо егеттәр менән булған хәл беҙҙең тормошобоҙға бик оҡшаған бит?.. Улар юғары күтәрелгән ҡаттар - беҙҙең ғүмер йылдары һымаҡ. Беренсе 25 ҡатты был егеттәр күңелле, шаян хәбәрҙәр менән үткән һымаҡ, күпселек осраҡта беҙҙең ғүмеребеҙҙең тәүге 25 йылы ғәмһеҙлектә үтеп китә. Киләһе 25 йылда кеше өйләнә, балалары тыуа. Был осор ғаиләне ҡарау, эш менән үтә, һәм тәүге йылдар һымаҡ бик ғәмһеҙҙән булмай. Бына шулай итеп, 50 йәштән һуң кеше үҙ ғүмеренең өсөнсө өлөшөнә етә. Ғүмерҙең был өлөшө беҙҙең әле һөйләгән тарихтағы кеүек: моңһоу ҙа, бойоҡ та. Кешенең ғәҙәттә 50 йәштән һуң һаулығы ҡаҡшай, бик йыш ауырый башлай, - күп ваҡыты дауаханалар юлын тапап үтә...
Шулай итеп, ғүмер аҙағына еткәс кенә, кеше иң кәрәкле, иң мөһим нәмәһен онотҡанын аңлай. Ул үҙенә иң кәрәкле ишектең асҡысын - *Ахирәттең (мәңгелек донъяһының), Йәннәтенең асҡыстарын онотҡан бит!!! Ә уның асҡыстары - тиңдәш тотмайынса, бер Аллаһ Тәғәләгә генә табыныу, Уға ғына ғибәҙәт ҡылыу: Аллаһтың ҡушҡандарын үтәү һәм тыйғандарынан тыйылыу ине бит!..* Үлем килгәс, кеше үҙ ғүмеренә байҡау яһап, йәшәгән йылдарына әйләнеп ҡарай. Ул ғүмеренең бушҡа, әрәмгә үткәненә үкенә, кире ҡайтарып алырға теләй.Тик уға Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә әйтә (мәғәнәһе): *"Юҡ, һиңә кире ҡайтыу юҡ инде. Һиңә минең аяттарым килгәйне, тик һин уларҙы ялғанға һананың, тәкәбберләндең һәм иманһыҙҙарҙан булдың." ("Әз-Зүмәр" сүрәһе, 59-сы аят).

Шуға күрә, әйҙәгеҙ, ҡәҙерле кешеләрем, беҙҙе ҡалдырып киткәндәрҙең тормошонан фәһем алайыҡ, башҡаларҙың хаталарынан үҙебеҙгә аҡыл туплайыҡ. Беҙ бит ғүмер юлыбыҙҙың ҡасан өҙөлөрөн белмәйбеҙ... Фани донъяла бер тапҡыр ғына йәшәйбеҙ бит, әйҙәгеҙ уны мәңгелек йортобоҙҙа табасаҡ нәмәбеҙ өсөн файҙаланайыҡ. Иң кәрәкле нәмәне - Йәннәт асҡыстарын онотҡан кешеләрҙән булмайыҡ!..

Мәғлүмәт интернеттан алынды.

Фото интернеттан.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: