Һаҡмар
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
19 Января 2022, 07:00

Бала имеҙгән ҡатын

Әгәр бешкән-төшкән менәнҺығылып тормаһа табын,Ғәйепләмәгеҙ, өлгөрмәҫБала имеҙгән ҡатын... Тулыраҡ:

Бала имеҙгән ҡатын

Әгәр бешкән-төшкән менән
Һығылып тормаһа табын,
Ғәйепләмәгеҙ, өлгөрмәҫ
Бала имеҙгән ҡатын.

Әгәр күрһәгеҙ өйөнөң
Әҙерәк бола сағын,
Ялҡау тимәгеҙ, өлгөрмәҫ
Бала имеҙгән ҡатын.

Рәнйетмәгеҙ, кәмһетмәгеҙ
Иң изге әсә хаҡын.
Гонаһһыҙ сабыйына тиң
Бала имеҙгән ҡатын.

Зөһрә Ҡотлогилдина.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас