+20 °С
Облачно
Уртаҡ яҙмыш
Тормошобоҙ ҡушылғаны бирле
Уртаҡ яҙмыш менән көн күрәм.
Йән өшөтөр шыҡһыҙ көҙҙәрҙә лә
Үҙ тирмәмдә һәр саҡ моң тирәм.
Юлда тотҡарланып оҙаҡлаһаң,
Йоҡом ҡаса таңдар атҡансы.
Ҡабат-ҡабат ҡайнарлатҡан ризыҡ
Һине көтә ҡояш батҡансы.
Хәсрәтеңде, бәлә-ҡазаларың,
Сирҙәреңде алам үҙемә.
Был донъяның барлыҡ мәшәҡәтен,
Хәстәрҙәрен һалам иңемә.
Һәр һүҙеңдә ҙур мәғәнә тоям,
Күҙҙәреңдә – тотош ғаләмде,
Бер-береңә шулай кәрәк булыу
Йәшәтәлер ерҙә әҙәмде.
Зөһрә Ҡотлогилдина.
Фото интернеттан алынды.