Рәүиләне күп йылдар беләм. Ире менән яратышып өйләнешәләр. Бөгөн дә бер-береһен хөрмәт итеп йәшәйҙәр. Ғүмер буйы бай тормошта йәшәнеләр. Балаларының булмауы ғына бәхеттәрен китек итте.
Бына-бына тигән өмөттәре аҡланмағас, даруахана юлдарын да күп тапайҙар. Бик күп аҡсаһын да сығарып һалалар. Һөҙөмтәһе генә булманы. Берҙән-бер юл, тип, етем абал алып үҫтерергә булдылар. Ул бала иһә бөгөн үҙе өс бала атаһы. Үҙенең сит ҡан икәнен белделәрме, юҡмы, һорағаным булманы. Әммә бик изгелекле бала булып үҫте ул. Һеҙҙе ҡалдырып бер ҡайҙа ла китмәйем, тип үҙ эшен асып, эргәләрендә булды. Класташ ҡыҙына өйләнеп, гөрләтеп донъя көтә. Бер-бер артлы өс бала алып ҡайттылар. “Беҙ көткән баланы Хоҙай Тәғәлә уларға бирҙе, өйөбөҙгә нур инде, шөкөр итмәгән көнөбөҙ юҡ, нисәне алып ҡайтабыҙ тиһәләр ҙә ҡаршылығыбыҙ юҡ, - ти Рәүилә. - Үҙем күп балалы ғаиләлә үҫкәс, күп бала табып үҫтергем килә ине. Насип булманы бит”.
Күптән түгел Рәүилә әсәйен һуңғы юлға оҙатты. Төп йорттағы ҡустылары ҡулында бик бәхетле ҡартлыҡ кисерҙе ул. Ә бер көндө Рәүилә миңә һушты китерерлек серен асты.
Беҙ ете бала үҫтек: 4 ҡыҙ һәм 3 малай. Атайым йәшләй генә ауырып, үлеп ҡалды. Ул ауырығанда уҡ тормош йөгөн әсәйебеһ тартты. Бөгөнгө кеүек муллыҡ заманы түгел ине. Етмәһә, алдағы дүрт бала ла – ҡыҙҙар инек. Бик ауыр булғандыр инде меҫкенемә. Юҡлыҡ-мохтажлыҡ үҙәгенә үткәндер инде, ул: “Раббым, балаларым минең кеүек күп бала табып тилмермәһендәр ине”, - тип теләк теләй торғайны. Теләге ҡабул булып, дүрт ҡыҙҙың өсөһө бала табыуҙан мәхрүм булды. Балалар йортонан бала алып үҫтерҙек. Быны белгәс, әсәйебеҙ ғүмер буйы үкенде. Беҙҙең алда үҙен ғәйепле һананы.
“Раббым, ейән-ейәнсәр һөйөүенән мәхрүм итмә инде уларҙы”, - тип Аллаһҡа ялбарҙы. Әсәйебеҙҙең был теләге лә ҡабул булды. Дүрт ҡыҙында ла икешәр-өсәр ейән. Ә бына ҡустыларыбыҙға әсәйебеҙҙең беренсе теләге ҡағылмаһа ла, икешәр генә бала табыу менән сикләнде.
Әсәйебеҙҙең теләктәре тураһында ҡайҙан белдек, тиһегеҙме? Ауырый башлағас, үҙе һөйләне. Барыбыҙҙан да илай-илай ғәфү үтенде. Тамсы ла үпкәләмәнек уға. Үҙенә: “Әсәй, һинең ул ғына түгел, башҡа теләктәрең дә ҡабул булды бит. Барыбыҙ ҙа мул тормошта йәшәйбеҙ. Өҫтәүенә, өс етем балаға әсәй-атай һөйөүен бирҙек. Тимәк, беҙгә шулай яҙған булғандыр”, - тинек. Шулай ҙа түҙмәнем: “Ғүмерең буйы шундай ауырлыҡ менән нисек түҙеп йәшәнең?” - тип һорамай булдыра алманым. Баҡтиһәң, ул күп йылдар элек был турала бер ҡыҙ туғаныбыҙға һөйләгән булған, ләкин бер кемгә лә өндәшмәҫкә ҡушҡан. Әсәйебеҙ вафат булғас, апайыбыҙға белгәнебеҙҙе әйттек. Ул да: “Әсәйегеҙгә рәнйей күрмәгеҙ, бер үк. Михнәтте бик күп күрҙе шул. Түҙә алмағас, йән әрнеүе менән әйткән инде уны. Әйткән дә онотҡандыр. Ҡабул була, тип уйламаған инде ул”, - тине. Ниндәй рәнйеү ти ул! Үпкәләмәйбеҙ ҙә. Әсәйебеҙҙең тыныс күңел менән китеүен белгәс, ул да һөйөндө.
...Әсәйҙәр доғаһы, әсәйҙәр теләге – иң беренсе ҡабул була торған доғалар исемлегендә шул. Хистәр ташҡанда ла, хәтер ҡалғанда ла, һүҙҙәрҙе үлсәп кенә әйтергә кәрәк икән шул...
Гөлсинә Хәбибуллина.
Фото интернеттан алынды.