Һаҡмар
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
17 Января 2022, 15:00

Тотҡаһыҙ сумаҙан

"...- Ә һин бер бөртөк бәпкәңде ҡыҙғанып үлеп бараһыңмы? Шулай инде, "өф" итеп кенә үҫтергәс… Ә ул, һин әйтмешләй, бисә алды ла сығып та тайҙы…- Әйтмә инде! Ҡайҙан тапты шул нәмәне! Күпме өгөтләп ҡараным, ҡабаланма, ошо балалы бисәнән башҡа ҡыҙ тапманыңмы, тип. Йәбеште лә ҡалды бит. Бер көнө миңә нимә ти, беләһеңме? Ул бит һиңә оҡшаған, шулай уҡ тәмле бешерә, йомшаҡ һөйләшә, ти. Бына һиңә мә! Улай тип торғас, минең аргумент та ҡалманы инде…" Тулыраҡ:

Яҙгөл Байрамғолова
Тотҡаһыҙ сумаҙан

Телевизор пультының төймәләрен баҫҡыслай-баҫҡыслай ултырҙы ла Рауза, йәне көйөп ырғытып ебәрҙе. Бер ҡарарлыҡ нәмә юҡ бөгөн дә! Шаңҡып ауыртҡан башын ыуып, тағы аптечкаһы янына килеп ултырҙы. Бушап киткән бәләкәй ҡумтасығын тегеләй әйләндереп, былай әйләндереп ҡарап, хатта аспирин да ҡалмаған, тип ҡуйҙы. Йөрәк дарыуҙары ла бөткәнен күреп, бөтөнләй кейефе төштө. Шулай инде, һуңғы көндәрҙә кәнфит урынына ашағас, ниндәй дарыу ҡалһын…

Ултыр инде бер ярҙамһыҙ! Үлеп ятһаң да береһе белмәй ҡалыр, тип иламһырап, йомшаҡ диванына килеп ауҙы.

- Ҡәһәрең, ниңә генә бынау Иринаны тыңланым да, шул кафеға барып индем! Ятыр инем хәҙер бошонмай ғына сериалдарымды ҡарап! - тип һөйләнде ҡатын. - Нишләргә хәҙер? Бөтөнләй баш ҡатты!

Аҙна элек булған хәлдәрҙе тағы иҫләп, күңеленән үткәреп, эсе бошоп китте…

Ул көндө киләһе ялдарын күҙ алдына килтереп, тиҙерәк ҡайтырға теләп, ашыҡ-бошоҡ эшләп ултырған баш бухгалтер Раузаға коллегаһы Ирина өндәште.

- Роза, Розочка, әйҙә бөгөн кафеға барып, ашап-эсеп, бейеп, һөйәктәрҙе яҙып ҡайтайыҡ?

Көтөлмәгән тәҡдимгә бер аҙ аптыраған Рауза теләр-теләмәҫ кенә:

- Ниндәй байрам һуң? - тип һораны.

- Йома көнө - бына ниндәй байрам! Иртәгә ял, әйҙә инде! Шундай йылы йәй кисендә өйҙә ятмайыҡ әле һөрһөп, - тип көлөп ебәрҙе елбәҙәк ҡатын.

- Әллә инде… Күптән сыҡҡан юҡ бер ҡайҙа ла…

Ирина был ойошмала уның берҙән бер әхирәте булмаһа ла, аралашҡан кешеһе ине. Уның көләкәс булыуы, проблемаларға еңелсә ҡарауы оҡшай ине Раузаға.

Әле лә күңеле күтәренке. Килеп, яурынынан ҡосаҡлап уҡ өгөтләргә тотондо.

- Мин бер шәп кенә кафе беләм… Ундағы музыка, шашлыктар, мм… Әйҙә, әйҙә, көтөп ултырған ирең, илап ятҡан балаң юҡ. Ҡаршылашма инде, киттек!

Шулай көлә-көлә йыйынып, һөйләшеп ваҡыт та тиҙ генә үтеп китте. Эш көнө бөтөүгә Рауза күптән риза булып, биҙәнеп-төҙәнеп, шкафта ултырған матур туфлиҙарын да һөйрәп сығарҙы.

Ирина һайлаған кафе ысынлап та бик матур, иркен ине. Дәртле музыка уйнай, танауҙы ҡытыҡлап тәмле еҫтәр килә…

Тынсыу кабинетта ултырып ялҡҡан ҡатындар эскә инеп тормай, еләҫ верандала ултырырға ҡарар итте.

Шашлыкка заказ биреп, салаттар ҡапҡылап, берәр бокал шампан шарабы ла эсеп алғас, күңелдәре апаруҡ күтәрелеп китте.

- Йә инде, йөҙ йыл бер ҡайҙа ла сыҡҡаным юҡ! - тип йылмайҙы Рауза. - Был кафе яп-яҡын булған, иғтибар ҙа итмәгәнмен.

- Шулай булмай, өйҙә телевизор ҡосаҡлап ултырғас. Пенсионермын, тигәс тә… Һин бит әле ого-го!

Йәйҙең йылы кисенән илереп ултырған Рауза рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе.

- Ниңә көләһең? Мин һинең урында булһам, әллә ҡасан берәйһен индереп алыр инем. Ирең юҡ, берҙән-бер улың да өйләнеп, айырым йәшәп ята… Әйткәндәй, хәлдәре нисек әле уларҙың?

Коллегаһы әҙерәк шарап уртланы ла, нисектер, теләмәҫ кенә яуаплап ҡуйҙы:

- Һәйбәттер тип уйлайым хәлдәре… Ғөмүмән, шул бисә… Динә менән йәшәй башлағас килеп тә әйләнмәй ул.

Раузаның кәйефе ҡырҡа үзгәргәнен күреп, Ирина көлөмһөрәй биреп төрттөрҙө:

- Ә һин бер бөртөк бәпкәңде ҡыҙғанып үлеп бараһыңмы? Шулай инде, "өф" итеп кенә үҫтергәс… Ә ул, һин әйтмешләй, бисә алды ла сығып та тайҙы…

- Әйтмә инде! Ҡайҙан тапты шул нәмәне! Күпме өгөтләп ҡараным, ҡабаланма, ошо балалы бисәнән башҡа ҡыҙ тапманыңмы, тип. Йәбеште лә ҡалды бит. Бер көнө миңә нимә ти, беләһеңме? Ул бит һиңә оҡшаған, шулай уҡ тәмле бешерә, йомшаҡ һөйләшә, ти. Бына һиңә мә! Улай тип торғас, минең аргумент та ҡалманы инде…

Ирина бер аҙ уйланып, салатында соҡоноп ултырғас, баш сайҡап ҡуйҙы.

- Алйот һин. Бимазалап йөрөмәгәндәренә, үҙ бәләләрен һалмайынса йәшәп ятҡандарына рәхмәт әйт! Һаман зарланаһың… Балалы бисә булһа ни, ҡырҡҡа етеп барған улыңа ниндәй ҡыҙ килһен? Поезы тү-тү инде күптән… Ирешеп-талашып йөрөмәйҙер бит киленең? Әллә теле яманмы?

- Беҙ нисектер… һөйләшмәйбеҙ. Ул мине яратмай, мин - уны, тигәндәй. Күңелем ятманы, тәки, шуға… Бәлки, балалары тыуһа ҡабул итеүе еңелерәк тә булыр ине. Юҡ бит… Биш йыл торалар - бер кем дә юҡ.

- Улай икән…

Шулай һәр кем үҙенең хәбәрен һөйләп, яйлап ял итеп ултырҙылар. Эштә көнө буйы бергә булһалар ҙа шәхси тормошо, улы тураһында Рауза һөйләргә яратмай ине. Һуңғы ваҡытта бөтөнләй йомолоп, өндәшмәҫ булып китте. Әле беренсе тапҡыр шулай асылып китеп, иркенләп ултырыуы.

- Аһ, беҙҙең шашлыкты оноттолармы? Асыҡтыра башланы әле ул, - тип көлдө Ирина ҡапыл.

- Ултыр, үҙем ҡарап киләйем, - тип Рауза еңел генә баҫып тороп китте.

Мангал янында берәү ҙә күренмәгәс, эскә үтеп, бар янына килде.

Һәм… нимәлер әйтергә тип ауыҙын асҡан еренән ҡапыл туҡтап ҡатып ҡалды.

Бар өҫтәленең теге осонда күңелле хихылдап килене Динә ултыра ине. Өҫтөнә матур һылашып торған күлдәк кейгән, саманан тыш биҙәнгән. Етмәһә, ниндәйҙер ир янында!

Әллә күҙемә күренә инде, тип башын һелкеп алды Рауза. Юҡ, тап үҙе! Теге иргә һыйынып, беләктәрен һыйпап-һыйпап ала!

Эргәһенә барырғамы, кире әйләнеп сығып китергәме тип, нимә эшләргә белмәй торғанда, уларҙың ҡараштары осрашты.

Динәнең күҙҙәрендә аптырау, аҙағынан ҡурҡыу сатҡылары ялтырап китте. Бер береһенә текләп торғандан һуң Рауза, эсендә ярала башлаған буранды баҫырға тырышып, тегеләргә ҡаршы атланы.

- Һаумы, Динә, - тине ул тыныс тауыш менән. - Бында осратырмын тип һис уйламағайным!

- Оо, Рауза Фәнүровна! Хәйерле кис! Ысынлап та, көтөлмәгән осрашыу, - тип көлөмһөрәне йәш ҡатын. Ул инде үҙен бөтөнләй ҡулға алғайны.

- Таныш булығыҙ - Артурчик. Ҡәҙерлем, был минең… күптәнге танышым - Рауза Фәнүровна.

Бындай уҡ дорфалыҡты көтмәгән ҡәйнә юғалып ҡалды. "Ханым, бик шат", - тип ҡулын үбергә маташҡан әҙәмдән беләген йолҡа тартып алды ла:

- Ә… кхм… ирегеҙ ҡайҙа? - тип мыҫҡыллы тон менән һорап ҡуйҙы.

- Ниндәй ир? - килен кеше хахылдап көлөргә тотондо. Уға ҡушылып, "Артурчик" та ауыҙ йырған булды. - Ә, Альбертмы? Бөрйән яҡтарына балыҡҡа сығып китте беҙҙең Берти. Ул - балыҡҡа, мин - һунарға, - тип тағы ла ҡытҡылдап көлөп алып китте.

Рауза асыуынан дарһылдаған йөрәген тынысландыра алмай, нимә әйтергә белмәй торҙо-торҙо ла, ҡырҡа әйләнеп сығыу яғына атланы.

Ҡайтҡас, ҡуҙға баҫҡан бесәй кеүек фатирында өйрөлдө. Бына кемде алғандар улар килен итеп! Берҙән-бер улын әсәһенән бөтөнләй төңөлтөп кенә ҡалмай, өҫтөнән дә йөрөй икән! Етмәһә, бер ни булмағандай ҡалай тәккәбер ҡылана!

Ә Альберт һуң, аҡыллы малай бит, компьютер генийы, математик! Кемдең кем икәнен һаман аңламағанмы ни? Асыуҙан ҡалтыраған ҡулдары менән әсә улына шылтыратырға тотондо. Алмай… Кит инде, шул хәтле нимәгә әүрәп, трубканы алмаҫҡа мөмкин?!

Шылтыратып арып, йөрәк дарыуҙары эсеп, таңға ҡарай ғына йоҡлап китте Рауза.

Икенсе көндө иртәгәһен торғас, бәлки төш кенә булғандыр барыһы ла, бәлки тормошо элекке кеүек һәүәтемсә генә, үҙ яйына баралыр, тип өмөтләнеп уйлап ҡуйҙы. Юҡ шул, хәҙер инде бер нәмә лә элеккесә булмаҫ…

Телефонын ҡулына алып, улы яуап итеп бер тапҡыр ҙа шылтыратмағанын күреп, тағы үпкәләп ҡуйҙы. Ә бына Ирина әллә йөҙ тапҡыр үҙен иҫләткән.

"Уф, һинең ҡайғың юҡ әле! ", - тип йәне көйөп, телефонын атып бәрҙе.

Кискә ҡарай, шулай күңелһеҙ уйҙарына бирелеп ултырғанда, кемдер ишек ҡыңғырауына баҫты. Тертләп китеп, улылыр әле, тип йүгереп барып асыуға тупһала Динә тора ине.

- Нимә тип, оялмай килеп тораһың? - тип асыулы ҡысҡырып ебәрҙе ул.

- Ояла-ояла килдем инде… Үткәрегеҙ Рауза Фәнүровна, беҙгә барыбер һөйләшеп алырға кәрәк, - килене, ҡулы менән ишекте этеп асып килеп инде.

Асыуы ҡабарған ҡәйнә аш-һыу бүлмәһенә үткән Динә артынан эйәрҙе.

- Альбертҡа бер нәмә лә һөйләмә тип, үтенергә килдеңме? Юҡ инде, һорама ла! Барыбер әйтәм нисек мөгөҙ ҡуйып йөрөгәнеңде! Фаш итәм мин һине, битһеҙ!

Динә, әйтерһең дә бер ни ишетмәй, өҫтәлгә ҡыҙыл шарап ултыртты ла, шкаф тартмалырын шарт-шорт асып бокалдар сығара башланы. Эҙләнә торғас, штопрын да табып алып, "шоп" итеп шешәне асып та ебәрҙе. Ғәҙәттән тыш тыныс ине ул.

- Ултырығыҙ, Фәнүровна, кешесә һөйләшеп алайык.

- Мин һиңә әхирәтеңме ни, ҡушлап эсеп ултырырға?

- Һеҙҙән нығыраҡ миңә кәрәк әле ул, - тип килен кеше үҙенә тултырып һалып, аптырап ҡарап торған хужабикәгә иғтибар ҙа итмәй, түңкәргәнсе эсеп ҡуйҙы.

- Юҡ, һин һәйбәт урынлашҡанһың ул, ә?! Өфө егетенә сығып, әҙер фатирға килеп керҙең, бер нужа күрмәй генә йәшәп ятаһың, етмәһә, ситтә типтерәһең икән!

Рауза сығырынан сығып, килененең тетмәкәйен тетеп алып китте.

Динә, нисектер мыҫҡыллы йылмайып:

- Өфө егете, тигән булалар ҙа… Нимә, уларға алтын ялатылғанмы әллә? Элекке ваҡыт үтте бит инде, ҡала егете тип, фатирында пропискаға тороу тип, баҫтырып йөрөү.

- Шулаймы ни? Яратып сыҡтым, тимәксеһеңме? Иҫәп менән сыктың бит инде һин!

- Дөрөҫ әйтәһегеҙ, ҡәйнәм, иҫәп менән сыҡтым. Тик минең иҫәп бик ябай ине… Улыма атай, миңә ир булһын, тип килдем мин уға. Тағы бер-икәү табып, бәпәй һөйөргә ине хыялым…

- Шунан? Нимә ҡамасаулай һуң? Әллә кемдәр менән йөрөмәй, кешесә йәшәп булмаймы ни?

Динә ҡапыл тынып ҡалды. Эргәһендә ултырған, уны күрә алмаған ҡәйнәһенә нисегерәк аңлатырға хәлде тип уйланды.

- Һыуынды ул миңә… Юҡ, баштан уҡ та бик дәртле булманы инде, бигүк иғтибар итмәнем. Ә хәҙер бөтөнләй… дуҫтар кеүек кенә йәшәйбеҙ. Беҙҙең арала нисә йыл инде яҡынлыҡ юҡ. Нимә әйтергә теләгәнемде ҡатын-ҡыҙ булараҡ аңлайһығыҙҙыр бит…

Рауза ырғып тороп китте. Бәләкәй генә кухняһында тегеләй-былай йөрөргә кереште.

- Юҡ, оялмай, шуны һөйләп ултыраһыңмы? Хәҙер һине йәлләргәме инде? Иреңде ҡарата алмағанға кем ғәйепле? Башҡаларын бик оҫта эләктереп алғанһың да баһа! Ҡатын кеше иренә ярарға теләһә, ысулын таба инде ул! Журналдар, интернет нимәгә? Ҡарарға, өйрәнергә кәрәк ине ваҡытында!

- Эй, әйттегеҙ инде… Бер нәмә лә ҡыҙыҡһындырмай уны. Эштән ҡайтып, ашап ала ла, тағы компьютеры артына ултыра… Аҙаҡ арыным тип ауа ла, йоҡлап та китә. Нимә генә ҡыланып ҡараманым. Әйткәс әйтәйем инде… Бер ваҡыт, интим магазинына инеп, иҫ киткес эс күлдәге һатып алдым. Сағыу ҡыҙыл төҫтә, үтә күренмәле. Иргә сюрприз эшләйем, йәнәһе… Эштән ҡайтыуына кейеп, ҡаршы алдым. Ҡайтты был. Инеү менән: "Йә Хоҙай, нимә ул? " - тип, күҙе аҡайып ултыра төштө. Мин эй өйрөлөп-сөйрөлгән булам алдында. Өндәшмәй генә ҡарап ултыра, ҡыҙарынып китте…

- Оҡшамаймы ни? - тип аптырап, сисеп ташларға бүлмәгә юлландым.

- Оҡшай! Оҡшай, сисмә! Шулай йөрө! - тип ҡысҡырып туҡтатты мине.

Ниһайәт, боҙ ҡуҙғалды, мин әйтәм, тоҡанды был… Ашарҙай булып ҡарағанын күреп, татлы хыялдарға бирелеп, мөхәббәт төнөн түҙемһеҙләнеп көттөм. Ә аҙаҡ нимә булды, беләһегеҙме?

- Белергә лә теләмәйем! Әллә нәмәләр һөйләп ултыраһың! - тип төкөрөктәрен сәсте һарыуы ҡайнаған Рауза.

- Әллә нәмә түгел, тормош ул! Тыңла, Фәнүровна, тыңла… Ә бер ни ҙә булманы, белгегеҙ килһә. Төн еткәс, мине һыға ҡосакланы ла: "Ниндәй бәхет, ошондай матур ҡатынды ҡосаҡлап ятыуҙары," - тип мырылдап йоҡлап та китте! Ә мин ғәрлегемдән, үпкәләүемдән йәштәремде йотоп, ятып ҡалдым…

Ике ҡатын, һәр береһе үҙ уйҙарына батып, шымып ҡалды. Ниһайәт, Рауза телгә килде:

- Нишләйһең инде, бик драматик хәл, - тине ул. Тауышында йәлләүҙең әҫәре лә юҡ ине. - Нисек кенә булмаһын, был һиңә хыянат итеп йөрөргә хаҡ бирмәй! Айырылышырға ине, бик оҡшамағас…

Динә, тағы берҙе һалып эсеп ебәрҙе лә, бер нөктәгә ҡарап ултыра биргәс, әйтеп ҡуйҙы:

- Китеп ҡараным бит инде, иҫләһәгеҙ. Бер аҙнанан килеп етте, һинһеҙ йәшәй алмайым, тип. Ауылдағы бөтә кешене аптыратып, илап… Әсәйем дә: "Ни һынлы ерҙән килеп еткән! Һеҙ тип өҙөлөп тора. Эшләй, торор ере бар - һиңә нимә етмәй ул? " - тип битәрләгәс, кире ултырып киттем. Эх, әсәй, әсәй… Һөйөп-һөйөлөп йәшәү етмәгәнен аңлата алманым шул… Йәлләмәҫкә, ҡайтарып ебәрергә булған да бит. Бәлки, бынан һуң үҙгәрер, иғтибар бүлә башлар, тип өмөтләнгәйнем дә… Юҡ, бер нәмә лә үҙгәрмәне. Әллә түлһеҙ икәнен белгәс, бөтөнләй төңөлдөме…

Рауза ҡапыл сайҡалып китеп, ултыра төштө. Биттәре әллә нисек булып ағарып-буҙарып китеп, таптар менән ҡапланды.

- Нисек… түлһеҙ?

Ҡәйнәһенең үҙгәрештәрен күреп, Динә үҙе лә ҡурҡып китте.

- Аһ, Рауза Фәнүровна, нимә… Туҡта, хәҙер, хәҙер…

Тора һалып, графиндан һыу ҡойоп, тиҙ генә ҡәйнәһенең ҡалтыранған ҡулдарына тотторҙо. Уныһы стаканын өҫтәлгә ҡуйып, бокалда баянан бирле көтөп ултырған шарапты ғолтолдатып эсергә тотондо.

- Бәлки берәй дарыу кәрәктер? Һеҙ нисек? - Динә ҡурҡып, ҡапыл бер нисә йылға ҡартайып киткән хужабикәгә баҡты.

Шаңҡыған Рауза, өндәшмәй оҙаҡ ҡына ултырғандан һуң, әрнеү тулы тауыш менән:

- Тимәк, минең ейәндәрем булмай? - тип һорап ҡуйҙы.

- Беләһегеҙҙер, тип уйлағайным… Әйтмәгән икән… Ике йыл торғандан һуң һөйрәп алып барҙым мин уны табибҡа. Диагнозын ишеткәс, әлбиттә, бик ҡайғырҙы Альберт. Һөйләнеп, илаулап, эсеп йөрөнө… Айнығып, үҙен ҡулға алғас: "Ярай, Хоҙай шулай ҡушҡандыр. Тик һеҙ генә ташламағыҙ мине!"- тип ялбарҙы. Мин дә, хисләнеп, йәлләп китеп: "Беҙ бит ғаилә, ташламайбыҙ!"- тип вәғәҙә биргән булдым...

- Балаҡайғынам… - тип бышылданы йөрәге өҙөлөп төшөп барған әсә.

- Бына шулай… Уға атай булырға, ә миңә ҡабаттан бәпес еҫен тойорға яҙмаған ахыры… Беләгеҙме, яңыраҡ шулай, коллегамды малайы тыуыуы менән ҡотларға барырға йыйындыҡ. Супермаркетҡа инеп оҙаҡ ҡына кейем, уйынсыҡтар һайлап йөрөнөк. Әйтерһең дә, үҙебеҙҙең сабыйға алабыҙ! Күңелгә шул тиклем моңһоу булып китте. "Эх, беҙгә генә аист килмәҫ инде," - тип ысҡындырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ә Альберт ҡулында кескәй бер тәтәйҙе әйләндереп ҡарап торҙо ла: " Ул аист ҡайҙан килһә лә мин риза инде", - тип әйтеп ҡуйҙы…

Раузаның күҙҙәренән бөрсөк-бөрсөк йәштәре тәгәрәне. Һағыш һаҙлығы зиһенен яйлап томалап, упҡындың иң аҫтына һөйрәне.

- Сығып ҡына китһәңсе, - тине ул ишетелер-ишетелмәҫ.

Динә барыһын да аңлап, яйлап тороп баҫып, ишек яғына ыңғайланы.

Сығыр алдынан әйләнеп:

- Рауза Фәнүровна, һеҙ… ниндәй генә ҡарарға килһәгеҙ ҙә - мин аңлармын. Аҡланырға ла, Альбертты яманларға ла килмәнем. Ул насар кеше түгел, мине лә, улымды ла рәнйетмәй. Өйрәнеп тә киткәнмен инде...Тотҡаһыҙ ғына булһа ла, үҙ сумаҙаным… - тине лә ишекте ипләп ябып сығып китте.

Килене менән ошо һөйләшеүҙән һуң башланды ла инде әсә өсөн тамуҡ уттары. Бөтә ишеткәндәрен башына һыйҙыра алмай, улын, үҙен йәлләп илап, уйланды ла уйланды. Хатта эшенә лә сығырға теләмәй, ауырыйым, тип өҫтәмә ял көндәре алды.

Ни эшләргә һуң? Улына барыһын да һөйләп, күҙен асырғамы? Ә ул теләйме һуң ундай дөрөҫлөктө? Ғәҙәттәгесә, ҡыҫылма беҙҙең тормошҡа, тип кенә ебәрерме? Йәшәй алмай бит ул шул Динәһеҙ! Теге ваҡыт, балаһын алып, ауылына ҡайтып киткәнендә, Альберт "яраларын ялап" әсәһенең фатирында ятты. Бер туҡтауһыҙ "минең Динәм шулай, минең Динәм былай", тип ауыҙ һыуы ҡороно. Бер аҙна инде илаулап йөрөгәнен күреп, үҙе түҙмәй:

- Шул хәтле кәрәк булғас, бар ҙа алып ҡайт! - тине түгелме?

Хәҙер ҙә шул хәл ҡабатланасаҡ бит! Ә икенсе яҡтан, уға мөгөҙ ҡуйып йөрөгәндәрен белә тороп, нисек тыныс йәшәргә?!

...Ә ошо ваҡытта яр башында балыҡ ҡармаҡлап ултырған Альберт, танауын сирып, күккә ҡарап ҡәнәғәт йылмайҙы. Эйе, тәбиғәт ҡосағында бәхетле икәнеңде айырыуса аныҡ тояһың! Өҙөлөп торған әсәһе, яратҡан ҡатыны, үгәй булһа ла улы - барыһы ла бар уның!

Ике ҡатын ҡаланың ике осонда уйҙарынан уйылып китә яҙып өҙгөләнгәндә, уларҙың уртаһында торған ирҙең генә - күңеле тыныс, донъяһы түңәрәк ине.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас