Һаҡмар
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
5 Января 2022, 08:52

Аты юҡтың... (хикәйә)

  — Ҡулъяулыҡ сиктеңме? Һөйөндөр мине лә, атымды ла! Шул саҡ һин йә кеҫәңдән сығарып яулыҡ һуҙаһың, йә тиҙерәк өйөңә ҡасып инәһең инде. Һуңғыһы йышыраҡ була ине. Бөтәһенә лә ҡайҙан сигеп бөтөрәһең дә, ҡайҙан бүләк еткерәһең?

Сирень Яҡупова

Мин ир-атһыҙ йортта үҫтем. Эйе, ирһеҙ ҙә, атһыҙ ҙа. Әсәйемдең ире, атайым, бик иртә донъя ҡуйған, ә атыбыҙ... Ирһеҙ йортта ҡайҙан булһын ти ул?! Ҡатын-ҡыҙ ат аҫыраймыни?! Ғөмүмән, уларҙы йәнәшә ҡуйыу ҙа сәйер. Ҡайһы бер ауылдаштарым шунда уҡ ҡаршы төшәләр. «Ә бригадир Вәсимә апа?!» Ысынлап та, ул «Васька апа»ны мин гел тарантаста йәки арбала ултырған килеш кенә хәтерләйем. Шуныһы бар: ғүметенең күп өлөшөн яҡшы айғырҙарҙа ғына елдергән әлеге апайыбыҙ ҡустыһы ғаиләһендә йәшәне. Тимәк, барыбер ирле йортта булып сыға. Атын
егеүсе, туғарыусы, һуғарыусы, дағалаусы, тышаусы ир булған йортта...

Ә мин ир-атһыҙ йортта үҫтем, тинем... Атайлыларға ситтән генә ҡыҙығып, атлыларҙан ситтән генә көнләшеп. Төшөмдә йыш ҡына үҙемде ат өҫтөндә йөрөгәнемде күрә инем. Юҡ, ҡайҙа йөрөү ти, саба инем, оса инем мин ат ялына йәбешеп! Ул хыялый ат ап-аҡ була торған ине, ялдары оҙон, йомшаҡ... Әллә һуң ул болот ҡына инеме икән? Кем белһен... Өнөмдә иһә атты ағайымдан ҡалған иҫке «сәпид» алыштырҙы. Оялсан ғына, сабыр ғына ҡыҙ баланы шул «велик» танымаҫлыҡ итеп үҙгәртә лә ҡуя ине, биллаһи. Ул саҡта икһеҙ-сикһеҙ булып тойолған һикәлтәле болон юлы, иркенлек булып тойолған һикәлтәле болон юлы, иркенлек, ҡаршы иҫкән йәйге ел — шунан да рәхәт миҙгелдең булыуы мөмкин түгелдер кеүек ине миңә!

Үҙем хәтерләгән беренсе китабым да ат тураһында булды. Юҡ, «Алмасыуар» түгел, һуңыраҡ уны ла уҡыным. Ә бына иң тәүгеһе «Ҡанатлы ат» ине.

Һуҡыр лампа яҡтыһында һандыҡ өҫтөндә аяғын бөкләп ултырып, әле етеһе лә тулмаған ҡыҙсыҡтың әсәһенә шиғри әкиәт уҡығанын күҙ алдына килтерәһегеҙме? Уҡыу ғынамы, тылсым эсендә йәшәү ине ул! Шулай булмаһа, ҡаһарман егет, батша әмерен үтәп, ҡайнап торған һөтлө ҡаҙанға сумырға тейешле урынға еткәс, күҙ йәштәренә быуылып:
— Ҡалғанын уҡымайым! Уҡымайым! Ул хәҙер бешеп үләсәк бит! — тип илап ебәрмәҫ инем бит инде.
Әсәйем иларға ла, көлөргә лә белмәй:
— Тыныслан, ҡыҙым... Үлмәй ул егет, ҡанатлы аты ҡоттҡара, — тип бик озаҡ өгөтләгәс кенә, йәнә китапты асып уҡыуымды дауам итә алдым. Ҡоткарҙы бит тәки хужаһын ҡанатлы ат!

Әкиәттә генә түгел, ысын тормышта ла ат кеүек тоғро, сыҙам йән эйәһе бармы икән һуң ул?!
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: аттарҙан бер аҙ шөрләй ҙә инем. Бәләкәй саҡтан атты һәр саҡ ситтән генә күҙәтеүҙе хуп күрҙем. Тыҡрыҡтамы, йә берәй ерҙә ат осраһа, ҡоймаға һыйынып, тын да алмай аттың үтеп киткәнен көтә инем. Үҫә төшкәс тә әле, атлылар арҡаһында, йылдың бер көнө минең өсөн урамға бөтөнләй сыҡмай торған көнгә әйләнә ине. Ул да булһа — Һабантуйға бүләк-һөлгөләр йыйған көн. Беҙҙең ауылда был боронғо матур йола яҙғы сәсеүгә сыҡҡансы, ер кипкәнсе башҡарыла ине. Көнө билдәләнгәс, ямғыр яуһынмы, аяҡ аҫты батҡаҡ булһынмы ― барыбер, ауылда күпме шәп ат бар, һәммәһен егет-малайҙар эйәрләй. Ауылыбыҙ ҙур, илле-алтмыш һыбайлы йыйыла. Аттары бейеп тора, ҡойроҡтары төйнәлгән, егеттәрҙең ҡулдарында сыбыртҡы, урам тулып гөрләп киләләр. Иҫ киткес тамаша! Тиҙҙән, әле түбәндәге урамда, әле өҫтәгеһендә, теге оста, был оста йыр аралаш: «Рәхмәт! Рәхмәт!» —тигән шатлыҡлы ауаздар яңғырай башлай. Көн уртаһына инде һөлгө-яулыҡтар бәйләгән ҡолғаны күтәрерлек түгел. Шул арала һыбайлылар төркемендәге егеттәрҙең берәм-берәм бер аҙға юғалып тороуы ла һиҙелә. Улар, бер-береһенә һиҙҙермәҫкә тырышып, дуҫ булып, күҙ атып йөрөгән ҡыҙҙарҙың ҡапҡа төптәренә әйләнеп килә.

Билдәле инде, төркөмгә ҡабат ҡушылғанда, ат йүгәненә әллә күпме сиккән ҡулъяулыҡ елберләй. Ҡулъяулыҡ һаны буйынса егеттең ҡыҙҙар алдында тотҡан абруйы билдәләнгәнгә, ул көндө яңғыҙ атлыны осратмай күршегә лә инеү ауырлаша ине. Ҡапҡаны асыуың була, ер аҫтынан үҫеп сыҡҡандай, һыбайлы егет пәйҙә була. Ат өҫтөндә хан малайы ҡиәфәтендә ултырыусы, ауыҙы ҡолағына еткүн егеттең һүҙе бер генә:

— Ҡулъяулыҡ сиктеңме? Һөйөндөр мине лә, атымды ла!

Шул саҡ һин йә кеҫәңдән сығарып яулыҡ һуҙаһың, йә тиҙерәк өйөңә ҡасып инәһең инде. Һуңғыһы йышыраҡ була ине. Бөтәһенә лә ҡайҙан сигеп бөтөрәһең дә, ҡайҙан бүләк еткерәһең? Һыбайлының ғана түгел, аттың да һөмрөһө ҡойолғандай тойолһа ла, сер биреп торош юҡ, ике урамды бер итеп, ары китеп баралар.
Һинән булманы, башҡаларҙа табылыр, йәнәһе...

***

— Айҙар ҡустым, быйыл Һабантуйға һөлгө йыйҙылармы һуң?
— Эйе! Мин дә ҡатнаштым.
— Һин?! Ат мендеңме әллә?
— Ат нишләнем?
— Атҡа атланып йөрөнөңмө, тим?
— Ниндәй атҡа? Аттар юҡ бит инде ауылда.
— Нисек инде юҡ? Үҙең һөлгө йыйҙыҡ, тиһең...
— Йәйәүләп урамды урап сыҡтыҡ. Ҙур егеттәр ҡолға тотто, беҙ — силәктәр.
— Күңелле булдымы?
— Арытты...
— Гармунығыҙ бар инеме?
— Баянмы? Юҡ...
— Йырһыҙ, көйһөҙ ни йәм?
— Музыка булды бит. Рауил ағай машинаһы менән оҙатып йөрөнө. Беҙҙең арттан ҡапҡа тәңгәленә килеп туҡтай ҙа, ишеген асып, бар көсөнә магнитолаһын ҡабыҙа. Колонкалары шәп! Ҡолаҡ тонорлыҡ.
— Һуң музыка үҙебеҙҙекеме һуң?
— Үҙебеҙҙеке инде, кәнишнә. Элвин Грей, Ябай малай, Тимур...
— Вәт булдырғанһығыҙ! Ишкәнһегеҙ ишәк сумарын...
— Ишәген беләм, сумары нимә була?
— Сумарын мин дә оноттом буғай, ҡустым. Ә бына ишәктәре Өфө урамында кисә генә йөрөй ине.
— Өфө урамында? Ишәктәр?
— Үҙемдең дә күҙгә күренә тип торам. Эреле-ваҡлы алты-ете ишәк парктағы ҙур сәскә түтәлендә рәхәтләнәләр...
— Ысынмы?
— Ысын шул, ысын. Машина тауышына ла иҫтәре китмәй. Ташкент инде беҙҙә хәҙер. Ҡырҡ градус эҫе, ишәктәр... Әле былтыр ҡала Һабантуйында ишәктәр сабышы ла ойошторғандар ине. Әҙәм мәсхәрәһе!
— Ҡыҙыҡ бит, апай!
— Ҡыҙыҡ түгел был, ҡустым, ҡыҙғаныс, аяныс...
— Атыу, унда ла аттар бөткәндер...
— Ирҙәр бөткәс, аттар ҙа бөтә инде ул... Ир-ат — парлы һүҙ...

***

Кемгә нисектер, миңә Һабантуйҙың иң тантаналы, күңелле ниндәйҙер аңлатып булмаҫлыҡ ғорур хис менән мөлдөрәмә тултырған мәле — ул ат сабыштары ине...
Бына байрамды алып барыусы бәйгегә әҙерләнгән һыбайлыларҙы майҙанға саҡыра: ат хужаһының, эйәрҙә ултырыусы егеттәрҙең исемдәрен атай. Әлбиттә, аттарҙың да исемдәре яңғырай. Һөлөктәй ун бишләп саптар ат киткәнсе күреп ҡалығыҙ беҙҙе, донъя хәлен белеп булмай, доға уҡып тороғоҙ, тигәндәй, баштарын сайҡай-сайҡай майҙандан әйләнә. Ҡайһы берҙәре кинәт арт аяҡтарына баҫып, халыҡты бер мәлгә гөж килергә мәжбүр итһәләр ҙә, тиҙ тынысланалар. Аңлайҙар малҡайҙар: көс-дәртте әрәм-шәрәм итәһе түгел. Алда — йыл буйы әҙерләнеп көтөп алған һынау...
— Аттар килә! Аттар!
— Майҙанды бушатығыҙ!
— Бала-сағаны юлдан алығыҙ!

Йыр-бейеүҙәр, ярыштар ҡарап, донъяһын онота яҙған халыҡҡа был иғлан аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай тәьҫир итә. Мин дә һиҫкәнеп ҡуя торған инем. Йөрәк нисектер бер аҙ борсоулы ла, рәхәт тә итеп тибә башлай. Башта бер юлы әллә нисә һорау өйрөлә. Иҫән-һау килеп етерҙәрме икән? Аттары абынып, егеттәре йығылмаҫмы? Кем аты беренсе икән? Әгәр ҙә инде тыуған-тыумасаң, күршеләрең сабышта ҡатнашһа, исемдәрен үк теҙә башлайһың. Рәйес нисәнсе килде икән, Фәрит, Рәжәп?!.

Ниһайәт, барлыҡ һорауҙарға ла яуап булып, алған урындарына теҙелеп, майҙанға аттар килеп керә. Үҙҙәренән шыбырлап тип аға, ҡайһы берҙәренең һыртында ҡамсы эҙҙәре ярылып ята. Эйәрҙәге егеттәрҙең дә һулыштары тигеҙ түгел. Баштарын таҫма йәки яулыҡ менән ҡыҫып бәйләмәгәндәренең сәстәре үрә торған. Көлкө лә, һоҡланғыс та. Бүләкләүҙәр башлана. Тәүге өс урынды — Һабантуйҙы ойоштороусылар, ҡалғандарын — майҙан халҡы, күбеһенсә әбейҙәр һәм апайҙар ҙурлай.  Иң «ауыры» һуңғы килгән ат муйынына төшә — йүгәненә бәйләнгән яулыҡ-һөлгөләрҙең һаны булмай. Мин был йола-ғәҙәткә бик тә аптырай инем. Ниңә инде һуңғы килгән атҡа шул тиклем иғтибар күрһәтергә?

Быға бит еңеүсе лайыҡ! Бер Һабантуйҙа аҙаҡ килгә атҡа тип яулыҡ әҙерләп торған күрше әбейгә шул һорауҙы бирҙем. «Эй, балаҡай, электән килә инде был. Мин дә нәҙер әйткән инем... Унан һуң, беләһеңме, бар көсөнә йүгереп тә иң аҙаҡҡа ҡалған ат ғәрлегенән күҙ йәштәре менән илай, тип әйтә торғайны миңә әсәйем...» Шул саҡ, ысынлап та, әбей муйынынан һыйпап, яулыҡ бәйләгән саҡта, аттың бөтөн донъя һыйған төпһөҙ күҙҙәренән гәлсәр тамсылар тәгәрәгәнен күргәндәй булдым. Бүләк-яулыҡтар уның йәштәрен ҡорота, ҡабат ярыштарға әҙерләнергә көс бирә икән...

***

— Апай, нисек һуң Һабантуй? Күңелле булдымы? Һуңғы йылдарҙа ҡайта алмаған инегеҙ...
— Күңеллеһен күңелле лә... Әсәйең әйтмешләй, машина туйы быйыл. Етмәһә, минең дә аяҡтар... Ғүмеремдә беренсе тапҡыр машинала төштөм. Һиңә нисек?
— И-и, йыл һайын шул бит... Барыбер көтөлә инде. Рәмил ағайым молодец, эйеме! Герҙарҙы уйнатты ғына. Көс үҙендә! Бүләге лә шәп —микроволновка!
— Эйе, булдырҙы энекәш! Хөббәт бабабыҙ тирә-яҡҡа бер батыр булған, тиҙәр. Атайың да йәш сағында бил бирмәҫ егет ине. Һин дә, бер аҙ үҫкәс, көсөңдө һынап ҡарарһың әле, шулаймы?
— Белмәйем...
— Дөрөҫ әйтәһең, Айҙар, алға килмәй белеп булмай. Бына бөгөн дә... Кем уйлаған... кем уйлаған беҙҙең мишәр ирҙәрен бөтөн мир алдында көйәнтә-биҙрә менән йүгерер заман етер, тип.
— Ҡыҙыҡ бит!
— Һеҙгә шул ҡыҙыҡ ҡына булһын! Ә ысынында оят! Ер тишегенә инеп китерлек оят... Һыулы биҙрәләрен мөлдөрәмә тултырып, йәшел хәтфә үләнде йырып, ҡыҙҙар, йәш килендәр ярышырға тейеш... Ирҙәрҙең урыны — көрәш майҙаны, егеттәрҙең...
— Теге яңғыҙ ат вәт йәл булды, эйеме, апай?
— Ат түгел, үҙебеҙ йәл, ҡустым. Шундай ҙур ауылдан ни бары бер ат, тиң, ә?
— Ат хужаһы бүләкте былай ғына алырға тәки риза булманы...
— Шулай... Ҡасандыр үҙе лә сабыштарҙа беренселекте бирмәгән Зәкир ағайҙың эйәргә ултырған егеткә әйткән һүҙҙәрен үҙ ҡолаҡтарым менән ишеттем.
«Бүстрәй шишмәһенә тиклем барып ет, кире ҡайтҡанда, атты бар көсөнә ҡыу! Алданылар тип рәнйемәһен. Һабантуйҙы көтөп алды Ерәнкәй...» Ҡысҡырып илағы килде.
— Меҫкен ат, сабып килгәс, майҙанға ла инмәне бит...
— Бүләктәрҙе, яулыҡтарҙы хужаның үҙенә генә тотторҙолар. Бер әбей һуңғы килгән атҡа тип ярты тоҡ һолоһона тиклем алып сыҡҡан...
— Зато, бер үҙе булғас, бөтә приз Ерәнгә эләкте! Шатлыҡтанмы икән, ергә ятып, оҙаҡ ҡына аунаны ла әле ул!
— Ергә ятып илауы булғандыр уның, ҡустым... Хужаһы артынан башын эйеп атлаған аттың, рәт-рәт теҙелгән «иномаркалар» араһынан көскә үтеп, ҡайтыу юлына боролғанын күреп, күптәрҙең йөрәге әрнегәндер. Бәлки... Күреүсе лә булмағандыр. Әртистәр йырлай ине...

***

Мин ир-атһыҙ йортта үҫтем. Ир-атһыҙ илдә үҫкәндәр ҡыҙғаныс...

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас