Ҡыш бабайға түгел,Аллаһы Тәғәләгә,
Юлланым мин быйыл хатымды!
Ҡайғы-хәсрәт күрһәтмәйсә,
Шатландырсы,
Илем,халҡымды!!!
Ил-көнөбөҙ, шөкөр,тыныс
Тыныс булһын йылдар тағы ла!
Аҡ ҡар һымаҡ аҡ бәхеттәр яуһын!
Шатлыҡ өҫтәп илем халҡына!
Бөйөк Раббым!Барлығыңды тойоп
һәм һөйөнөп йәшәүҙәрҙән айырма!
Өмөт ниәт һәм хыялдар,
Үтәлһендәр тыуар йылдарҙа!
Фарыздарыңды үтәмәгәндәргә,
Насип итсе фарыз үтәргә!
Ҡыйын тормош көткән бәндәләргә,
Еңеллек бир ғүмер итергә!
Ауырыу-сырхау бандәларең бик күп,
Көс-дауа бир сирҙе енергә!
Ике яҡта рәхмәт фәрештәһе,
Һәр саҡ торһон беҙҙең индәрҙә!
Юлбарыҫ йылы түгҽл ,мосолмандар өсөн,
Иман йылы булһын,я Раббым!
Имандары йоҡа булгандарзың,
Имандары быйыл нығыһын!
Раббым, Һинең көсөң ҡеүәтле!
Рәхмәтеңдән беҙҙе айырмасы,
Разый булып беҙҙе йәшәтсе!
Күңелдәре ҡара кешеләрҙең,
Имандары нығып,ағарһын!
Хөсөтлөктәр,тәҡҡәберлектәргә,
Калебтәрҙә урын ҡалмаһын!
Ап-аҡ ҡарҙар ергә төшкән саҡта,
Фәрештәләр ергә иңәлер!
Таҙа ниәт менән яңы йылға,
Бәхет-һаулыҡ, күңел тыныслығы,ҡабул ғилем-ғәмәл менән йәшәүҙәрҙе беҙгә насип итһәсе????????
Әәмииин????????
Йә Раббиль Ғаламиин!
Миңдиниса ханым "Иман гөлдәрҽ"
Фото интернеттан алынды.