Әҙәби бит
29 Декабря 2021, 06:10

Килер йылға артыҡ үтенес юҡ...

Иҫән булһын бары яҡындар.Ошо ергә килгәс бөтәбеҙ ҙә,Беҙ лайыҡлы бәхет хаҡына. Яңы йылдың көндәр иҫәбендәҠыуаныстар күптер, календарь?..

Добавить в предпочтительные источники Google

Килер йылға артыҡ үтенес юҡ,
Иҫән булһын бары яҡындар.
Ошо ергә килгәс бөтәбеҙ ҙә,
Беҙ лайыҡлы бәхет хаҡына.

Элеккесә күңел ашҡынмай ҙа,
Талпынмай ул йылды ҡаршылап.
Сикәләге салдар ғына балҡый
Көҙгөбөҙҙә, минең ҡаршыла.

Яңы йылдың көндәр иҫәбендә
Ҡыуаныстар күптер, календарь?
Ҡайғырырға ергә килмәгән дә,
Ҡыҙҙар, улдар, кейәү, килендәр.

Ошо йылды ихлас оҙатамын,
Маңлайымда һырҙы арттырып.
Ҡайғыларҙы күмдем, өмөтләнәм...
Бәхет тора алда яҡтырып.
Фәнил Бүләков.

Фото интернеттан алынды. 

Автор:Лилия Такаева