+23 °С
Облачно
Ябалаҡлап ҡына ҡарҙар яуа,
Ҡыш тотонған икән эшенә.
Ҡарҙар булып бәхет яуһа ине,
Ер өҫтөндә һәр бер кешеңә...
Ҡараңғы төн, йылы, шундай тыныс,
Шылт иткәндә тауыш юҡ бөгөн.
Ҡыш бабайы ғына ҡолас ташлап,
Бушаталыр күктә үҙ йөгөн...
...Бағананан төшкән ут яҡтыһы,
Ҡар күҙҙәрен барлап, күҙләйме?
Шаян елбәҙәктәр араһынан,
Таныштарын әллә эҙләйме?
Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов.
Фото интернеттан алынды.