Әҙәби бит
15 Декабря 2021, 14:55

Насибы булыр әле...

"...Тик бәлә һәр ваҡыттағыса көтмәгәндә килде. Икенсе көн Суфиян эшкә барғанда аварияға осраны. Бик ныҡ йәрәхәтләнде. Врачтар уның ғүмере өсөн бик оҙаҡ көрәште. Операция артынан операция, ҡан биреүҙәр, йоҡоһоҙ төндәр... барыһы ла үтте Суфияның башынан. Әҙибә лә уның эргәһенән китмәне. “Уян инде, йәнем! Зинһар, күҙҙәреңде ас! Мин бит һине өҙөлөп яратам. Һинән башҡа йәшәй алмайым”, - тип ирендәрен керфек остарына тейҙергәндә, ул да бармаҡтарын ҡыймылдатып ҡуйҙы. Ғүмерен һаҡлап ҡалыуын ҡалдылар, тик уның балаһы булмаясаҡ, тинеләр. Ауыл ерендә ундай хәбәрҙе сер итеп һаҡлап тороп буламы ни! Әҙибәнең ата-әсәһенә лә ишетелде был хәбәр. Әсәһе: “Сыҡмайһың уға кейәүгә, балам! Балаһыҙ тормош – тормош булмай инде ул! Ҡатын-ҡыҙ бала тыуҙырып, күкрәк һөтөн имеҙеп, бала үҫтереүҙең ләззәтле минуттарын татырға тейеш. Ул да үҙенең тиңен табыр, һиңә лә насибы табылыр”, - тине. Әҙибәнең күҙ йәштәре лә, атаһының өгөтләүҙәре лә, әсәһенең был уйынан кире ҡайтара алманы..."

Әҙибә эштән ҡайтып инде лә, бер мәлгә ишек төбөндә туҡталып, йорт эсенә күҙ йөрөттө. Их, күңелгә рәхәт тә һуң нур бөркөлөп торған өйгә инеүе! Бар ерҙә тәртип, бөхтәлек. Үҙе нисек йыйыштырып киткән, ҡайтып инеүгә лә шулай – бар әйбер үҙ урынында. Хисам менән йәшәгәндә башҡасараҡ ине. Бер ҡайҙа ла эшләмәгән иҫерек ир, йыуылмаған һауыт-һаба, бысраҡ өй ҡаршы ала ине. Өйҙөң бысраҡлығы Әҙибәнең ялҡаулығынан түгел, ә ул эштә саҡта иренең үҙе кеүек иҫеректәр менән кәйеф-сафа ҡороуынан ине. Әле ярай ҙа һине асыҡ сырай менән ҡаршы алһа? Юҡ шул! Әҙибә ике балаһы менән әҙ йөрөмәне инде кеше тупһаһында... Ирле килеш тә Әҙибә барлыҡ ауыр эштәрҙе үҙе башҡарыр ине. Йорт эсендә ирҙәр генә хәл итә торған мәсьәләләрҙе лә ул үҙе атҡарыр ине. Бер миҙгелдә уның күҙ алдынан шулар үтте...

Хисамдың баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә шул эсеүе сәбәпсе булды. Айнып етмәгән килеш ихата алдына сыҡҡан да кире инә алмаған. Ә тышта февраль айының сатнама һыуығы ине.

Иренең вафатынан һуң да Әҙибә тырышып-тырмашып донъя көттө. Ҡыҙын да, малайын да уҡытып, башлы-күҙле итте, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙы. Балалары бик тырыш, аҡыллы булып үҫте. Үҙаллы йәшәй башлағас, яңғыҙ ҡалыуы ауыр булһа ла, яңынан кейәүгә сығыу тураһында уйлап та бирмәне. Сөнки Хисам күрһәткәндәре лә етерлек ине. Ләкин донъя һин уйлағанса ғына бармай шул. Бер көндө уның яҙмышы үҙенән-үҙе хәл ителде лә ҡуйҙы.

Ял көнө баҙарға сыҡҡан ине. Кәрәк-яраҡтарын һатып алды ла, ҡайтырға уйлап, баҙарҙың ҡапҡаһы янына йүнәлде. Тик көтөлмәгән хәл булды. Нисектер ҡараштары ҡаршы килгән ирҙең күҙҙәренә менән осрашты. Әйтерһең, ир уны сихырланы, ҡарашын айырып ала алманы.

- Бәәәәй, Әҙибә, һин бит был! - тип һүҙ башланы ир нимә әйтергә белмәй.

- Эйе шул, мин! Ә һин – Суфиян! - тине ул.

Икеһе лә көтөлмәгән осрашыуҙан ҡаушап ҡалды, һүҙҙәрен ялғай алмай аптырандылар. Бер аҙ һушына килеп, Әҙибә һүҙ башланы:

- Ни эш бөтөрөп йөрөйһөң, Суфиян? Беҙҙең яҡтарға ниндәй елдәр ташланы?

Уныһы төплө генә итеп яуап бирә алмай аҙапланды:

- Йөрөйөм әле бына шулай... Баҙарға инеп сығайым тигәйнем. Ә һеҙ, Әҙилә, бында, Стәрлебашта тораһығыҙмы?

- Эйе, беҙ өйләнешкәс тә, бында күсеп килгәйнек.

Әҙерәк юҡ-бар һөйләшеп торҙолар ҙа, Суфиян: “Ярай, мин китәйем әле, баҙарҙың да ябылыр ваҡыты етә, һуңға ҡалмайым”, - тип китеү яғын ҡараны. Ул нимәнелер йәшерә ине, буғай, артығын ысҡындырып ебәреүҙән ҡурҡты. Әҙибә лә ҡуҙғалды. Уларҙы күҙәтеберәк торған һатыусы ҡатын өндәште:

- Был ир һинең танышың инеме?

- Эйе, беҙ ауылдаштар, - тине Әҙибә.

- Уны буш торған фатирыма индергәйнем. Бигерәк аҡыллы инде, яңғыҙмын, тип тормай, башҡа ирҙәр кеүек аҙып-туҙып та йөрөмәй, эскәне лә һиҙелмәй, - тип күргән-белгәндәрен һөйләй башланы ул.

- Ә ғаиләһе ҡайҙа һуң ул?

- Һуң ғына бер ҡатынға өйләнгән булған. Был ирҙән бала булмай, тип, ҡатыны сит ирҙән бала тапҡан булған. Ҡыҙын кейәүгә биргәс, ул ҡатын ирен бөтөнләй һанға һуҡмай башлаған. Бер көн ҡулына кейемдәрен тотторған да, ҡыуып сығарған. Бахыр, нимә эшләһен инде, мәжбүри тотоп булмай бит. Беҙҙең яҡтарға килеп урынлашҡан, эшләп йөрөй...

Бына нимә йәшергән икән ул!.. Ҡатыны тураһында һорашырмын, тип ҡыйынһынғандыр ул. Берәй йылы һүҙ әйтеп, күңелен иретәһе килде. Ул уға йәл булып китте. Үҙенең дә уның алдында ғәйебе ҙур бит. Йәш сағында ул да әсәһенең: “Уға кейәүгә сыҡмайһың! Авариянан һуң врачтар уның балаһы булмай, тип әйткән...” - тигән һүҙен тыңлап, тәҡдимен кире ҡаҡҡан ине бит ул. Бына шуларҙы уйлап торғанда, Суфиян баҙарҙан кире сығып килә ине инде.

- Бәй, Әҙибә, һин китмәнеңме ни әле? Ниңә һаман баҫып тораһың – тип ғәжәпләнде.

- Суфиян, әйҙә беҙгә, бергә сәй эсербеҙ, - тип саҡырҙы үҙе лә һиҙмәҫтән.

- Әллә инде... Ғаиләң нимә әйтер һуң?

- Әйтмәҫ. Балаларым айырым тора, ирем дә күптән был донъяла юҡ инде, - тине ул ҡыйыулығына үҙе аптырап.

Шулай итеп, Суфиян Әҙибәлә тороп ҡалды. Улар матур итеп йәшәп китте. Йәшлектән ҡалған хистәр кире ҡабынды. Суфиянға икенсе сменаға эшкә барырға тура килгәндә, ҡатыны ашарға әҙерләп, йорт эштәрен башҡарып китә. Бына, бөгөн дә шулай булды. Ире сығып киткән. Ә өҫтәл өҫтөндә күңелгә рәхәтлек, өйгә нур бөркөп, сәскә гөлләмәләре ултыра. Уны Суфиян ҡалдырған. Бындай рәхәтлекте, бындай бәхетте Әҙибә берәй ваҡыт күрермен, тип уйламай ҙа ине. Ул бит эскән ир алдында гел бейеп торорға, бөтөн тормош йөгөн үҙе тартырға, төрлө кәмһетеү-йәберләүҙәргә күнегеп бөткән инде. Уның уйына бөтөн ирҙәр ҙә шулай була, ир ҡатыны булғас, ауырлыҡтарға түҙеп йәшәргә тейешһең, тигән фекер инеп урынлашҡан ине. Суфиян менән тора башлағас та әле ул үҙен хеҙмәтсе ролен үтәрмен, тип уйлаған ине. Ләкин Суфиян ҡатын-ҡыҙға бөтөнләй икенсе яҡтан ҡарай ине. Ул уға донъяның матурлығын күрергә, йәшәүҙең тәмен белергә, ҡатын-ҡыҙ бәхетен татырға ярҙам итте, тормошҡа булған ҡарашын үҙгәртергә ярҙам итте. Эйе, ярата шул уны Суфиян, бик ярата! Әйтерһең дә, улар араһына йылдар ятмаған да, борсолоу-ҡайғылар булмаған...

Әҙибә менән Суфиян икеһе бер ауылдан, бер класта уҡынылар. Әҙибә үҙенең тәртиплелеге, сабырлығы менән айрылып торҙо. Бар әйберҙе лә аҡыл менән эш итергә ярата ине. Суфиян да төшөп ҡалған егеттәрҙән түгел ине. Уҡыуы уртасараҡ булһа ла, мәктәптә үткән барлыҡ спорт ярыштарында, дәрестән һуң уҙған барлыҡ сараларҙа ла ҡатнаша ине. Улар шулай мәктәп эше менән бергә йөрөгәндә дуҫлашып китте. Суфиянға Әҙибәнең ихласлығы, уңғанлығы оҡшай ине. Шуның менән ул ысынлап ғашиҡ булды. Һәр ваҡыт уның янында булырға тырышты. Әҙибә лә оҡшата ине Суфиянды. Уның эргәһендә шундай рәхәт ине уға. Уларҙың мөхәббәткә әйләнгән дуҫлыҡтары мәктәптән һуң да дауам итте. Мәктәпте тамамлағас, икеһе лә уҡыу йорттарына инде. Икеһе ике ерҙә булһа ла, гел генә осрашып торҙолар. Бер көн шулай Суфиян: “Әйҙә Әҙибә йәйгә туй яһайбыҙ. Мин һине өҙөлөп яратам! Ғүмер юлыбыҙҙы парлашып дауам итәйек, бешкән еләгем!”, - тип, ирендәренән һурып үпте. Әҙибә ниңә генә ҡаршы килһен инде. Ул да бит уны ярата. “Әйҙә һуң. Әсәй менән атайҙарҙың ризалығын алайыҡ”, - тине шатлығын йәшерә алмай. Ул көндө улар таң атҡас ҡына айырылышты.

Тик бәлә һәр ваҡыттағыса көтмәгәндә килде. Икенсе көн Суфиян эшкә барғанда аварияға осраны. Бик ныҡ йәрәхәтләнде. Врачтар уның ғүмере өсөн бик оҙаҡ көрәште. Операция артынан операция, ҡан биреүҙәр, йоҡоһоҙ төндәр... барыһы ла үтте Суфияның башынан. Әҙибә лә уның эргәһенән китмәне. “Уян инде, йәнем! Зинһар, күҙҙәреңде ас! Мин бит һине өҙөлөп яратам. Һинән башҡа йәшәй алмайым”, - тип ирендәрен керфек остарына тейҙергәндә, ул да бармаҡтарын ҡыймылдатып ҡуйҙы. Ғүмерен һаҡлап ҡалыуын ҡалдылар, тик уның балаһы булмаясаҡ, тинеләр. Ауыл ерендә ундай хәбәрҙе сер итеп һаҡлап тороп буламы ни! Әҙибәнең ата-әсәһенә лә ишетелде был хәбәр. Әсәһе: “Сыҡмайһың уға кейәүгә, балам! Балаһыҙ тормош – тормош булмай инде ул! Ҡатын-ҡыҙ бала тыуҙырып, күкрәк һөтөн имеҙеп, бала үҫтереүҙең ләззәтле минуттарын татырға тейеш. Ул да үҙенең тиңен табыр, һиңә лә насибы табылыр”, - тине. Әҙибәнең күҙ йәштәре лә, атаһының өгөтләүҙәре лә, әсәһенең был уйынан кире ҡайтара алманы.

Бер көндө Әҙибәнең ҡулын һорарға күрше ауылдан Хисам, уның апаһы менән еҙнәһе килеп инде. Терәлеп кенә торған ауыл булғас, бер-береһен беләләр. Әсәһе бер һүҙһеҙ риза булды. Хатта Әҙибәнән һорап та тормай, никах көнөн билдәләне. “Һәйбәт нәҫел, егет тә һөлөктәй, сығаһың”, - тип кенә ҡуйҙы. Сығыуын сыҡты, Хисам ғына уны эшкә һанаманы. Әҙибәгә ҡул күтәрергә лә тартынманы. Тора-бара эшләмәй ҙә башланы. Донъя мәшәҡәттәре Әҙибәнең иңенә ятты, матди яҡтан тәьмин итеү ҙә бөтөнләйе менән уға күсте.

Ә Суфиян Әҙибәнең кейәүгә сығыуын ишенткәс тә, ауылдан йыраҡҡа, алыҫҡа китте лә барҙы. Улар араһында шулай бәйләнеш өҙөлдө...

Был бәйләнештең ҡайтанан тергеҙелеүенә бер кем дә өмөт итмәне. Үҙҙәренең дә ҡауышыу тураһында уйлап ҡарағандары ла булманы, ысынға ашмаҫтай хыял ғына ине. Теге ваҡыт Әҙибәнең әсәйе әйткән: “Насибы табылыр әле”, - тигән һүҙҙәре тормошҡа ашты. Насибы шул – Суфиян булған бит инде.

Бөгөн улар ял итә, икеһе лә өйҙә. Серҙәшеп кенә сәй эсеп ултырғанда, Суфияндың телефоны шылтыраны. Әсәһе икән. Нишләп иртәләгән әле бөгөн әсәһе, белә бит ул улының көндөҙ шылтыратыуын. Ул ниндәйҙер насар хәбәр барлығын тойоп, ҡурҡып ҡына телефонын алды...

- Нимә булы, Суфиян? Йөҙҙәрең ағарып китте, әллә берәй насар хәбәр бармы?

- Миңә ауылға ҡайтырға кәрәк, әсәй ауырып киткән, - тип тиҙ-тиҙ генә йыйына башланы.

- Бәәәй, нишләп һин генә, бергә ҡайтабыҙ. Һинең әсәйең, хәҙер минең дә әсәйем бит инде.

Суфияндың был һүҙҙәрҙән күңеле күтәрелеп китте. Әҙибәне күтәреп үк алды.

- Рәхмәт, бешкән еләгем минең. Үҙем һиңә әйтергә уңайһыҙланған инем. Әсәй эргәһендә ҡатын-ҡыҙ булһа еңелерәк бит ул. Мин ир-ат, нимә эшләй алам инде.

Улар ҡайтып ингәндә әсәһе түшәктә ята ине.

- Әсәй, ауырып киттеңме? - тип һораны Суфиян әсәһенең ҡулынан тотоп.

- Эйе шул, балам, күкрәгем ауыртып, хәлем бөтөп тора.

Улар эргәһенә ҡыйынһынып ҡына Әҙибә лә килеп баҫты.

- Әсәй, беҙ Әҙибә менән бергә ҡайттыҡ...

- И, балам, рәхмәт инде. Һин ҡайтабыҙ, тигәс, теге ҡатының менән ҡайтаһығыҙ икән, тиһәм. Ул бит миңә йөҙөн дә асмай, артығыраҡ һүҙ әйтһәм дә, асыуланып ҡарай...

- Беҙ хәҙер Суфиян менән бергә торабыҙ. Һинең яныңа ла икәүләшеп ҡайтып йөрөйәсәкбеҙ, - тип Әҙибә уның эргәһенә килеп ултырҙы. Уның сәстәренән һыпырып, яулығын матурлап ябып ҡуйҙы.

- Барыһы ла һәйбәт булыр, борсолма. Хәҙер сәй ҡайнатып алам, унан ашарға берәй нәмә әҙерләрмен...

Улар әсәйҙәрен бала кеүек әпәүләне: сәйен дә эсерҙе, туҡмас киҫеп ашаттылар, йылы һүҙҙәре менән күңелен күтәрҙеләр... Әҙибә үҙен яйлап ҡына йыуындырып та сығарҙы. Мунсанан һуң әсәйҙәре терелп киткәндәй булды, йөҙөнән нурҙар йүгерҙе.

- И, балалар, рәхмәт инде һеҙгә! Китһәм дә хәҙер тыныс күңел менән китәм. Мин бит Әҙибә ҡыҙымды һеҙ йәш саҡта, дуҫлашып йөрөгәндә үк ярата инем. Киленем генә булһа ярай ине, тип теләй инем. Ул ваҡытта һеҙгә күҙ генә тейҙертгеләр инде. Аллаға шөкөр, барыһы ла үҙ урынына ултырҙы. Мине бик һөйөндөрҙөгөҙ. Һеҙгә фатихамды биреп ҡалдырам. Иҫән-һау тороғоҙ, бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ, - тип уларҙың ҡулдарынан тотоп, күкрәгенә ҡыҫты. Унан күҙҙәренән шатлыҡ йәштәре атылып сыҡты. Матур теләктәрен әйтеп, доғаларын уҡыны.

Суфиян менән Әҙибә әсәйҙәре өсөн һөйөнөп, иртәгегә көнгә пландар ҡороп, йоҡларға ятты.

Иртәнсәк иһә Әҙибәгә кемдер өндәшкәндәй итеп уянып китте. Һиҙелер һиҙелмәҫ кенә сығып килгән ҡояш нурҙары яҡтыһында әсәйҙәренең йөҙөндә йылмайыу күренә ине. “И, күп кәрәкме инде кешегә, - тип уйланы ул. - Бары яҡты йөҙ менән йылы ҡараш ҡына көтә бит улар балаларынан”. Ул шулай уйланып, ипләп кенә әсәһенең ҡулдарынан тотто. Һыуынып баралар ине инде улар... Әсәләрен ҡәҙер-хөрмәтләп, дини йолаларҙы еренә еткереп, һуңғы юлға олҙаттылар. Әсәйҙәренең рухына бағышлап, Ҡөръән аяттары уҡыттылар.

- Аллаға шөкөр, өлгөрҙөк, - тине Суфиян.

- Эйе, - тип Әҙибә башын уның яурынына һалды.

Был һүҙҙәрҙә һөйөнөс тә, көйөнөс тә бар ине...

Фәйрүзә Сапарова.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас