Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
5 Декабрь 2021, 18:14

Бесәйҙәр изгелекте онотмай

Бесәй меҫкенкәй үҙенең берәр ере ауыртыуын, өшөүен, асығыуын әйтә алмай бит. Улар мәрхәмәтле кешеләрҙең һиҙгер күңелдәре менән йылыналар, тамаҡтары туҡлана...

 

Ватсап төркөмдәрендә йыш ҡына: "Урамда табылған эйәһеҙ бесәйҙәрҙе алыусы юҡмы?"--тигән белдереүҙәр баҫылып тора. Рәхмәт төшкөрҙәре, алыусылары ла табыла бит әле. Ҡышҡы һалҡын көндәрҙә ундай яҙыуҙар бигерәк йыш осрай. Унан һуң, бесәй аҫрап, ҡайҙалыр алыҫҡа күсенеүселәр: "Бесәйебеҙҙе алып китә алмайбыҙ, алыусы юҡмы?"--тип тә яҙғылайҙар. Үҙҙәре командировкаға киткәндә, аҡса түләп, өсәр-бишәр айға бесәйҙәрен ҡарарға ҡалдырыусылар ҙа юҡ түгел.
Бесәйҙәргә шундай мәрхәмәтле кешеләр күберәк осрап торһа ине. Бөтә кешеләр ҙә булдыра алмай бит, бесәйҙәрҙе лә яратырға, ярата алырға кәрәк. Һоҡланам шундай кешеләргә. Бесәй меҫкенкәй үҙенең берәр ере ауыртыуын,өшөүен, асығыуын әйтә алмай шул. Улар мәрхәмәтле кешеләрҙең һиҙгер күңелдәре менән йылыналар, тамаҡтары туҡлана.
Бесәйҙәрҙе изге хайуан тип әйтәләр. Ышанам мин уларҙың изгелектәренә. Бесәйҙәрҙең кешеләрҙе ҡотҡарған осраҡтары тураһында ишеткәнем бар. Бала сағымда әсәйгә эйәреп кис ултырырға йөрөй торғайным. Шунда Рауилә апайҙың:"Бесәйем янғындан ҡотҡарҙы",--тип һөйләгәне хәтерҙә. Газға йомортҡа бешерергә ҡуйған да, тауыҡтарына ем һибергә тип һарайға сығып киткән. "Сыҡһам, күршенең быҙауы арҡандан ысҡынып, беҙҙең баҡсаға ингән. Уны ҡыуып киттем. Быҙауҙы тотоп, муйынсаһынан эләктереп, күршеләргә индереп ҡуйҙым да, күршегә әйттем. Ике күрше осрашһа, сәй эсмәйсә булмай бит ул. Сәй эсергә ултырҙыҡ. Бер заман күршенең ире эштән ҡайтты. Ул ишектән ингәндә, аяҡ араһына ҡыҫылып, бесәй ҙә килеп инде. Инеү менән итәгемә менеп ултырҙы ла, тырнай-тырнай мыяулай. Сәйемде генә эсеп бөтөрәйем тип ҡыуалайым, уның һайын нығыраҡ мыяулай",--тип һөйләгәйне Рауилә апай. Хужаһының итәген ысҡындара ла, тупһаға баҫып мыяулай икән. Бесәйенә эйәреп, аптырап сығып киткән инде шунан һуң. Ҡайтһа, өй тулы төтөн ти. "Ярай, йәйгелеккә ишек ябылмай, ҡорған ғына эленгән, бесәйгә сығырға яйлы булған. Ҡотҡарыусым ул минең",--тип һөйләне апай.
Бер бабай менән дә шундайыраҡ хәл булған. Мин үҫмер ваҡытта уҡ бик ҡарт ине инде ул. Бер ҙә өйләнмәгән, ғүмере буйы яңғыҙ йәшәгән. Үҙе кеүек үк ҡартайған бесәйе бар ине уның. Магазинға ла икәүләп киләләр. Магазинға килһә, ауыл апайҙары уны әрләй торғайнылар. "Әле һаман өҫтәл өҫтөнә менмәҫкә өйрәтмәнеңме бесәйеңде, бесәйҙең урыны өҫтәл аҫтында",--тигәндәрен хәтерләйем. Ризыҡ, хәйер индергәндә күреп сыҡҡандарҙыр күрәһең. Бер заман шул бабай күренмәй башланы. Бер-ике көн үткәс, хикмәттең-хикмәте--ҡап-ҡара ҡоромға буялған бесәй урамға сыҡҡан. Тештәрен ыржайтып, уҫалланып мыяулай, үҙе ҡапҡаға һикерә икән. Иртәнсәк фермаға барыусы ат ҡараусы күреп ҡалған быны. "Ҡоторғандыр тип һуҡмаҡсы булам, өйөнө табан һикерә. Бесәйең ҡоторған, мал врачына алып барырға кәрәк, тип бабайға инәйем тиһәм, ишек бикле. Туҡылдатып ҡарайым, ҡысҡырып ҡарайым, асыусы юҡ. Шунан урамдан үтеп барыусы икенсе бер ауылдашты туҡтатып, ишекте икәүләп боҙоп инһәк, бабай иҙәндә ята. Өйө һыуыҡ, бабай хәлһеҙ, һүҙен дә әйтә алмай. Фельдшерҙы саҡырып, дауаханаға оҙаттыҡ. Бесәйе ҡапҡа төбөндә оҙатып ҡалды. Бабай ҡайтҡансы бесәйҙе үҙебеҙ ашатып, өйөнә ут яғып торҙоҡ. Бабай оҙаҡ ҡына ятты дауаханала",--тип һөйләне ул. Нимә булғанын ҡайтҡас һөйләне бабай. Мейесенә ут яҡҡас, йүшкәһен тартырға тип менгән ерҙән ҡолап төшкән икән. Өҫтөңдә юрған ине бит, тием. Бесәй карауаттан һөйрәп төшөрөп, тешләй-тешләй тартып, юрғанды өҫтөнә һалған. Иҫ киткес хәл! Өҫтәлдә ятҡан печенье, шәкәрҙе бабай эргәһенә ташып бөтөргән. Берәйһе индергән булғандыр инде, өсбошмаҡ та бар ине эргәһендә. "Бесәй ашатып торҙо. Иҙәндә ике көн яттым",--тип һөйләне бабай. Ишек асыҡ түгел ине бит, нисек сыҡҡан, тип аптыраштыҡ. Мөрйә тишегенән сыҡҡан икән бисара.
Хайуандар үҙҙәренә эшләгән изгелекте онотмайҙар, тиҙәр. Бесәй менән генә йәшәгән яңғыҙҙарҙы күрәм дә, әле ярай бесәйҙәре бар, тип ҡыуанып ҡуям. Белер-белмәҫ нәмәне ғәйбәт итеп һөйләрлек түгел.
Ике тапҡыр кейәүгә сығып, икеһенән дә айырылып, яңғыҙы ғына ҡартайған алыҫ бер туғаныбыҙ бар ине беҙҙең. Бигерәк тә фырт ҡатын ине Нәйлә апай. Бесәйе лә бар ине. Уны ҡайҙа ғына йөрөтмәй ине апайыбыҙ. Парикмахерға ла алып барҙы, тырнаҡтарын да ҡырҡтыра торғайны. Күлдәктәр ҙә тегә ине уға. Ауылға ҡайтҡанда, кәрзингә һалып алып ҡайта. Урамға бәпәй һымаҡ күтәреп алып сыға. Ауыл бесәйҙәре эргәһенә төшөп бысранмаһын тип, ҡулынан да төшөрмәй. Уның бесәй менән булышҡанын кәмит ҡарағандай күҙәтә торғайныҡ беҙ. Бер ҡайтыуында атай:"Бесәй аҫрағансы, бер бала үҫтерһәң ине",--тип әйтеп ҡуйҙы. Шул һүҙҙән һуң, атай сығып киткәс, эй иланы Нәйлә апай. Баҡһаң, уны ире бәпәйгә уҙа алмағанға айырған икән. Илай-илай: "Балалар йортонан бала алырға ҡурҡам, тыңламаһа, асыуланырмын, икебеҙҙең дә йөрәк яраланыр, бесәйем, исмаһа, мине тыңлай",--тип һөйләгән ине шул саҡта. Кемдә ниндәй хәсрәт тиерһең.
Әле яңыраҡ ауылдаш апай һөйләне. Уның бер туғаны туғыҙ айлыҡ ваҡыттан уҡ бер ҡыҙ алып үҫтергән. Ирле-ҡатынлы улар. Шул ҡыҙ хәҙер егерме йәшенә еткән. Үҫтергән ата-әсәһен тыңламай, эсеп, төндә ҡайтмай, әшәкеләнеп йөрөй икән. Бер ҡарағанда, минең яңғыҙ туғанымдың бесәй аҫрауы хәйерлерәк тә һымаҡ. Әҙәм балаһы ҡайһы саҡтарҙа бигерәк рәхмәтһеҙ шул. Ә бисара бесәйҙәр, телдәре менән рәхмәт әйтә алмаһалар ҙа, изгелекте барыбер онотмайҙар.
Л.

 

 

Автор:Альфия Байзигитова
Читайте нас: