Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
3 Декабрь 2021, 19:00

Ғазаплы йөк

"...- Беләһеңме нимә тине миңә был юлы инәй? Юҡ, тигәнде аңлатып, башын һелкеп, сәйер ауырыуҙан дауа эҙләүсе юлдашына текләне Хәтифә. Белеп ҡылған гонаһтарыңды үҙеңде ысын күңел менән тыңлаған кешеләргә һөйлә. Тәүбәңә кил, таба алһаң, шул "ҡорбандарыңдың" үҙҙәренән ғәфү үтен, хаҡ түлә. Һис юғы туғандарына әжер ҡайтар, тине. Ҡапҡа тышында шаңҡып ултырыуым да шуға ине. Белеп ҡылған гонаһтарымды барлап маташтым. Бик күп икән дә..."

Хәтифә үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа күрәҙәсе йортона ишек ҡаҡҡаны булманы. Училищела уҡыған сағында бүлмәләш ҡыҙҙарҙың егеттәр ҡаратабыҙ, яҙмыш юратабыҙ тип әллә ниндәй мәрйә әбейенән кәрт һалдыра йөрөүҙәрен дә көлөп кенә күҙәтте. Яҙмышыма ни яҙылған булһа шуны күрермен тип ышанды. Ышанмағандан түгел, Хәтифә тормошонан ҡәнәғәт булды һәр саҡ. Кейәүгә сыҡҡас, ирең икенсе бисәләргә йөрөй, һантый, һин шуны ла күрмәйһең, тигән апһындарын да ишетмәҫ булып ҡыланды. Хәтифә күңеленә көҙөк йүгертеп , күпсертеп үртәлә торғандарҙан түгел. Моңһоҙ, һинең ише лә "ҫуҡыр" булыр икән тип шарҡылдата көлгәйне берәү. Хәтифә ҡуша көлдө лә ҡуйҙы.
Һыйыр мөгөҙөнә ҡабырғаһын төкөтөп больница юлын тапағанында, бер ауылдашы Хәтифәгә боҙом һалынғанлығын "күреп" тә маташты.
Бөгөн Хәтифә юлға сыҡты. Юҡ, күрәҙәсегә түгел. "Күрше ауылда ноҡотсо инәй бар тиҙәр, әсәй, әллә шуға булһа ла барып киләңме. Иртән торам да, бөгөн ҡайһы тарафҡа юл тоторға тип аптыранам да торам. Эҙләмәгән ер ҡалманы бит. Мал эҙләү - эштән яман икән. Төңөлөп тә ултырғы килмәй. Ҡулға эш , тамаҡҡа аш бармай, барып ҡына ҡайт әле әсәй, бәлки берәй нәмә әйтер" , - тип телефон аша улы инәлгәнгә генә юлға сыҡты.
Ете баш тайын аҙнанан ашык таба алмай көн дә һыбай мал эҙләгән улының хәлен яҡшы аңлай әсә кеше. Яҙған мал булып ҡана ла һуң килеп сыҡһалар. Ыҙалап йәй буйы күҙ терәп текләп йөрөп көт тә, кәртәгә бына инде тигәндә генә юғалтсы әле. Юҡтыр, берәй үслеһе ҡыуғандыр, тип тә төңөлдөрөп булмай, ысынлап та, бәлки... өмөт тигән нәмә бар шул...
Хәтифә күрше ауылға барып етеп кәрәкле өй тапҡырына килеүгә ҡапҡа тышындағы эскәмйәлә бер ҡатындың ултырыуын күреп, әллә сират инде тип уйлап аҙымын яйлатты. Башын баҫа биреп уйланып ултырған һарғылт йөҙлө йыуантаҡ ҡатын йорт ҡапҡаһына боролған Хәтифәнең уйҙарын аңғарғандай, ин әйҙә ин, мин сыҡтым инде тип ҡул һелтәп ишек яғына ишараланы.
Хәтифә йомошоноң ыңғай ғына булырына ымһынып ҡатынға һаулыҡ биреп йорт ҡапҡаһын асты...

***

Һалҡын көҙҙөң иртәнге һыуығы тамам таралып, ҡыу үлән өҫтәрен ирегән ҡырау тамсылары йылҡылдатҡан саҡта Хәтифә ноҡотсо инәйҙән йомошон йомошлап сыҡҡан да ине.
- Кил, ултырып кит әҙерәк.
Ҡапҡа тышында теге ҡатын һаман ултыра икән. Хәтифәне үҙ янына саҡырып эскәмйәнән урын күрһәтте.
- Ваҡытым юҡ шул ултырырға. Ҡайта һалыр кәрәк. Гурыдтан үткән афтыуызға өлгөрәйем тийем. Рәхмәт.
Хәтифә саҡ ҡына ла туҡталғыһы килмәй оло юлға төшөп ҡайтырға ынтылды.
- Ҡана, көт, мин дә ҡайтайым һинең менән, - артынан йылдам ғына ҡалҡынған ҡатынды көтөп аҙымын яйлатты.
Ошо ауыл ҡатыны булһа , бара - бара боролоп берәй өйгә инер тип барҙы юлдашын Хәтиф. Һөйләшә бара уның ҡалаға яҡын ҡасабанан булыуын, был йортҡа Хәтифә ише йомошо төшкәнгә килеүен аңланы. Хәтифәне ниндәй хәл ноҡотсоға әйләүен дә һорашты. Улының тайҙарын юғалтыуын, таба алмай аҙапланғас ноҡот һалдырырға килеүен һөйләне.
Үҙ хәлен үҙе сиселеп һөйләй алмай аҙым һайын тиерлек уфтанып, ауыр көрһөнөп барған юлдашының хәлен аңлап Хәтифә өндәшмәне.
- Бер кем дә ҡоторғандан, ваҡытын ҡайҙа ҡуйырға белмәгәндән, йә ҡыҙыҡ өсөн йөрөмәй инде күрәҙәсегә.
Күрәҙәсе һүҙе Хәтифәне "һелкетеп"ҡуйҙы. Аралашсыһының һүҙен бүлеп булһа ла,
- Күрәҙәлек тә итәме ни был инәй?- тип һораны.
- Бар инде әҙерәк. Ҡысҡырып яҙмыш юрайым тип әйтмәй, бик инәлеп һораһаң ғына үтенесте ҡаҡмай. Күптәр уны ноҡот ҡына һала тип уйлай. Мин дә башта шулай уйлағайным. Тәүгә генә килмәйем инде. Килгән һайын үҙ хәлемде үҙем таный алмай шаңҡып ҡайтам. Ә бит дөрөҫ әйтә әбей.
- Улай икәәән. Белмәгәйнем.
- Шулай шул. Кешенең тышынан ҡарап ҡына ниндәй булыуын аңғарып булмай. Бына мин дә ябай ғына ҡатын булып күренәмдер. Юҡ шул, эсем тулы ут минең.
Ҡайһылыр бер еремдә, берсә бына ошо түшемдә, берсә аяғымда, берсә арҡамда тора кеүек таш һымаҡ ҡаты нәмә. Ауыр миңә, ятһам йоҡом йоҡо түгел, ашағаным аш түгел тигәндәй. Ауырыйым икән тип йөрөмгән больница ҡалдырманым. Санаторий-курорттарға, йылы яҡтарға йөрөп ял итеүҙән дә фәтеүә тапмайым. Һап һауһың тиҙәр. Сир юҡ, ә миңә барыбер еңеллек килмәй. Донъям етеш, аҡсам етерлек, тик нимәлер булған минең менән. Сихыр тип тә, боҙом тип тә уйланым башта. Эсмәгән нәмәм ҡалманы, аптыраҡтамын.
Бер шулай ҡунаҡ ашында ошо инәй менән тап килештек. Һөйләнем үҙ хәлемде. Кил миңә, аҙ маҙ йүнәлеш бирермен тине. Тәүге килгәнемдә, кем булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡанымды ла һорамай, кеше хаҡына ҡағылғанһың, үтәлмәгән нәҙерең бар, хәйер тарат, мөхтәждәргә ризығыңдан өлөш бүл тине. Ысын күңелдән булһын тип иҫкәртте. Үтәнем. Ҙур итеп аят табыны йыйып, ҡорбан салдырҙым. Мохтажды табып буламы хәҙер, бөтә кеше лә етеш, бай йәшәй, шуға булған алтын - көмөш биҙәүестәремде йәлләмәй һатып, аҡсаһын туған - тыумасама тараттым.
Бер аҙ еңеләйгәндәй булдым. Шулай ҙа, етә һауыҡмағанлығымды һиҙәм.
Шуға килдем бөгөн.
Беләһеңме нимә тине миңә был юлы инәй, - юҡ тигәнде аңлатып башын һелкеп, сәйер ауырыуҙан дауа эҙләүсе юлдашына текләне Хәтифә, - белеп ҡылған гонаһтарыңды үҙеңде ысын күңел менән тыңлаған кешеләргә һөйлә. Түбәңә кил, таба алһаң, шул "ҡорбандарыңдың" үҙҙәренән ғәфү үтен, хаҡ түлә. Һис юғы туғандарына әжер ҡайтар , -тине. Ҡапҡа тышында шаңҡып ултырыуым да шуға ине. Белеп ҡылған гонаһтарымды барлап маташтым. Бик күп икән дә...
Үҙеңде белгән кешегә асылып эс сереңде һөйләү ауыр. Бына һин мине белмәйһең, мин һине лә. Әҙ генә мине тыңла әле, бәлки ысынлап та мөғжизә булып мин күңел ғазабынан ҡотолормон.
Сәйер үтенескә Хәтифә ҡаршы килмәне. Автобус килгәнсе былай ҙа ваҡыт уҙғарыр кәрәк былай ҙа тип юлдашына ризалыҡ белгертеп баш һелкте.
- Ғүмер буйы һатыусы булып эшлнем. Башта Райпо- ла һатыусы булдым, аҙаҡ донъялар үҙгәреп киткәс алыпһатарлыҡҡа күстем. Хөкүмәт эшендәге кеүек ревизия тип ҡурҡыу юҡ, үҙең теләгәнсә ҡыйналырға була. Булды инде хилафлыҡтар ҙа...
Ауыр көрһөнөп, ауыҙ моронон ҡулъяулығы менән һөрткөләп алған юлдашы ауыҙына ысын күңелдән таныу (признание) ишетеренә ышанған Хәтифә бар донъяһын онотоп йомолдо.
- Ҡасабала йәшәмәй инек әле унда, бер бәләкәс кенә ауылда тора инек. Ирем председатель булғас, энә ҡайҙа еп шунда бит инде, мин дә урындағы магазинға урынлаштым.

Ауыл халҡы ябай, һәр һүҙгә ышаныусан бер ҡатлы бит ул. Матур һүҙгә, маҡтауға иреп барыусан. Срогы сыҡҡан продуктыны ла матур ғына итеп һатып ебәрә, брак тауарҙы ла еңел генә "осора" торғайным. Расхудһыҙ эшләүем түрәләргә лә оҡшаны. Ҡайҙа барһам да телем үтте.
Шул ауылда тыумыштан телһеҙ берәү булды. Тәүлә туғандары менән килеп нәмә һатып ала торғайны. Аҙаҡ, туғаны ҡайҙалыр күсеп китеп, теге телһеҙ бер үҙе генә магазинға йөрөй башланы. Пенсия ала, аҡсаһы бар. Ҡыҫҡаһы, аҡмаһа ла тамды инде телһеҙҙең аҡсаһы минең кеҫәгә. Һиҙһә һиҙгәндер ҙә, ҡысҡырып йөрөй алмай, урындағы магазинға килмәй ҙә хәле юҡ. Шулай...
Көрһөнөп аяҡ аҫтына текләп алды ҡатын. Әллә сираттағы гонаһын һөйләргәме юҡмы тип икеләндеме, Хәтифәгә ҡараңғы ине уның уйҙары.
- Туҡһанынсы йылдар башы ине. Алыпһатарлыҡҡа яңы күскән саҡ. Көн һайын хаҡ арта, бер яҡтан был беҙгә ҡулай ғына. Ҡасабала дача һатып алып шунда тора инек инде. Колхоз тарҡалғас ирем ҡалаға эшкә күскәйне. Бер таныш ҡатындың ире аварияла үлеп ҡалды. Балалары күп кенә, етешһеҙ йәшәйҙәр, күреп белә инем үҙҙәрен. Төнө менән илап килде. Хәйерлек, үлемдек тауар бир инде, балаларға пенсия юллағас түләрмен, зинһар ярҙам ит ти. Бер хаҡын биш итеп һораған нәмәләрен һаттым. Кешегә шаулап йөрөмә, үҙ кешем булғаныңа ғына хаҡын төшөрөп һатам тип алдаштырҙым. Ышанды бисара ҡатын. Аҙаҡ үҙ кешем тигәнемә ҡыуанып әллә күпме әйберемде күҙ йомоп һатып алды.
Беләһеңме, һәр саҡ, кемделер тингә генә булһа ла отһам, минең күңелдә күбәләктәр осҡан кеүек ҡәнәғәтлек тойғоһо тыуа ине. Рәхәт ине миңә, ҡыуана инем. Кемделер отмай ҡалһам көйәләнәм, енләнә инем хатта.
Бына һин ноҡот һалған әбейгә күпме хәйер бирҙең?
Ҡапыл ғына үҙенә төбәп биргән һорауға тертләп ҡуйҙы Хәтифә.
- Сәй һәм яулыҡ, йөҙ тәңкә генә биргәйнем.Ә нимәгә?
- Былай ғына. Мин тәүге килгәндә биш мең аҡсаға ҡушып ҡиммәтле кизе мамыҡ шәл һалдым хәйергә. Ә был юлы килгәндә, әбейҙе һынар өсөн хәйерлеккә прастуй яулыҡҡа ҡушып илле һумлыҡ ҡына һондом. Беләһеңме нимә, хәйерлектең ҙурлығы кеселеге был инәйҙе ҡыҙыҡһындырмай ахыры. Берҙәй ҡыуанып риза булып доға ҡыла. Өсөнсөгә лә киләм әле...
Ҡапыл ғына нимәнелер иҫенә алған кеүек
- Ә һиңә ни тип сығарҙы әле?- тип ҡатын ҡарашын Хәтифәгә төбәне.
- Әллә инде, дөрөҫкә сыҡһа ярар ине лә ул әйткәне. Малдарығыҙ алыҫҡараҡ киткән, ҡамауҙа күренә, нигеҙегеҙгә төшөп кенә тора. Йөрәгегеҙ уйлы, тиҙҙән ҡыуанырһығыҙ, тигәйне лә ,- тип яуапланы үҙ сиратында.
- Юғалғанды табырға булааа... - тип сәйер көрһөнөп ҡуйҙы ҡатын.
- Табылһын инде ул. Бала сағаһы бар, тапҡан таянғаны, күҙ терәп торғаны шул мал бит ауыл кешеһенең.
Хәтифәнең һүҙе менән килешеүен белгертеп ҡатын баш һелкеп ҡуйҙы.
Туҡталышта бер кем дә юҡ. Ҡала яғынан улай былай үткән машиналарҙы иҫәпкә алмағанда юл тып тын. Автобус үтер мәл дә етте. Ә ул һаман күренмәне.
- Ә һеҙ мал көтөп кенә йәшәйегеҙме? Үҙең ҡайҙа эшләйһең ?- тип төптәшә башланы юлдашы Хәтифәнән.
- Колхоз барҙа һауынсы булып эшләнем. Ике йылдан пенсияға сығармын тип өмөт итәм. Ирем ауыл көтөүен көтә. Улдарым өйләнешеп айырымландылар инде - тип ғаилә хәлен ҡыҫҡаса һөйләп ҡуйҙы.
- Ә минең ир ҙә, бала ла юҡ. Малайым бар ине, уныһы ла минән йөҙ борҙо. Ирҙе икенсе бисә һалдырып алды. Өҫтөндәге бер ҡат кейеме менән сығып китте ирем. Ғүмер буйы йыйған донъяның тинен дә бирмәнем. Уға ишщеү! Ә малай... атаһы һүҙенән сыҡмай. Йөрөһөндәр әйҙә!
- Яңғыҙ булғаныңа ла күңелеңә ауыр тойолалыр бәлки? - тип үҙе лә аңғармаҫтан фаразын әйтеп һалды Хәтифә.
- Юҡтыр. Ирем, малайым эргәлә саҡта уҡ шулай инем. Шыңшыу, мәңге ҡәнәғәтһеҙһең тип ташлап сығып киттеләр бит. Көләс әсәй кәрәк уларға, имеш...
Ни тип өндәшергә белмәй һүҙһеҙ ҡалды Хәтифә. Ҡабаланып юлға сыҡһа ла, автобустың һаман булмауына эсе боша биреп ҡуйҙы. Етмәһә, күңелһеҙ яҙмышлы ҡатын булды юлдашы.
- Беҙҙә бер ғаилә бар. Балалары күмәәәк, үҙҙәре мәңге етешһеҙҙәр. Иртән торалар ҙа ҡырмыҫҡа шикелле баҡсаларында соҡоноп, ҡул аяҡтары ярылып, йөҙҙәре ҡара янып йөрөйҙәр. Хәйер таратам тип бер барып инеп өйҙәренә хайрандар ҡалдым : малайҙары урамдарын таплыҡ итеп бөткән ағас юнып бысып, усаҡлыҡтарында ҡаҙандары боҫрап ҡайнай, тупһаларында елде генә самауыр ултыра. Уйлап ҡара, хәҙерге заманда кем самауыр ҡойоп ҡаҙан ҡайнатып йәшәй, ә?! Кит, донъянан артта ҡалып! Тубырлатып бала табып ултырғансы, шул бисә үҙен ҡараһа ни булған икән?! Өҫтәлдәрендә йүнле ризыҡ та юҡ, ә үҙҙәре гелән көләс, шаттар. Нимәгә ҡыуаналарҙыр, аптырамалы...
Тағы әллә нимәләр һөйләргә лә әҙер ине лә бит ҡатын, Хәтифәнең сумкаһы төбөндәге телефондың әсе сипылдауы һүҙен өҙҙө.
- Улым шылтырата. Нимә тине инәй тиҙер инде балағынам,- тип һөйләнә һөйләнә Хәтифә телефонын ҡолағына терәне.
- Әсәй, һөйөнсө! Һөйөнсө! Аттарҙы таптым бит тәким!- шатлығынан сәсәгән улының һүҙенә ҡамалған Хәтифә ҡыуанысынан ауыҙ йырып тик торҙо.- Мозафар туғайының түңәрәк һаҙы эсендә торғандар. Тумарлыҡ аша сыға алмай ҡамалғандар икән. Һыбай саҡ ҡыуып сығарҙым, шундуҡ ауыл яғына саптылар. Уф... табылды бит алай ҙа, әсәй. Ә, әсәй, һин барҙыңмы әллә теге инәйгә?
- Күп ҡыуанысҡа булһын балам! Эйе, барғайным шул, ҡайта алмай торам. Автобус үтмәне се әллә нишләп, - тине.
- Әсәй, хәҙер үҙеңә машина ебәртәм. Ҡәйнеш өйҙә ине, барып алып ҡайтыр. Көт, - тине лә телефонын һалды.
Әле генә ишеткән хәбәр һыуыҡһынып барған Хәтифәгә йылылыҡ бөрктө. Ҡыуанысы йөҙөнә бәреп сыҡты.
- Улым аттарын табып алып ҡайтып килә. Ҡәйнешен ебәрәм тине машина менән. Уй, алай ҙа ғына тапты бит әй! Вәт дөрөҫкә сыҡты бит ноҡотсо һүҙе. Алыҫҡараҡ киткән, ҡамауҙа тип тороп әйтте бит. Ҡайҙан белә тиерһең...
Күп көттөрмәне Хәтифә артынан машина ла килеп етте. Ҡасабаңа иртәгә ҡайтырһың, әйҙә беҙгә барып ҡайт тиһә лә юлдашын Хәтифә үҙе менән алып ҡайта алманы. Болоҡһоу йөҙлө ҡатын туҡталыштан сығып ҡала яғына йәйәү атланы. Хәтифә бер нисә боролоп ҡатын артынан ҡарап алды. Ҡулына йәтеш кенә сумка тотҡан ҡатындың иңендә ысынлап та ғазаплы йөк ятҡандай аҙымдары ауыр ине...

Миңзәлә Сирғәлина.

Фото интернеттан.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: