Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
2 Декабрь 2021, 21:15

Ынйы

Яҡты донъя бер ҡарайһа, Бер ағарыр. Бөтөн донъя бер кителһә, Бер ямалыр. Тик ҡараны ағартам тип Яфа сикмә.  Туң күңелде иретәм тип...

Яҡты донъя бер ҡарайһа,

Бер ағарыр.

Бөтөн донъя бер кителһә,

Бер ямалыр.

Тик ҡараны ағартам тип

Яфа сикмә. 

Туң күңелде иретәм тип

Өмөт итмә.

Форсатың бар, балам, аҡҡа

Ҡара яҡма.

Нескә күңел йыуаш була,

Шуны яҡла.

Шуны ҡаҡма...

Шуны яҡла. 

Мостай Кәрим

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: