Әҙәби бит
1 Декабря 2021, 03:33

Декабрь ниндәй буласаҡ?

Һынамыштарға күҙ һалығыҙ.

1 декабрь – әгәр ҡара ҡарға күрһәгеҙ, ҡыш йылы булыр.

2 декабрь – әгәр был көндө ҡар төшһә, ғинуарға тиклем сатнама һыуыҡтар көтмәгеҙ.

3 декабрь көндө ҡар яуһа, 3 июндә көслө ямғыр яуа. Әгәр киреһенсә булһа, йәй иртә килер.

4 декабрь – күктә болоттар күп булһа - һыуытасаҡ. Буран булһа - йылы һәм ҡарһыҙ ҡыш башланасаҡ, ти.

5 декабрь - бик ныҡ һалҡын булһа - оҙаҡламай бурандар башланыр.

Фото интернеттан.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас