Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
19 Ноябрь 2021, 19:00

Истәк балаһы (Булған хәл)

Ғилминур Янғаҙы ауылында 1934 йыпдың март айында тыуған. Атаһы - Йосопов Әйүп. Ә әсәһенең исемен берәү ҙә ниңәлер белмәй. Әсәһе үлгәндә, Ғилминур имсәк бала була. Уны үлгән әсәһенең имсәген имеп ятҡанда килеп табалар...

Әсәкәйемдең бер йыры хәтеремә уйылып ҡалған.

- Күгәреп тә ята Урал һырты,

Елә - саба бара күк бүре.

Эсмәҫ тә генә ерҙә һыу эсерә

Ҡыҙ баланы яҙған тәҡдире.

Бала саҡта йырҙың көйө мәшһүр "Урал" йырының көйө икәнен белмәй инем әле. Атайым ҡурайҙа ла уйнай ине "Урал"ды. Бесән сапҡанда йырлай ине әсәйем. Салғыһына таянып, уйҙарын алыҫҡа ебәреп. Мин бәпәй көтәргә бара инем бесәнгә - Миңзәлә һеңлемде көттөм ул йәйҙә. Ҡырғыҙстанға күсеп барып, бер нисә йыл йәшәп, Ишейгә килеп төпләнгән әсәйемдәр. Ә Ҡырғыҙстанға уларҙы Миңдеғәле апам, Гөлбәҙән өләсәйемдең бер туған кесе ҡустыһы саҡырып алған. Ул яҡтарҙа йәшәү шарттары күпкә яҡшы булған, тик беҙгә, балаларға, климат килешмәгән. Мин, имсәк бала, бирешмәгәнмен, ә Салауат ағайым ныҡ ауырыған. Фрунзе ҡалаһында тыуған өсөнсө бәпәйҙәрен, Сәлимә һеңлемде, күтәреп, илгә ҡайтҡан ҡәҙерлеләребеҙ. "Эсмәҫ тә генә ерҙә һыу эсерә..." - тип йыр сығарып, шуға йырлағандыр инде әсәкәйем. Йәшәү ҙә еңелдән булманы беҙ бала саҡтарҙа.

Ә һүҙем әсәйемдең ҡоҙағыйы, ана шул Сәлимә һеңлемдең ҡәйнәһе Ғүмәрова (Йосопова) Ғилминур Әйүп ҡыҙы хаҡында. Күпте күргән ике ҡоҙағыйҙың ошо һүҙҙәре лә ҡолағымда сыңлай әле лә: "Үлмәгәс, үлмәй икән әҙәм балаһы. Ҡыҙҙың йәне ҡырҡ, тигәне хаҡтыр боронғоларҙың”.



Эй, һин яҙмыш... Эй, һин, тәҡдир Ғали йәнәптәре....

Ғилминур Янғаҙы ауылында 1934 йыпдың март айында тыуған. Атаһы - Йосопов Әйүп. Ә әсәһенең исемен берәү ҙә ниңәлер белмәй. Әсәһе үлгәндә, Ғилминур имсәк бала була. Уны үлгән әсәһенең имсәген имеп ятҡанда килеп табалар. Күрше йәшәгәндәр микән, (уның да исемен хәтерләп ҡалмаған Ғилминур) бер ҡатын Ғилминурҙы ла, үҙ ҡыҙы Йәнбикә менән бергә имеҙә. Атаһы икенсе ҡатынға өйләнгәс (ә уның исемен белһәм дә яҙмайым), Ғилминурҙы үҙенә алып ҡайта. 1938 йылда ғаиләлә ир бала тыуа. Уға Мөхәммәт, тип исем ҡушалар. Дүрт йәше яңы тулған бәләкәй ҡыҙ Ғилминурға йәш бала көтөүҙең бөтә ауырлығын күтәрергә тура килә. Үгәй әсәй ниңәлер әкиәттәрҙәге кеүек уҫал, һаран була. Үгәй ҡыҙ Ғилминур ғына түгел, үҙ улы ла тәрбиә күрмәй, тамаҡтары ашҡа туймай. "Көбөлә һаҫып, ҡортлап ултырған ҡатығын да эсергә рөхсәт бирмәй торғайны, - тип һөйләр булған Ғилминур үҙ балаларына. - Һандығын бикләгән ат башындай йоҙаҡ әле булһа күҙ алдымда тора. Миңә ат башындай булып күренгәдер инде. Мөхәммәт ҡустым асығып ҡына үлде ул, башҡа бер ни ҙә түгел. Атай ҡайҙа йөрөгәндер, нишләп беҙҙә эше булмағандыр, белмәйем уныһын”. Нимә генә белһен дүрт - биш йәшлек сабый ҡыҙ бала? Эштә булғандыр атаһы, йә колхоз төҙөгәндер, йә ҡалдау ерҙәрен һөргәндер...

Биш йәшлек ҡустыһы үлгәс, Ғилминур өйҙән сығып китә. Һоранып йөрөй, кеше мунсаларында йоҡлай. Бетләп, ҡысыулап бөткән ҡыҙыҡайҙы Темәс балалар йортона урынлаштыралар. Бер туған ағаһы Зиннәт Йосопов менән Бөйөк Ватан һуғышына алынған атаһы Әйүп Йосопов был саҡта һуғыштың икһеҙ-сикһеҙ яу ҡырҙарының береһендә иле өсөн алышып йөрөй. Һуғыш тамамланыуға ыңғайлағас, үгәй әсә Темәс етем балалар йортонан матурайып үҫкән, күтәрелгән, өҫ-башы бөтәйгән Ғилминурҙы килеп ала. Атаһы һуғыштан ҡайтыуға ҡыҙы Ғилминур өйҙә булһын, йәнәһе. Тик Әйүп Йосоповтың хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ҡара ҡағыҙ ғына килә. Зиннәт Йосопов та хәбәрһеҙ юғала.

Үкһеҙ етем ҡалған Ғилминурға үгәй әсә өйөндә көн бөтә һәм ун йәшлек ҡыҙыҡай баш һуҡҡан яҡҡа тигәндәй, Янғаҙынан сығып китә. Яңғыҙ булмай улар - ике үҫмер ҡыҙ бергә сыға. Тик ул ҡыҙҙың да исемен онотҡан Ғилминур, бигерәк бәләкәй булалар бит. Китеп тик бара улар. Атҡа ултыртыусылар булһа, ултырып барып төшөп ҡалалар, булмаһа - йәйәү. Ҡыҙҙар Хәйбулла яҡтарынан Ырымбур далаларын барып сыға. Ҡышлаған башаҡ ашап, ағыуланалар. Теге ҡыҙ үлә, ә хәле бөтөп йығылған Ғилминурҙы Орск ҡалаһына һарыҡ ҡыуып барған ҡаҙаҡтарҙың ҡыҙы күреп ҡала.

- Әкә! Бында истәк баласы ята! - тип атаһына ҡысҡыра. Ҡаҙаҡтар үлеп ҡалған ҡыҙҙы шунда ер ҡуйынына тапшырып, Ғилминурҙы үҙҙәре менән ала. Шулай итеп, ҡаҙаҡ Нурымдың 12 балаһы өҫтөнә Ғилминур ун өсөнсө бала булып йәшәй башлай. Һауыға, шәбәйеп китә. Тик күҙҙәре ниңәлер көндән-көн насарыраҡ күрә башлай, тома һуҡыр ҡалыу ҡурҡынысы тыуа. Шул саҡ ҡаҙаҡ әбейе Ғилминурға үҙенең йылы ғына һейҙеге менән һәр иртә күҙҙәрен йыуырға кәңәш бирә. Ғилминур шулай эшләй ҙә.

- Бер көнө иртәнсәк күҙемде һейҙегем менән йыуҙым да ҡурҡып ҡына күҙҙәремде астым. Барыбер күрмәйем, тип күҙҙәремде йомоп йөрөй торғайным.Ҡыуанып киттем - күрә башлағанмын бит! Шулай итеп күҙҙәремдең нуры ҡайтты. Рәхмәт ул ҡаҙаҡ әбейенә.

Ҡаҙаҡ ғаиләһендә Ғилминур эшкә өйрәнеп, егәрле, сос, тырыш булып үҫә. Ҡаҙаҡса һөйләшә, ҡаҙаҡ аштарын бешереп өйрәнә, ҡаҙаҡ йолаларын тота. Ғүмерлек тормош юлдашы Рәфҡәт менән дә ҡаҙаҡтар ҡауыштыра Ғилминурҙы.

Рәфҡәт Хәсән улы Ғүмәров 1932 йылда Баймаҡта тыуа. Ул да әсәйҙән (Хәйербанат) иртә етем ҡала, уның да атаһы Бөйөк Ватан һуғышында баш һала. Уның да атаһының хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында 1943 йылда ҡағыҙ килә.

Хәҙер иһә Хәсән Әйүп улы Ғүмәровтың Белоруссияның Бояры хуторындағы Туғандар ҡәберлегенә ерләнгәне билдәле.

Баймаҡтан - өсәү, ә Темәстән берәү Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһына ФЗО-ға уҡырға ебәрелә. Рәфҡәт Ғүмәров электрик һәм тракторсы һөнәрен ала һәм Кваркин районының Большевик ауылында хеҙмәт юлын башлай. Шунда эшләгән Нурым Рәфҡәтте күрә, ҡарап йөрөй, һынай һәм шундай ҡарарға килә: был ике истәк балаһын таныштырырға, ҡауыштырырға кәрәк. Шулай башланып китә ике етем истәктең бер яҙмышы. Нурымдың әбейе бер буй юрған, бер яҫтыҡ, ике көрөшкә, ике ҡалаҡ, ике сеүәтә биреп, йәштәрҙе совхоз өйөнә башҡа сығаралар. Ғүмәровтарҙың Рауил, Фәтих, Сәлимйән улдары шул Большевик ауылында тыуа.

1961 йылда Баймаҡ районынының Ишмырҙа ауылына күсеп киләләр. Ғилминур тауыҡ фермаһына эшкә төшә, Рәфҡәт ҡарауылсы була. Ә 1963 йылда ағаһы Хәмзәнең саҡырыуы буйынса Рәфҡәт Ғүмәров ғаиләһен алып Күлйортауға күсеп килә. ТРУ-ла (Тубинское рудоуправление) гидравликала, алтын йыуыуҙа эшләй, аҙаҡ забойщик булып китә. Баймаҡҡа үҙе тыуған урамға, хәҙерге Карл Маркс урамына өй һалып, йәшәй башлағас та забойҙа эшләй әле. Ғилминур хаҡлы ялға сыҡҡансы магазинда техничка була. Аҡыллы, эшһөйәр балалар үҫтереп, етеш донъя көттөләр. Шуныһы ҡыҙыҡ, Нурым оло улына васыят иткәндәй әйткән була: Ғилминурҙы эҙләп тап, донъяһын күр. Ауыр йәшәһәләр, ярҙам итерһегеҙ, яҡшы йәшәһәләр, шулай ҡалһын. Ә был саҡта Ғүмәровтар ике һыйыр, егермеләгән һарыҡ - кәзә, күпләп ҡаҙ - өйрәк аҫыраған була. Йорт-ҡура төҙөк, емеш, йәшелсә уңа баҡсаларында. Нурымдың улы ике көн ҡунаҡ булып, ҡыуанып ҡайтып китә.

Ә 1984 йыл тирәһәндәрәк Ғилминурҙы эҙләп ҡараусыһыҙ ҡалған үгәй әсәй ҙә килә. Ҡал миндә, тиһә, ҡалырға ниәте лә бар тел төбөндә. Тик Ғилминур, ни тиклем генә ярҙамсыл, ни тиклем йомшаҡ күңелле булмаһын, үгәй әсәнән күргән ыҙаларын, нужаларын ғәфү итә алмай...

Матур ғүмер кисерҙе Ғилминур һәм Рәфҡәт Ғүмәровтар. Үҙ-ара мәрәкәләшеп: "Эй, истәк малайы, сәй эсәйек! Әй, истәк балаһы, сәй яһа”, - тип көлөшөп алалар ине. Хәҙер улар икеһе лә баҡый донъяла. Имандары юлдаш булһын.



*Истәк - ҡаҙаҡтар башҡорттарҙы шулай атап йөрөтә.

Таңһылыу Вәлиева - Ҡарасурина.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: