Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
15 Ноябрь 2021, 22:27

ҒОРУРЛЫҠ ТУРАҺЫНДА ХИКӘЙӘТ

Имәндең ботаҡтары елгә саҡ сыҙап ултыра. Тамырҙары менән ергә бар көсөнә йәбешә. Ә көслө ел юлында башҡаса ҡаршылыҡ булмауынан файҙаланып, яңжыҙ ултырған имәнгә ташлана. Башта нәҙек ботаҡтары һынып оса, унан хәлһеҙләнгән имән үҙе лә шарт һынып, ергә ауа.

 

Матур ғына баҡсала имән үҫеп сыға. Йылдар уҙыу менән ул матурая ― оҙонораҡ, һомғолораҡ, мөһәбәтерәк, киңерәк була бара. Тәхеттә ултырған батшамы ни!

Был баҡсала шулай уҡ башҡа ағастар ҙа ― ҡайындары ла, уҫаҡтары ла, ҡарағасы ла, хатта муйыл менән тал сыбығы ла үҫкән була. Был ағастарҙан төшкән күләгә имәндең йәненә тейә икән. Шулай ҙа имән асыуын һиҙҙермәйсә үҫеүен дауам итә. Бер үк ваҡытта уның ғорурлығы менән нәфрәте лә үҫә.

Шулай бер көн ул түҙмәй:
― Бынау меҫкен талды алып ташлағыҙ! ― тип ҡысҡырып ебәрә. Күп тә тормай меҫкен талды төбө-тамыры менән алып ташлайҙар.

Был ғына етмәй имәнгә.

― Бынау муйыл менән күрше булғым килмәй! Уның таралып үҫкән ботаҡтары миңә ҡамасаулай, ― ти нәфрәтләнеп.
Тиҙҙән муйыл да юҡҡа сыға.

Үҙенә бирелгән хакимлыҡ был имәндең ғорурлығын йәнә арттырып ебәрә.

Тиҙҙән ул йәнә яңы фарман бирә:
― Бынау алма менән грушаларҙы алып ташлағыҙ! ― тип екерә. Меҫкен груша менән алмағастар утынға китә. Ошо уҡ яҙмыш ҡайындарҙы ла, уҫаҡтарҙы ла, хатта ҡарағас менән ҡарағайҙы ла көтә ине. Хәҙер инде имәнде түмәрҙәр генә уратып ала. Әммә имән бер ваҡытта ла булмағанса шат, бәхетле!

Көндәрҙең береһендә буран ҡуба. Имәндең ботаҡтары елгә саҡ сыҙап ултыра. Тамырҙары менән ергә бар көсөнә йәбешә. Ә көслө ел юлында башҡаса ҡаршылыҡ булмауынан файҙаланып, яңжыҙ ултырған имәнгә ташлана. Башта нәҙек ботаҡтары һынып оса, унан хәлһеҙләнгән имән үҙе лә шарт һынып, ергә ауа.

Кешеләр ҙә тап ошо имән ағасы кеүек яһил ҡыланалар. Мин иң яҡшыһы, тип уйлайҙар. Бындай мин-минлек һуҡырлыҡ менән тиң бит ул. Тора бара яңғыҙ ҡалдырырға ла күп һорамай.

Шуға ла әйләнә тирәләгеләргә иғтибарлы булайыҡ. Хикәйәттәге имән кеүек яңғыҙ тороп ҡалмайыҡ.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: