Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
28 Октябрь 2021, 11:30

Күстәнәс

28 октябрь — Өләсәйҙәр һәм ҡартатайҙар көнө! Юлға сығыр булһа, өләсәйемКүстәнәстең һала иң тәүен —Бер түтәрәм генә булһа ла ул,Танһыҡҡа тип, ауыл икмәген...

Күстәнәс
Юлға сығыр булһа, өләсәйем
Күстәнәстең һала иң тәүен —
Бер түтәрәм генә булһа ла ул,
Танһыҡҡа тип, ауыл икмәген.

Бер түтәрәм генә икмәктә бит
Ҡамыр баҫҡан әсәм ҡулы бар,
Иген иккән ауылдаштар миңә
Буй етмәҫлек бейек, ололар.

Яуҙа башын һалған яҡташтарҙың
Аманаты ҡалған икмәктә.
Ҡояш нуры, ҡош моңдары һеңгән
Икмәк тигән оло хикмәткә.

…Бер минутта ғына әллә күпме
Уй уйлатты ауыл икмәге.
Ә өләсәй һөйләй-һөйләй һыйлай:
«Күстәнәстән ауыҙ ит әле».
Зөһрә Ҡотлогилдина.

Фото интернеттан

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: