Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
26 Октябрь 2021, 15:00

Хикмәтле хикәйә

Кеше үлгән. Эте лә эргәһенә ятып мәңгелеккә күҙен йомған.Һәм бына кешенең йәне ниндәйҙер алтын ҡапҡа алдында тора, ти. Эргәһендә – эттең дә йәне. Ҡапҡанан ҡарауылсы килеп сыҡҡан.- Был ниндәй урын? – тип һораған унан кеше.- Был – ожмах була. Һин үлгәнһең дәһә, әйҙә, ин, ял ит...

Кеше үлгән. Эте лә эргәһенә ятып мәңгелеккә күҙен йомған.
Һәм бына кешенең йәне ниндәйҙер алтын ҡапҡа алдында тора, ти. Эргәһендә – эттең дә йәне. Ҡапҡанан ҡарауылсы килеп сыҡҡан.
- Был ниндәй урын? – тип һораған унан кеше.
- Был – ожмах була. Һин үлгәнһең дәһә, әйҙә, ин, ял ит...
- Ә унда һыу бармы?
- Унда йәнең теләгән бөтә нәмә лә бар.
- Минең этем бар ине бит әле...
- Юҡ, эт менән ярамай, - тип ҡарауылсы өҫтәге “Хайуандар менән инергә ярамай!” тигән яҙыуға күрһәткән.
Инмәгән кеше, үтеп киткән. Арыраҡ икенсе ҡапҡа күреп, шунда барғандар. Уның төбөндә лә бер ҡарт ултыра икән.
- Ғәфү итегеҙ, был ҡапҡа артында нимә?
- Ожмах.
- Ә эт менән мөмкинме?
- Әлбиттә!
- Ә теге алда осраған ниндәй ҡапҡа булды һуң?
- Ул – тамуҡ. Ә ожмахҡа дуҫтарын ташламаған кешеләр генә килеп етә, - тигән ҡарт.

Зөһрә Ҡотлогилдинаның сәхифәһенән.

Фото интернеттан.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: