Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
24 Октябрь 2021, 15:00

Хаҡлы ялға сығам!

Дарыуҙарҙы ҡапҡылаһаң Аҡса күп китә. Егеттәрсә йәшәүеңә Нимә һуң етә?..

Хаҡлы ялға сығам тип,

Ҡыуанма сәле.

Ауырыуыңдың яңынан

Ҡоторған мәле.

 

Йәш саҡтағы атҡа атланып

Сабыуҙар бөттө.

Ҡөрьән уҡып, ғәмәл ҡылыу

Ваҡыты етте.

 

Нурҙай балҡып янған сағың

Үтә лә китә.

Йәшлектәге ҡайнар хистәр

Булһа ла үтә.

 

Хаҡлы ялға сығам тип

Ҡайғырма сәле.

Туғайҙарҙың йәм-йәшелгә

Күмелгән мәле.

 

Дарыуҙарҙы ҡапҡылаһаң

Аҡса күп китә.

Егеттәрсә йәшәүеңә

Нимә һуң етә?

 

Аҡса тиеп үлеп барма.

Аҡса – ауырыу.

Намаҙыңды уҡы һин гел

Шул бит һауығыу.

Әхмәт Раҡаев.

Ишмөхәмәт ауылы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: