Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
17 Октябрь 2021, 16:00

Атайҙар Себер китә...

“Сибиряк” ҡатындары исеменән:  - Китәм, - тиһең. Юҡ, оҙаҡҡа түгел,  Юҡ, тиҙгә лә түгел. Ай үтер.  Һин юҡ саҡта яҙым япраҡ ярыр,  Һинһеҙ генә йылы йәй етер...  Һинһеҙ генә атыр күпме таңдар!  Күпме һыуҙар ағыр. Ел иҫер

“Сибиряк” ҡатындары исеменән: 

- Китәм, - тиһең. Юҡ, оҙаҡҡа түгел, 

Юҡ, тиҙгә лә түгел. Ай үтер. 

Һин юҡ саҡта яҙым япраҡ ярыр, 

Һинһеҙ генә йылы йәй етер... 

 

Һинһеҙ генә атыр күпме таңдар! 

Күпме һыуҙар ағыр. Ел иҫер... 

Көтөп үтер ғүмер. Әйтсе миңә: 

Быға риза булғас, кем иҫәр? 

 

Һинһеҙлеккә күнгән мин ғәйепле! 

Китмәҫ инең, риза булмаһам! 

Матди етешлекте яңғыҙлыҡтан, 

Һағыныуҙан өҫтөн ҡуймаһам... 

 

Ай тораһың өйҙә, ай – ситтәһең, 

Ярты ғүмер яңғыҙ теп-теүәл! 

Минһеҙ үткән һинең айҙарың йәл, 

Һинһеҙ үткән минең көндәр йәл... 

 

Атай һағынып үҫә балаларың, 

Төндә уяналар һаташып: 

- Атай, атай! – күҙ йәштәрем аша 

Көләм, йыуатырға маташып... 

 

Беҙ түҙербеҙ инде. Ҡатындар беҙ! 

Беҙҙең яҙмыш – сабыр итергә, 

Бар донъяны үҙ елкәңдә һөйрәп, 

Һинең ҡайтҡаныңды көтөргә. 

 

Йонсоп, сикәләрең һаҡал баҫып, 

Ҡайтырһың һин, беләм, ай үткәс, 

Яҙҙан яҙып ҡалдым. Онотолор! 

Ҡосағыңа алып, бер үпкәс)) 

 

Шулай өмөтләнеп көткән булам, 

Түҙәм. Беләм: булыр ҡәҙерем! 

Сәләмәт бул берүк. Имен йөрө! 

Тиҙерәк ҡайт инде, ҡәҙерлем!!! 

 

Көтәм, сабыр итеп, һағына-һағына, 

Һин ҡайт ҡына! Минең етер хәл! 

Тик шулай ҙа минһеҙ айҙарың йәл, 

Һинһеҙ үткән минең көндәр йәл... 

Яңғыҙ үткән һалҡын төндәр йәл... 

Фирүзә Абдуллина.

Фото интернеттан.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: