Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
5 Октябрь 2021, 18:00

Һөйҙөргән дә, биҙҙергән дә ҡатын-ҡыҙ...

- Ә иремде ултырттылар, шәп иттеләр. Әтеү, мин мал табам, һин бушҡа туҙҙыраһың тип йәнемде ашай ине, әйҙә, башы төрмәлә сереһен ҡороғорҙоң. Эшләһен, әйҙә, аҡсаһын, унда ҡапсыҡлап бирәләр, тиҙәр. Әтеү берәү һаулығын бөтөрөп, мал таба. Хәҙер һаулығын ныҡ ҡайғыртыр, уголовниктар өйрәтерҙәр. Малайҙар үҫкән инде, үҙ йүнен- үҙҙәре күрһендәр. Минең үҙ тормошом, нисек теләйем, шулай йәшәйем. Ә ирҙәр... улар бер көтөү. Ил бөтмәһә, ир бөтәме ни? Бәпәйем, ҡасан миңә киләһең, тип саҡырып тороусылар муйындан, теләһәм, бөгөндән унға бара алам. Юҡ, ниңә әле ошондай ирекле тормоштан баш тартырға? Әхирәттәрем менән рәхәтләнеп ил гиҙәбеҙ, дуҫ- иш менән күңел асабыҙ. Эшкинмәгән ирҙең ыштанын йыуып ултырырға әллә.

Транспорт туҡталышы эскәмейәһенә икәү ҡунаҡлаған. Икеһенең дә өҫ- баштары бөтәрләнеп, ҡараланып ҡайышланған. Оло йәштәге апайҙың хәлгенәһе бигерәк мөшкөл, ахырыһы, таяҡҡа таянған арыҡ ҡулдары, әллә киҫкен иҫкән һалҡын елдән, әллә инде “градус” етмәүҙән ҡалтыранып ыҙалата. Ҡорош тәнендәге оҙон күлдәгенең итәктәре һүтелеп һәлпәйгән, ике аяғына ике төрлө ойоҡбаш, иҫке калуш эләктергән аяҡтары таш булып ҡатҡан. Үҙе, күҙ төбөндәге күк “фонар”ын йәшерергә теләгәндәй, башындағы меҫкен спорт башлығын бер туҡтауһыҙ уңға-һулға тартҡылай. Эргәһендәге йәшерәге, күптән шампунь, тараҡ күрмәгән башын тырнай- тырнай, бер туҡтауһыҙ тәтелдәй.-Ҡайҙа, апаҡайым, бер илле тәңкә булһа ла аҡса бир әле,- тине был, минең уларға ҡарата иғтибарымды тойоп. –Бына икмәк алырға ине, аҡсабыҙ етеңкерәмәй...-Икмәгегеҙ кеҫәгеҙҙә бит,- тинем “Һылыуҡай”ҙың салбар кеҫәһенән башын ҡалҡыттҡан “ сикүшкә”гә ымлап. –Күрәм, һеҙгә башҡа төрлө икмәк кәрәкмәй.

-Эйе, был икмәкте сәйнәп тә ыҙаланырға түгел, һәләк шыма үтә,- тип йылмайырға тырышты олоһо, тешһеҙ ауыҙын йәмһеҙ ҡыйшайтып. – Был ғына нимә инде ул, беҙҙең кеүектәргә бер йоторлоҡ ҡына...
-Һүҙ һөйләп тамаҡ туямы, эшкә күсергә ваҡыт,- тине йәшерәге, шешәнең ғорлоһонан ғорҡолдата- ғорҡолдата. – Ҡайғырма, изге кешеләр осрар әле, тағы бер- ике шешәлек йыйырбыҙ. Һин дә, апай, ҡырҡмышланып торма, булғас- булһын, һал әйҙә йөҙ тәңкәңде, хәйерҙән тиген дә,- тине был, үтә батырланып. - Хәҙер бит гонаһлы кешеләр күп, беҙгә хәйерҙе аҡсалата булмаһа, аҙыҡ- түлек, әйберләтә лә бирәләр. Бына өҫтөмдәге бынау курткамды һәм кофтамды фәлән апай биргәйне, итегемде ... хәтерләмәйем, берәйһенекен эләктереп сыҡҡанмындыр. Гел генә былар шулай темеҫкенләнеп йөрөй тип уйлайһыңдыр, яңылышаһың, апаҡайым. Беҙҙең урамда ла байрам булған саҡтар күп ул, был ваҡытта һинең кеүек һарандарға төкөрөп бирәбеҙ, белгең килһә. Саҡ ҡына түҙһәк, бына апайым пенсия алырға тора, унан инде әсәйемдең пенсияһы етә. Һуҡыр ул, ултырған урынынан да ҡуҙғала алмай. Сирле кешегә аҡса нимәгә кәрәк, барыбер тиҙҙән үлергә. Тәк што, беҙҙән дә рәхәт йәшәгән кеше юҡ!- тине был, күп эсеүҙән шешмәкләнеп йонсоған йөҙөнә ғорурлыҡ билдәләрен сағылдырып.
Миңә кәрәкле маршрут автобусы килмәй ҙә, килмәй. Сараһыҙҙан “һылыуҡай”ҙың монологын артабан да тыңларға тура килде.
- Уҙған йыл ирем шулай һыу эсә алмаҫлыҡ итеп туҡмап, балнис ярҙамын алғас, башым иҙелеп, битем- күҙем шешенеп, аяҡ-ҡулым гипста көйөнсә “Магнит” магазины тупһаһына килеп ултырҙым. Халыҡ йәлләй белә икән, кемдер итәгемә аҡса, кемдер икмәк, һөт, колбаса һалып китә. Бер көнъяҡ кешеһе ике лыҡа тулы пакет аҙыҡ- түлеккә ҡушып, биш йөҙ тәңкә аҡсаһын да тотторҙо. “Минең ата- әсәйем рухына доға ҡыл”,- тине. Әхирәттәрем менән аҙна буйына рәхәтләнеп “доға уҡыныҡ”, һеҙ , әлбиттә, быны күҙ алдына ла килтерә алмаҫһығыҙ. Бар бит ул, шулай, донъяла изге әҙәмдәр. Бөтәһе лә һинең кеүек илле һум өсөн дер ҡалтырап тормайҙар, тип һаман да минән аҡса һығыуын дауам итте был. Эскән кеше нимә генә һөйләмәҫ, иғтибар итмәҫкә тырышам. Эш башы аҡсала түгел дә бит. Ундайҙарҙы йәнем һөймәй шул, бигерәк тә эскән ҡатын- ҡыҙҙы.
- Ә иремде ултырттылар, шәп иттеләр. Әтеү, мин мал табам, һин бушҡа туҙҙыраһың тип йәнемде ашай ине, әйҙә, башы төрмәлә сереһен ҡороғорҙоң. Эшләһен, әйҙә, аҡсаһын, унда ҡапсыҡлап бирәләр, тиҙәр. Әтеү берәү һаулығын бөтөрөп, мал таба. Хәҙер һаулығын ныҡ ҡайғыртыр, уголовниктар өйрәтерҙәр. Малайҙар үҫкән инде, үҙ йүнен- үҙҙәре күрһендәр. Минең үҙ тормошом, нисек теләйем, шулай йәшәйем. Ә ирҙәр... улар бер көтөү. Ил бөтмәһә, ир бөтәме ни? Бәпәйем, ҡасан миңә киләһең, тип саҡырып тороусылар муйындан, теләһәм, бөгөндән унға бара алам. Юҡ, ниңә әле ошондай ирекле тормоштан баш тартырға? Әхирәттәрем менән рәхәтләнеп ил гиҙәбеҙ, дуҫ- иш менән күңел асабыҙ. Эшкинмәгән ирҙең ыштанын йыуып ултырырға әллә. Эстем, эсәм, эсәсәкмен, имею на это право!- тип күкрәк һуғып ҡыҙа төштө “бал королева”һы. Бөтәһенә үс итеп эсәм! Әсәйемә, иремә, туғандарыма... төкөрҙөм мин уларға. Өйрәтмәһендәр мине нисек йәшәргә!
Ярай автобус килде, юлымды дауам иттем. Күңелемдәге ауыр уйҙарҙан ғына арына алмай оҙаҡ интектем. Юҡ, эскесе ҡатындарҙы тәүге күреүем түгел, уларҙың лыҡылдауҙарына бик ҡолаҡ һалғаным булманы бығаса. Эскелек арҡаһында тормоштары селпәрәмә килгән бер ғаиләнең яҙмышы күҙ алдыма баҫты. Ә ундайҙар бит меңдәр, миллиондар. Ҡорбандар, балаларҙың әсе күҙ йәштәре, ғазаптар менән һуғарылған аяныслы яҙмыштар...
Эйе, халҡыбыҙға ябырылған был аяуһыҙ афәт тураһында күпме генә әсенеп һөйләһәк тә, хәлде ыңғай яҡҡа әйләндереүҙең юлдарын таба алмай интегәбеҙ. “Йәшел йылан”ды юлдаш итеп, үҙенең, яҡындарының тормошон тамуҡҡа әйләндергән мәхлүк йәндәргә әйттеңме ни ҙә әйтмәнеңме ни. Уларға диңгеҙ тубыҡтан, донъя ла, бала ла кәрәкмәй, бер йотом һаҫыҡ шыйыҡсаға әсәһен алыштырырға ла әҙерҙәр. Ундайҙар гәзит- журнал уҡымай, радио- телевидениенан был темаға алып барылған едти тапшырыуҙарҙы тыңламай. Ә өгөт- нәсихәтте яңылыш ҡына ла бирә күрмә, уларҙың ҡан дошманына шундуҡ әйләнерһең. Үҙ ғәйебеңде танып, тәүбәгә килер, төҙәлергә ынтылыр урынға, таяҡтың йыуан башын башҡаларға төшөрөү, үҙ гонаһтарын яҡындарының күҙ йәше менән йыуыу хас бындайҙарға. Дауалауҙар ҙа, күп осраҡта, ыңғай һөҙөмтә бирмәй, сөнки был алама ғәҙәттән ҡотолоу өсөн ихтыяр көсөн ҡайҙан алмаҡ кәрәк? Алкоголь барыһын да үлтерә: мейенең уйлау, үҙеңде тота белеү һәләтен дә, ихтыяр көсөн, кешеләге кешелек сифаттарын да...
Йәмғиәтебеҙҙәге иң аяныслы күренештәрҙең береһе- ҡатын- ҡыҙҙың эскелек менән мауығыуы. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда уҙған йылда республикабыҙҙа эскесе ҡатын- ҡыҙҙарҙың һаны ете процентҡа артҡан. Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарының 26 проценты спиртлы эсемлекте эсмәйенсә тора алмай. Алкоголизм сире менән ауырыусы гүзәл заттың уртаса йәше 35 менән билдәләнә. Ә был бит ҡатын-ҡыҙҙың иң донъя көтөр, бала бағыр ваҡыты...
Эсәм тигән кешегә һылтауы табыла инде ул. Байрам, кәйеф- сафа ҡорорға атлығып ҡына торабыҙ бит. Бәләкәй генә шатлыҡта ла, ауыр ҡайғы кисергәндә лә араҡы тигән йылтырға мөрәжәғәт итергә яратабыҙ. Эшендә, тормошонда тырнаҡ ҡәҙәре генә уңышҡа өлгәшкән хеҙмәттәштәребеҙ ҙә бындай “бөйөк ҡаҙаныштар”ын “йыуҙырмай”ҡалһа, башҡалар күҙенә нисек ҡарар? Пенсия йәшенә етеп, ниһәйәт “үҙе өсөн йәшәй башлаған” апайҙарыбыҙҙың ҡайһы берәүҙәре лә “дарыу”урынына зәмзәмбикәне ҡуллана башлай. “Эсеңә ҡорт эйәләмәһен тиһәң, аҙыраҡ булһа ла эсергә кәрәк, табип шулай ҡушты!”- тип үҙ ҡылығын “фәнни күҙлектән” аҡлап, башҡаларға ла тағырға тырыша. Табип ҡәҙәре табип шулай тип әйтеп торғас, бер – ике рюмка күтәргәндән әллә ни булмаҫ. Һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәй- “дауаланыу курсын үткән” инәйҙәребеҙ пенсияһының күп өлөшөн ошо харамға тотонорға һис йәлләмәй. “Теге йәки был ерем ауыртып ныҡ ыҙалана инем, шуны ҡапҡылаһам, кеше булам да китәм”,- тип “һауығыу серҙәре” менән бүлешеүҙе лә кәрәк тип табалар. Ирҙәре ситтә мал тапҡан ҡатын- ҡыҙға бөтөнләй хөрриәт - улар йән киҫәккәйҙәрен алыҫ юлға оҙатыу “моңһоулығын” мотлаҡ әхирәттәре менән уртаҡлашырға тейеш. “Ир – ишектән, беҙ- тишектән”,- тип шатлана – шатлана бер өйҙә башланған ен- бәрейҙәрҙең театрлаштырылған тамашаһы ай үтеүгә һәр өйҙә драмаға әйләнә...Йорт-ер ҡотһоҙ, балалар, малдар ҡарауһыҙ, өйҙә сысҡан күҙенә һиберлек ризыҡ юҡ, ирҙең ыҙаланып тапҡан аҡсағынаһы елгә осҡан. Ишек төбөндәге тимер карауатта алам- һоламлы бысраҡ түшәк өҫтөндә һушһыҙ булып аунаған ҡыҙыл танаулы, шешмәк битле ҡотһоҙ бисураны ирмен тигән ир ҡосаҡлап ятырмы ла, хужабикә итеп танырмы?
“Ҡыҙҙарым һыра эсергә әүәҫләнде. Көн аша мунса яғалар ҙа, эргәләге магазиндан баллон- баллон һыра ташый башлайҙар. Оло бокалдарға ҡойолған һыраны ирҙәре менән типә тиң күтәрә һуғалар. Иҫермәйҙәр ҙә үҙҙәре, туҡтарға ла уйламайҙар. Аҡсалары бөтөп китһә, оләсәң пенсия алғандыр, бар, биреп торһон, тип ейәндәремде эшкә ҡушалар. Ни эшләтергә инде шуларҙы?”- тип тип аһ- зарын белдергәйне бер танышым. Йәштәр “культурно ял итергә “ ярата шул хәҙер. Элегерәк замандағы кеүек башын баҫып донъя көткән, иренә, ҡәйнәһенә ярарға тырышҡан килендәрҙе көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә табыуы ҡыйыныраҡ булыр. Киреһенсә – улар генерал урынында. Йәмғиәтебеҙҙәге яман күренештәр, телеканалдарҙан көнө- төнө күрһәтелгән аҙғынлыҡты, башҡалар иҫәбенә ҡоролған рәхәт, еңел тормошто данлаған тапшырыуҙарҙы ҡараған йәштәрҙең юрғандары ҡыҫҡа булһа ла, аяҡтарын оҙон һуҙып йәшәргә тырышыуҙары аңлашыла. Юҡ, бар йәштәр ҙә шулай, тип әйтергә һис кенә лә йыйынмайым. Улар араһында бынамын тигән итеп донъя ҡороп, тәртипле, аҡыллы балалар үҫтергәндәре, хәләл көсө менән тапҡан аҡсаларын кәрәкмәгәнгә сарыф итмәйенсә матур итеп тотонғандары, алдарына оло маҡсаттар ҡуйып йәшәгәндәре лә ифрат күп. Шулай ҙа, йәш ҡыҙҙар, килендәр араһында спиртлы эсемлектәр һемереүсе, тәмәке тартыусыларҙың һаны(хатта йөклө килеш тә) йылдан- йыл арта барыуын бер нисек тә инҡар итеп булмай. Бөтә бәләләребеҙҙең сәбәбен заман заңына, эшһеҙлеккә, тормош ауылыҡтарына япһарып, үҙ- үҙебеҙҙе аҡларға, ғәйепте ҡайҙандыр ситтән эҙләргә хатта яратабыҙ. Ә бит тәрбиә иң тәүҙә ғаиләнән башлана һәм тәрбиә дилбегәһе, теләйбеҙме, юҡмы – ҡатын – ҡыҙ ҡулында икәнлеген онотоп ебәрмәһәк ине.
Эйе,мисәүләнгән аттарҙың ҡап уртаға егелгәне кеүек донъя йөгөн төптән тартырға мәжбүр бөгөнгө ҡатын- ҡыҙ. Бер яҡтан уның башын булдыҡһыҙ ире шаҡарһа, икенсе яҡтан-үҫеп, аяҡҡа баҫа алмай ыҙаланған балалары бер туҡтауһыҙ сығынлай. Күптәр был йөктө тарта алмай бөгөлә, һына. Күңел тыныслығын ваҡытлыса ғына булһа ла тип спиртлы эсемлектәрҙән табырға өмөтләнгәндәре тора-бара бөтөнләй эскегә һабыша. Ҡатын -ҡыҙҙың организмы күпкә көсһөҙ, ул был үҙе теләп алған сирҙән аҙаҡ, бик теләһә лә, ҡотолоу юлын таба алмаясаҡ. Шатлыҡта ла, ҡайғылы сағыбыҙҙа ла ҡулыбыҙҙы рюмкаға һуҙыр алдынан уның эҙемтәләре тураһында уйланһа ине гүзәл зат. Мейес башындағы әсе балынан өҙөлмәгән, ире, хәл белешергә ингән әхирәттәре, күрше-күләне, аҙаҡ буй еткергән улдары, ҡыҙҙары менән сәкәштереп, йырлап- бейеп эскән әсәйҙәрҙең балалары ла ояһында күргәнен дауам итә бирә. Инәһе көслөнөң күсе лә көслө. Ниндәй генә эскән, холоҡһоҙ ир менән йәшәп тә, рух ныҡлығын һындырмаған, балалары алдында яуаплылыҡ тойғоһон һүндермәгән әсәйҙең балалары тормошта барыбер үҙ урындарын таба.
Ҡатын- ҡыҙҙы донъя тотҡаһы тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Ошо тотҡа ныҡ, ышаныслы булһын тиһәк, ҡыҙ баланы бишектән бишкә төрләнә башлағансы уҡ тәрбиәләү мөһим. Боронғолар ҙа бит ҡыҙҙы ҡырыҡ урындан тыйыу кәрәклеген быуындан- быуынға әйтә килгән. Ә беҙ бөгөн ҡыҙҙарыбыҙҙы тыйып үҫтерәбеҙме? Башҡаларҙан ҡалышмаһын тип бәләкәйҙән аллы- гөллө кейендереп, бәпләп кенә тәрбиәләгән ҡыҙсыҡтарыбыҙҙың үҫә барған һайын яман ғәҙәттәрҙе үҙ итә барыуҙарын күрмәйбеҙме, әллә күреп тә күҙ йомабыҙмы? Заманаһы шулай тип, ололар, ир- ат, ҡайны- ҡәйнәһе алдында шәриғәт менән тыйылған тән ағзаларын күрһәтеп, уйнаҡлап йөрөүҙәренә лә, егет- елән менән кәйеф-сафа ҡороп ултырыуҙарына, ата- әсә һүҙен тотмай сатнатып ҡаршы ирешеүҙәренә лә ауыҙыбыҙға һыу уртлап, өнһөҙ ҡалырға мәжбүрбеҙ. Ҡыҙҙарыбыҙҙҙың гражданлыҡ никахы менән йәшәүенә, береһе оҡшамаһа, икенсеһенә, өсөнсөһөнә барыуына, ирһеҙ бала табыуына ла ризалыҡ бирәбеҙ. “Унға барһын, уңғанса барһын!”- тип бала хаҡына эйелгән башыбыҙҙы күтәрергә тырышып, һыр бирмәҫкә тырышабыҙ. Таянырлыҡ тормош юлдашын табып, ныҡлы донъя ҡормаған, осраҡлы тай-тулаҡ менән бәйләнгән бындай ҡыҙҙарҙың киләсәктә яман юлдан китмәҫенә, эскелекте, аҙғынлыҡты юлдаш итмәҫенә ышанып буламы?
Эскелекте сикләү, айныҡ тормошто пропагандалау маҡсатында дәүләт органдары, йәмғиәт тарафынан ниндәй генә саралар күрелмәһен, әҙәм балаһының аңында был яман ғәҙәткә нөктә ҡуйылмай икән, барыһы ла һыуға ҡаурый менән яҙылғанға тиң. Ә нөктәне бары тик ҡатын- ҡыҙ, әсәй, оләсәйҙәр тәрбиәһе генә ҡуя ала. Юҡ, был мөһим эш,әлбиттә, тиҙ арала башҡарыла торғандарҙан түгел. Сабылған бер башы урынына бишәүһе киренән үҫеп торған“йәшел йылан” менән аяуһыҙ алышта тиҫтә йылдар ғына түгел, бәлки, быуаттар кәрәк булыр. “Бөтә яҡшылыҡ та, яманлыҡ та – ҡатын- ҡыҙҙан башлана”,- тип бер аҡыл эйәһе юҡҡа ғына әйтмәгән. Эскелеккә, наркомания, тәмәке тартыуға теше –тырнағы менән ҡаршы тороп, балаларын, ейәндәрен был яман ғәҙәттәрҙән йолоп алып ҡалырлыҡ көс тик ҡатын- ҡыҙҙа, әсәйҙәрҙә генә булалыр. Бының өсөн гүзәл заттың үҙенең тәртипле, әҙәпле булыуы мөһим. Тәрбиә өлгөһө булған иманлы әсәйҙәрҙән иманһыҙ улдар- ҡыҙҙар тыумаҫ. Тормош шауҡымына бирешеп, яҡшыны ямандан айыра алмай ыҙаланғандары ла яйлап кәмеүгә табан барыр. Иң мөһиме- ҡатын- ҡыҙ ысын мәғәнәһендә һөйөп- һөйөлөр өсөн яратылған гүзәл зат, ихтирамлы әсәй, тәрбиә сығанағы булып ҡалһын. Ә сәсе- башы туҙып, эргәһенә яҡын бара алмаҫлыҡ ауыр еҫ таратып, тирә-йүндәгеләрҙе үҙенең төҫ- ҡиәфәтенән биҙҙереп аҙғынлыҡта йөрөүсе, ғаиләһе, ташланған балалары яҙмышы менән уйнаусы бисураларға йәмәғәт фекере барып етмәй икән, енәйәти кодексҡа был юҫыҡта яңы статьялар өҫтәргә күптән ваҡыт.

Ҡәҙриә Ғәйфуллина.
"Даирә"нән алынды.
Фото интернеттан алынды.
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: