Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
1 Октябрь 2021, 16:30

Балама

Ҡартайырмын, балам… Ҡарайырмын.Аҡ ҡылғандай булыр сәстәрем.Һин онотма: бар ғүмерем буйыҺинең хаҡта булды хәстәрем.Буталырмын, балам. ҺөйләгәнемДөрөҫ кенә булмаҫ ҡайһы саҡ… #һаҡмарсихриминуттар

Ҡартайырмын, балам… Ҡарайырмын.
Аҡ ҡылғандай булыр сәстәрем.
Һин онотма: бар ғүмерем буйы
Һинең хаҡта булды хәстәрем.

Буталырмын, балам. Һөйләгәнем
Дөрөҫ кенә булмаҫ ҡайһы саҡ…
Һине һөйләшергә өйрәткәндә
Асыҡ булды һиңә был ҡосаҡ.

Йәмһеҙләнһәм, йыйырсыҡтар баҫһа,
Йырлап ҡуйма, балам, сит йырҙы:
Һин оялма минең ҡартлығымдан –
Үҫтергәнмен бит һин матурҙы!

Бирешермен, балам. Үҙ-үҙемде
Ҡарарға ла хәлем етмәһә,
Риза булып ҡына тәрбиәлә,
Һине үҫтергәнде иҫлә лә.

Ҡартайһам дә, әсәң булып ҡалам,
Хистәреңде бер үк ойотма!
Ни күрһәтһәң, шуны берәй ҡасан
Үҙең күреүең бар, онотма.

Автор: Фирүзә Абдуллина.

Фото интернеттан.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: