Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
28 Сентябрь , 19:00

ӘЖӘЛ ДАРЫУЫ

Ишек алды ҡараңғы. Солан шар асыҡ. Тупһала, ярты кәүҙәһе эстә, яртыһы тышта, бер бәһлеүән ир ята. Үлеме- тереме, иҫерекме - айыҡмы икәнен белерлек түгел - йөҙтүбән йығылған. Өнө лә юҡ, тыны ла юҡ.Аталы - уллы бер килке аптырашып торҙолар.- Кем булыр икән был, улым Кәүҙәһенә, кейеменә ҡарағанда, таныш түгел, беҙҙең тирә кешеһенә лә оҡшмаған һымаҡ.Арсен теге кешене ҡултыҡ аҫтарынан тотоп, ҡалҡыта бирҙе лә соланға, яҡтыға һөйрәп индереп һалды. Икәүләшеп салҡан ятҡырҙылар.Улай - былай ғына кеше түгелдер - кейеме затлы, зауыҡлы, тик аунап - йығылып бысратып бөткән. Аяҡтарындағы ҡупшы туфлиҙәрен, үксәһенә баҫып кейеп,, ҡәҙерһеҙләнеп бара. Һул беләгендә - ҡиммәтле сәғәт, муйынында - затлы сылбыр.- Тереме? Ҡулында бысаҡ - фәләне юҡмы? Һаҡ булһағыҙсы.Фатима ишек ярығынан баянан бирле быларҙы күҙәтә ине.- Бысаҡ тоторлоҡ хәле юҡ шикелле был кешенең.Фатима батырайып Дәүерйән менән Арсендың араларына килеп баҫты...

Таңһылыу Ҡарасурина
ӘЖӘЛ ДАРЫУЫ.

Хикәйә.

Соланда нимәлер дөһөр - даһыр итеп ҡалды. Тағы ишеген асыҡ ҡалдырғандар икән былар. Арттарына тәки ҡулдары етмәй, күпме әйтә соланды ябып йөрөгөҙ, тип. Эт ингәндер инде тағы.
Бала эттәре бар. Эт көтмәйем, кәрәге юҡ, тигәйне Фатима, Муйнаҡтары ҡартайып үлгәс. Улы Арсен эттәр приютынан ошо көсөктө (интернетынан эҙләгән икән һаман) алып ҡайтҡайны, яратты ла ҡуйҙы. Үҙе көҙгө төндөң ҡараһылай дөм - ҡара, ә ҡолаҡтарының осо һары. Дәүерйән дә, улы ла Һарығолаҡ тиҙәр, ә Фатима Аҡтүш, тип саҡыра - түшендә ус аяһындай ағы бар. Тегеләр саҡырһа, ыжламай ҙа, Фатима:
- Аҡтүш! Аҡтүш, кил! - тиһә, елеп килеп етә. Йүгергән ыңғайында ҡолап, тәгәрәп китә хатта.
Шул ингәндер соланға.
- Ҡана сығайым әле мин һиңә, сабакы. Тағы һөйрәп алып китеп бөттөң инде калуш, ҡаталарҙы.
Фатима дивандан тороп, аяғына тәпешкә кейеп алды. Быларының да уң һыңарын Аҡтүш алып китеп, саҡ табып алдылар. Ишектең асыҡ ҡалғанын көтөп кенә тора.

Дәүерйәне телевизорға мөкиббән киткән. Асып булһа, эсенә үк инер ине, валлаһи. Украинала хеҙмәт иттем тигәс тә шул тиклем үлә яҙырғамы? Соланында айыу йөрөһә лә белмәҫ тә, күрмәҫ тә. Улы ла кис етһә, һаңғырауға әйләнә, ике - өс әйтәменсә, ҡолағынан телефонының тығынын алмайынса, быныһы ла бер нәмә лә ишетмәй. Сығып үҙе япмаһа, булмаҫ.

Ишек тотҡаһына ынтылғайны ғына, соланда тағы ниндәйҙер ауыр нәмә гөрҫ итеп ҡалды. Әллә өҫтәлде ауҙарҙылар инде. Аҡтүш кенә түгелдер был. Ул булһа, шул тиклем ярһып өрмәҫ тә ине. Нимә булыр был Бик ауыр нәмә ҡоланы, шикелле...
Үҙе генә ишекте асып ҡарарға ҡурҡты Фатима, ире янына килеп, яурынына ҡағылды.
- Әйҙә әле, Дәүерйән, соланда берәү йөрөй ...
- Хәҙер, хәҙер. Ана бит, нимә һөйләй! Гел пыротиф һөйләй ошо бисә! Хәҙер бөтә, тороп тор әле.
- Тороп тормайым, соланыңда ҡараҡ йөрөй!
- Ай Алла, ошоно. Кем йөрөһөн минән ҡурҡмай?
Дәүерйән тороп соланға ыңғайланы шулай ҙа. Артынан эйәргән Фатимаһын туҡтатты.
- Ярай, йөрөмә, үҙем ҡарап инәм.
Арсен, ҡолағын асып, әсәһенә һораулы ҡарашын йүнәлткәйне, атаһы ишекте асып, ымлап ҡына улын янына саҡырып алды
- Ишекте яп, улым. Әсәйең сыҡмай торһон. Бында ни... Эш һәләк бит, улым, бында...

Ишек алды ҡараңғы. Солан шар асыҡ. Тупһала, ярты кәүҙәһе эстә, яртыһы тышта, бер бәһлеүән ир ята. Үлеме- тереме, иҫерекме - айыҡмы икәнен белерлек түгел - йөҙтүбән йығылған. Өнө лә юҡ, тыны ла юҡ.
Аталы - уллы бер килке аптырашып торҙолар.
- Кем булыр икән был, улым Кәүҙәһенә, кейеменә ҡарағанда, таныш түгел, беҙҙең тирә кешеһенә лә оҡшмаған һымаҡ.
Арсен теге кешене ҡултыҡ аҫтарынан тотоп, ҡалҡыта бирҙе лә соланға, яҡтыға һөйрәп индереп һалды. Икәүләшеп салҡан ятҡырҙылар.

Улай - былай ғына кеше түгелдер - кейеме затлы, зауыҡлы, тик аунап - йығылып бысратып бөткән. Аяҡтарындағы ҡупшы туфлиҙәрен, үксәһенә баҫып кейеп,, ҡәҙерһеҙләнеп бара. Һул беләгендә - ҡиммәтле сәғәт, муйынында - затлы сылбыр.
- Тереме? Ҡулында бысаҡ - фәләне юҡмы? Һаҡ булһағыҙсы.
Фатима ишек ярығынан баянан бирле быларҙы күҙәтә ине.
- Бысаҡ тоторлоҡ хәле юҡ шикелле был кешенең.
Фатима батырайып Дәүерйән менән Арсендың араларына килеп баҫты.
Күҙҙәре йомоҡ, ауыҙы яртылаш асыҡ, йөҙө ғазаплы сытырайған, йән әҫәре тойолмаған был кешегә өсәүләп төбәлделәр.
- Матур ғына икән үҙе, һылыу.
Ҡатынының һүҙҙәренә Дәүерйән аптырап китте. Ысынлап та шулай икән дә баһа! Ҡушылып үҫкән ҡалын ҡара ҡаштар, ҡуйы керпектәр, текә маңлай, матур ҡырлас танау, сығынҡы яңаҡ һөйәктәре, мөһабәт, мыҡты буй - һын - ирҙәр һылыулығы ошолай була инде. Дәүерйән кемделер сырамыта башланы был әҙәмдә.

- Арсен, пульсе бар микән, улым?
Арсен әсәһенең ошо һүҙен генә көткәндәй, теге кешенең эргәһенә сүгәләне, һул ҡулының суғын тотто. Дәүерйән иһә күҙ бәбәктәрен алмаш - тилмәш асҡылап ҡараны.
- Пульсы бар, әсәй, тик саҡ - саҡ ҡына беленә.
- Күҙе лә эсвиткә реагирит итә.- Дәүерйән дә иҙәндә ятҡан кешенең әле сыҡмаған йәне бар икәнен дөрөҫләне.
Фатима еңел тын алды.
- Соланыңа килеп, ете ят берәү үлеп ятһын сәле.. Хоҙайым араланы бит. Йә, ҡалайтабыҙ?
- Скурый...
Фатима Дәүерйәнгә һүҙен бөтөрөргә ирек бирмәне.
- Ҡайҙа ул скорый Үләм, тиһәң дә юҡ! Ҡырғы кешегә түгел, үҙебеҙгә саҡ киләләр.
- Үлеп ҡуйһа... Йөрөрһөң шунан һөйрәтелеп. Арсен, атаһы менән әсәһенең тыныс ҡалыуҙарына аптыраны. Әйтерһең, көн һайын соландарына ят кеше килеп ҡолай.
- Үлтермәҫбеҙ. Йәне барҙың еле бар, тигәндәй, ауыҙынан боҫ сыға түгелме? Фатиманың был һүҙҙәре Дәүерйәнгә ышаныс бирҙе.
-Тот, улым, ситке яҡҡа индереп һалайыҡ.
Аталы - уллы саҡ һөйрәкләп индереп һалдылар әзмәүерҙе Фатима һалған матрас өҫтөнә. Алай ҙа Арсендың өйҙә сағы булды. Йәш егет ни, көслө, ҡеүәтле.
Быларҙы шаҡ ҡатырып, әзмәүер ҡапыл телгә килде.
- Д-дәүер - йән а - ғ- ай... Ф - фати - ма ең - гә... Ү - ү-үлтер -м-ммә - геҙ... Зин - һар...
- Кем ул, Дәүерйән? Таныйһыңмы? Ҡалай исемләп тороп өндәшәсе...
- Ҡайҙан таный, ти? Танымайым! Тфү, ты! Иди һин! Был бит, анау кем дә баһа! Ҡайтҡан, тигәненә аҙнанан ашты инде! Пенсияға сығып ҡайтҡан, тиҙәр ине. Ул яҡта эшләгәндәр 45 - тән сығалар бит. Панятны. Шунан бирле һыйлай инде ауылдың әпкәләй, хөрәсәндәрен. Иҫерек был. Ятһын ошонда иртәнсәккә тиклем.
- Кем, тием мин һиңә! Мин уны ҡайҙан таныйым? Анау ҙа бынау, тип тик торасы!
- Әй, эйе бит әле. Һин белмәйһең шул. Беҙгә күрше булдылар элек. Зөлхәбирә еңгәнең яңғыҙ улы Хәким. Армиянан ҡайтҡас уҡ ҡырға сығып киткәйне. Әсәһе бар ҙа ла шул булды холҡо. Дүрт - биш йылға бер ҡайта ла, өйөрлө...
- Халявщиктарҙымы, атай?
- Эйе, тап өҫтөнә баҫтың, улым, шуларҙы, йыйып, эсереп - һыйлап, кәйеф - сафа ҡороп китә торғайны. Инде олоғайып та бара, һаман шул холҡо ҡалмаған икән. Хәләл көс түгеп алған пенсияһын хәрәмгә сайып... Бына беҙгә пенсияға сығыу ҡайҙа тора әле. Ун йыл бар әле миңә. Ә был әҙер аҡсаһын... Тфү!
- Миңә - биш йыл. Фатима аҡса ҡәҙерен белмәгән был кешегә ҡарап, үкенесле тауыш менән әйтеп ҡуйҙы.
Арсен атаһы менән әсәһенә йәлләп ҡараны.
- Һаҡлағыҙ үҙегеҙҙе. Йәме, атай...

- Әсәһенә бағышлап, аят уҡытһа аниһә, сауап алыр ине. Ҡуй, ятһын улай булғас, ошонда. Иртәнсәк сығарып ебәрербеҙ.
Дәүерйән менән Фатима, беҙҙән бурыс төштө, тигәндәй, иҫерек эргәһенән ситкә атланылар.
- Әйҙә, йоҡлайыҡ. Улым, тыштың утын һүндереп инерһең.
Дәүерйән ҡатынын ниңәлер етәклкп алды.
- Һыу...
Арсен Хәкимдең башын күтәреп, ауыҙына һыулы сүмес терәне. Бер сүмес һыуҙы бер тында эсте лә тынысланып ятты Хәким.
- Аҡсаһы бөткәндер бының, һыуға көнө ҡалғас.
Йоҡларға әҙерләнделәр.
-Дәүерйән, Хәкимеңдең өҫтөнә бынау ҡалын юрғанды сығарып яп та төнгө лампыңды яндырып ҡуй әле. Тороп сығам, тиһә, ят ерҙә аптыраныр. Дәүерйән ҡатыныәйткәнде үтәне лә урынына килеп ятты.
- Булды. Ишекте ҡыҫыҡ көйө ҡалдырҙым. Берәй нәмә һораһа, ишетмәй ҡуйырбыҙ.
Үҙе Фатимаһын тупылдатып арҡаһынан һөйөп алды.
- Шәп шул минең Фатимам.
Фатима иренә һыйынды.

Таңғы дүрт тирәһендә Фатима уянып китте. Эргәһенд Дәүерйәне юҡ. Аш бүлмәһендә ниндәйҙер тауыштар сыға, ығы - зығы киләләр.
Фатима оҙон ап - аҡ эскүлдәге өҫтөнә халатын да кейеп торманы, шунда йүгерҙе.
- Уяттыҡмы, әсәй
- Был ни ауырый, Фатима. Эсеү үтеп киткән, жыстокый бахмур был егеттә. Араҡыны йотоп та өлгөрмәй, кире сығара. Һыу эсә лә ҡоҫа, һыу эсә лә ҡоҫа.
Дәүерйән матрас өҫтөндә ҡып ҡыу, ап - аҡ булып ятҡан Хәкимгә ымланы.
- Һыуыҡ һыу эсермәгеҙ, Дәүерйән . Араҡы ла эсермәгеҙ. Дәүерйән, шул иблис һейҙеге менән табандарын ыу. Терһәктәренә тиклем ҡулдарын ыу. Шуны эсәләр бит, ҡороғорҙо.
- Арсен, минең дауамды алып кил әле, балам, карауат аҫтындағыһын.
Арсен әсәһенә йәтеш кенә пластик шешә килтереп бирҙе. Шешәләге нәмәне коньяк тиер инең, төҫө үтә ҡаты сәй кеүек ҡарағусҡыл.
Фатима ярты рөмкә таҙа спиртты (табип ҡыҙҙары аптеканан алып ебәреп тора) ярты сынаяҡ дауаһына ҡойҙо лә улына тотторҙо.
- Бына ошоно балғалаҡлап ҡына ауыҙына ҡой. . Яйлап эсер. Йотһон, һеңһен, ҡанына таралһын.
Үҙе лә шул дауа тигәнен усына ҡойоп алды.
- Ярай, бөткәс бөтһөн. Эшләп алырмын әле. Үлтерһеңме кешене күрәләтә.Эскесе булһа ла кеше бит. Мин яратмаһам да, уны ла Хоҙа яратҡан...
Фатима усындағыһы менән Хәкимдең кендек тирәһен йомшаҡ ҡына ҡулдары менән оҙаҡ ыуып, һылап - һыйпап ултырҙы.
Улы менән ире Фатима ни әйтә, теүәл үтәй торҙолар. Арсен әсәһенән һоҡланыулы, Дәүерйән ҡатынынан һөйөүле ҡараштарын алманылар.
- Һай, үҙемдең Фатимам! Әүлиә бит үҙемдең Фатимам!

- Фәрештә... Кисер мине, фәрештә...
Хәким телгә килеп, әкрен генә шыбырҙаны. Ап - аҡ яулыҡлы, ап - аҡ күлдәкле Фатиманы әллә ысынлап та анау лаҡаптағы һымаҡ...
Арсен менән Дәүерйән дә, Фатима үҙе лә күҙҙәренән йәш сыҡҡансы рәхәтләнеп, көлөп алдылар.Туҡтап торалар ҙа тағы көләләр. Өсәүләшеп кешене бер үлемдән алып ҡалыуҙарына ҡыуанып көлә ине улар.
Фатима ҡапыл иланы ла ебәрҙе.
- Йә Аллам... Бына инде... Йә инде...
Дәүерйән ҡатынын яурынынан ҡосаҡлап, үҙенә һыйындырҙы. Арсен уларҙың икеһен ҡуша ҡосаҡлап алды. Тауҙай йөк төштө уларҙың иңенән, рәхәт, еңел булып ҡалды.
Хәкимдең күҙҙәренән дә йәш аға сикәләре буйлап. Күҙҙәрен сырт - сырт йомоп, йәштәрен һығып сығара ла илай. Башын уңға - һулға бороп, еүеш сикәләрен яҫтыҡҡа һөртә лә тағы илай.


Ул көндәргә биш йыл үтеп китте. Хәким хәҙер ауылда, әсәһе йортонда йәшәй. Кәртиңкә итеп ҡороп алды. Аҡтың ҡараһы батты Фатиманың әжәл дарыуының - эсеүҙе ҡалай ташланы, шулай ташланы. Тегендәге ҡатыны ҡайтырға теләмәгәс, барып, никахын өҙөп ҡайтты ла өйләнеп ебәрҙе. Әйткәндәй, ул хәҙер Дәүерйәндәрҙең бер туған ҡоҙаһы. Ейәнсәре Регина Себерҙән Өфөгә килеп уҡый башлағас, ауылға, олатаһына тәү килгәнендә үк Арсен менән таныштылар. Бергә уҡынылар, әле бына нефтсе һөнәренә диплом алып йөрөйҙәр. Көҙ тирәһендә булырмы - бәпәй көтәләр.
Ә, теге әжәл дарыуымы? Фатиманың өшкөртөлгән сәйе ине ул. Хаждан алдырған Мысыр сәйе. Һәр дүшәмбе иртәһендә ас ҡарынға берәр генә балғалаҡлап эскән сәйҙәре. Әүлиә шишмәһенең ҡайнар һыуын ҡойоп, ҡараңғыға ултыртып ҡуйған "нүлпәт" банкалағы ҡаты сәй. Хәким ҡоҙаһының үҙҙәрендә лә бар хәҙер бындай әжәл дарыуы.

Фото интернеттан алынды.

ӘЖӘЛ ДАРЫУЫ
Автор:Лилия Такаева