Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
22 Сентябрь 2021, 20:00

Айырылам!

“Юҡ, айырылам! Айырылам был ирҙән! Былайтып йәшәп булмай. Ул эскән һайын балаларымды мунсала йоҡлатаммы? Йәшәргә өйөн дә табырмын, балаларымды ла аяҡҡа баҫтырырмын! Эт! Хайуан!..”

Зилә эшенән ҡараңғы төшкәс кенә сыҡты. Августың һалҡынса йомшаҡ елендә, йәйге кистең тыныслығында арҡаһының ауыртыуы нығыраҡ беленә башланы. Ул хатта күкрәк тултырып тын ала алманы. Әммә зарналыуҙан мәғәнә лә, файҙа ла юҡ. Иртәгә барыбер шул уҡ көн көтә: таңдан уяныу, мал ҡарау, ғаиләһенә тамаҡ әҙерләү, эшкә барып биш ҡатлы ике бинаны йыуыу, төшкө ашҡа йүгереп кире ҡайтыу, ғаиләне ашатыу, унан эштә тағы ла ике бинаны йыуыу, өйгә ҡайтып мал ҡарау, ғаиләне хәстәрләү һәм бына төн дә етте. Ярай әле йәй, балаларына мәктәпкә түгел. Атыу мәшәҡәттәргә уларҙы дәрестәргә әҙерләү, үтекләп, кейендереү ҙә өҫтәлә. “Уй, Алла, мәктәп тигәс тә, балаларын нисектер мәктәпкә йыйыр кәрәк бит әле... Исламы, ярай, ағаһының формаһын кейер тей, ә Фирғәттең үҙенә яңы костюм, салбар алырға тура килә. Улары ла ҡиммәт, ҡайҙан кәрәк! Әллә ыштан менән күлдәк кенә алырғамы, барыбер костюм кейепйөрөмәйҙәр? Ә-әй! Лилиәһе быйыл бергә бара бит әле. Уныһын да ҡарар кәрәк. Уй, Алла. Йә икенсе йылға ҡадырып тормаған. Улай тиһәң, киләһе йыл Фирғәте туғыҙҙан һуң китәм тей, уға ла аҡса кәрәк була. Быйыл биреү яҡшыраҡ. Ҙурыраҡ форма алһам, киләһе йылға ла булыр. Ҡыҙ кеше иплерәк кейер, моғайын. Т-ә-әк, зарплатаһы ай аҙағында ғына була. Бәлки уға тиклем май-ҡаймаҡ һатып, бер-ике мең аҡса эшләп дәфрәт-ручкалар алһам...”

– Әсәй, беҙ бында, - тигән тауыш уның фекерҙәрен бүлде. Уйҙары арҡаһында Зилә өйөнә етеп, ҡапҡаһын асҡанын һиҙмәгән. Зилә тауыш сыҡҡан яҡҡа ҡараны. Мунса ишегенән Фирғәт башын сығарып тора. Күрәһең, ҡапҡа тауышын ишеткән. Зилә өндәшмәне. “Эт! Тағы эскән!” - тип кенә уйланы һәм тура биҙрәләр эленгән ҡойма янына йүнәлде.

– Мин һауҙым, - тине һаман урынында торған Фирғәт. Зиләнең тамағына төйөр килеп торҙо. Улына ҡарамай ғына:

– Ярай, - тине ул һәм бәҙрәф яғына атлаған кеше булды. Күҙ йәштәре

үҙенән-үҙе атылып сыҡты.

“Юҡ, айырылам! Айырылам был ирҙән! Былайтып йәшәп булмай. Ул эскән һайын балаларымды мунсала йоҡлатаммы? Йәшәргә өйөн дә табырмын, балаларымды ла аяҡҡа баҫтырырмын! Эт! Хайуан!..”

Тағы оҙағыраҡ яңғыҙы торһа, илауынан туҡтай алмауын белеп, Зилә битен һөртөп алды һәм мунсаға инде. Лилиә менән Ислам, ләүкәнең береһенә шундай хәлдәргә әҙерләнеп ҡуйылған матрасты түшәп, телефонда уйнайҙар, әсәләренә иғтибар ҙа итмәнеләр. Исламы ғына бер уға, бер ағаһына ҡараш ташланы һәм кире уйнарға кереште. Фирғәт икенсе ләүкәлә әсәһенә ҡарап ултыра. Уның бите шешенгән.

– Тейҙеме әллә? - тине Зилә.

– Әй... Инде йоҡлағандыр, һиңә тамаҡ алайым, тип өйгә ингәйнем, йоҡламаған булған. Минең өйгә инеп йөрөмәгеҙ, тип шешәһен ташланы... Ҡаймаҡ менән икмәк кенә алып өлөрҙөм. Анауында ята.

Зилә өндәшмәне. Тамағына тағы төйөр килеп торғанын һиҙҙе. Балалары алдында илап ебәрмәйем, тип кире сығырға боролдо.

– Әсәй... - Фирғәт уны туҡтатты. - Мин ингәндән һуң атай һыуытҡысты этеп ҡолатты... Хәҙер яңы һыуытҡыс алыр кәрәк булырмы икән? – тине ул ғәйепле итеп.

Зилә тамағындағы төйөрҙө кире йотто. Ул өндәшмәй генә Фирғәтең әргәһенә ултырҙы һәм икмәккә ҡаймаҡ һалап ашанырға тотондо. Зарналыуҙан мәғәнә лә, файҙа ла юҡ. Иртәгә барыбер шул уҡ көн көтә. 

 

Заһиҙә МУСИНА. 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: