Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
22 Сентябрь , 18:00

Аслыҡтан бөтәһе лә үлеп бөттө

...Ике апайым да Мәләүездә фронтҡа ебәрер өсөн бәрәңгене туҡмас һымаҡ итеп турап киптереүҙә эшләгән. Шунда үҙҙәре ашап та йөрөгән. 200 грамм туҡмас өсөн Орҡоя апайымды судить итеп ике йылға төрмәгә ултырттылар. Миңлекамал апайымды вербовка менән Свердловскиға торфҡа ебәрҙеләр. Бер йылдан һуң, түҙмәй, ҡасып ҡайтҡайны, судить итеп, төрмәгә алып киттеләр. Икеһе лә бер төрмәлә ултырған. Атайым, бахыр, бер йылдан һуң уларҙы юллап алып ҡайтты...

Һуғыш балалары һөйләй

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА

«Һуғыштан яраланып, бер аяғы тубыҡтан ағас аяҡ булып ҡайтҡан Хәлим тигән ағай: «Минең менән йөрөмәйһең», – тип, ике бер туған, апалы-һылыулы Мисфа менән Мәғиәне 200 грамм башаҡ өсөн төрмәгә ебәртте. Мәғиәһе шунда үлде, Мисфа бер йыл ултырып ҡайтты»

 Сәриә Бәхтегәрәй ҡыҙы ТАШТИМЕРОВА (хәҙер КӘБИРОВА).

1930 йылдың июлендә

Мәләүез районының Арыҫлан ауылында тыуған.

Һуғыш башланғанда 11 йәштә була.

 

Нәғимә апай менән икәүләп Нөгөш аръяғына ҡара бөрлөгәнгә сыҡҡайныҡ. Ҡайтып килһәк, унлаған ат урамға килеп тулған. Ҡыҙыл флагтар таҡҡандар. Гармун уйнайҙар. Мин үҙ әсәйем Сатиранан биш йәштә ҡалғанмын. Миңлекамал исемле бер туған апайым да бар ине.

Үгәй әсә Аҙнабикә үҙенең Сәлимйән ҡустыһын илап, ҡосаҡлап оҙатып ҡалды. Уның Орҡоя тигән ҡыҙы булды. Улар апайым менән бер йәштәләр ине, шуға игеҙәктәр кеүек йөрөнөләр. Апайым етенсе класты бөтөргәйне, бер йыл тракторға уҡып ҡайтты ла тракторист булып эшләне. Орҡоя бер класс та уҡымағайны, ул һауынсы булды.

Атайым Бәхтегәрәй тәүге герман һуғышында булған, пленға эләккән. Ете йыл немецтарға хеҙмәт иткән. Тегеләр виноград үҫтергән, күҙенә ботағы тейеп, бер күҙе һуҡырайып ҡайтҡан.

Әсәй колхозда эшләне.

Аръяҡҡа сығып, ҡоро утын йыйып ҡайтабыҙ ҙа бәләкәй сана менән һөйрәп, 15 саҡрымдағы Мәләүезгә китәбеҙ. Утынды һатып, бер биҙрә өшөгән бәрәңге, бер-ике өшөгән ҡабаҡ, сынаяҡ ҙурлыҡ ҡына ике бәләкәй көлсә алып ҡайтабыҙ. Ҡыш буйы шулай утын ташыныҡ.

Йәй колхозда эшләнек. Үгеҙ менән ер тырматтыҡ. Улар, безләп, тырмаларҙы әйләндереп сыға ла китәләр. Трактор етмәгән ерҙәрен, беҙгә ҡул менән ҡаҙырға ҡушалар.

Шәрип ауылы яғындағы туғайлыҡта йәшелсә баҡсаһы булды. Атай шунда эшләне. Ҡарбуз, ҡауын, ҡыяр, сөгөлдөр, эй, уңа торғайны. Үҙебеҙҙең «Ирек» колхозына тапшырып бөткәндән һуң артығын күрше-тирә ауылдарҙағы халыҡҡа үгеҙ менән ташып һата ла аҡсаһын колхозға алып ҡайтып бирә ине.

«Ҡыҙрай» совхозында башҡорттар ҙа, урыҫтар ҙа, ҡаҙаҡтар ҙа йәшәне. Уларҙың еренә барып серек бәрәңге йыябыҙ. Ҡыҙрайҙар беҙҙе һыбай килеп ҡыуа. Шул бәрәңгене йыуып, Ҡыҙрай буйында бешереп тамаҡты туйҙырып ҡайта инек.

Ҡар аҫтынан туң башаҡтар йыйып алып ҡайтып, киптереп, ҡыҙҙырып, төйөп, ярма итеп, бутҡа бешереп тә ашаныҡ. Әҙерәк он һалып тәбиә лә иттек. Ҡыш сыҡҡан тарыны ашап үлеүселәр булды. Уны йә һолоға, йә онға алмаштырып бирҙеләр. Һыңар услап ҡына йыйған үләнебеҙгә шуларҙы ҡушып ебәрә инек.

Кешеләр үлгән аттарҙы ла ашаны. Апалы-һылыулы Хәмиҙә менән Бәғиҙә Ҡотлобаевалар шул ит өсөн талашалар икән. Бер ҡатын аптырап:

– Һуң һеҙ бер өйҙә йәшәйһегеҙ ҙә баһа, ниңә тартҡылашаһығыҙ ул, – тине.

Колхоздың ике аты ҡалғайны. Уларҙы ла урлап алып киттеләр.

Бер ваҡыт, Американан ярҙам килде тип, сталауай ашаттылар. Зөләйхә менән Орҡоя апайым Заһри бабайҙың аласығында ыумас бешерҙеләр. Америка ашы тип бөтә ауыл балалары ашаны.

...Ғәйзулла ағай менән Шәһиҙә апайҙың алты-ете балалары бар ине. Аслыҡтан бөтәһе лә үлеп бөттө, бер ҡыҙҙары ғына ҡалды.

...Атайым яҡындағы Ужа тигән ауылдағы бер сатан урыҫҡа бәрәңге кәбеҫтә ултыртырға барҙы. Бер йомғаҡ кәзә мамығы алып ҡайтҡан. «Минең ҡыҙым шәл бәйләй белә», – тигән. Улар тағы ла йөн биргән, мин ойоҡтар бәйләп бирҙем. Аҙаҡ ике шәл бәйләнем. Шулай эшләп ун биш бот бәрәңге алдыҡ. Утыҙ биҙрә беҙгә байтаҡҡа етте.

Аяҡҡа сабата кейҙек. Хәйбулла исемле бабай йоҡаҡ ҡына итеп үрә торғайны. Бер аҙнаға ла етмәй, тишелеп сыға.

Уҡый алманым. Өс класс ҡына бөтөп өлгөрҙөм.

Фронтҡа ла ойоҡ-бейәләй бәйләттеләр. Мин көнөнә бер ойоҡ бәйләй инем. Һарыҡтарыбыҙ булды.

Яҙ көн йыябыҙ. Ашлама итеп үгеҙ менән баҫыуға алып барып таратабыҙ.

Трактор тырматҡан ергә ҡарттар менән беҙҙең кеүек балалар бойҙайҙы ла, һолоно ла ҡул менән һибәбеҙ. Үҫеп сығыуға сүптәрен йолҡорға утауға сығабыҙ. Унан ураҡҡа төшәбеҙ. Көлтә бәйләйбеҙ кис, үгеҙ егеп, көлтәләрҙе эҫкерткә һалырға йыйып йөрөйбөҙ. Үҙебеҙ йырлаған булабыҙ.

Кис ултырырға кәрәсинде трактористарҙан һатып алабыҙ.

Һәҙиә Кәбирова тигән апай Ишембайҙан тоҙ алып ҡайтып һатып йөрөнө.

...Ике апайым да Мәләүездә фронтҡа ебәрер өсөн бәрәңгене туҡмас һымаҡ итеп турап киптереүҙә эшләгән. Шунда үҙҙәре ашап та йөрөгән. 200 грамм туҡмас өсөн Орҡоя апайымды судить итеп ике йылға төрмәгә ултырттылар. Миңлекамал апайымды вербовка менән Свердловскиға торфҡа ебәрҙеләр. Бер йылдан һуң, түҙмәй, ҡасып ҡайтҡайны, судить итеп, төрмәгә алып киттеләр. Икеһе лә бер төрмәлә ултырған. Атайым, бахыр, бер йылдан һуң уларҙы юллап алып ҡайтты.

Биш-алты малай, биш-алты ҡыҙ төндә башаҡ йыябыҙ. Ялағай ялтлай. Зәйтүн Бураҡанов тигән малайҙы, атаһына үс итеп, 200 грамм башағын үлсәп, төрмәгә ебәрҙеләр. Йыл ярым тирәһе ултырҙы.

Һуғыштан яраланып ҡайтҡан Хәлим тигән ағай бар ине. Уның бер аяғы тубығынан ағас ине. «Минең менән йөрөмәйһең», – тип ике бер туған апалы-һылыулы Мисфа менән Мәғиәне 200 грамм башаҡ өсөн төрмәгә ебәртте. Мәғиәһе шунда үлде, Мисфа бер йыл ултырып ҡайтты.

Һуғыш ваҡытында һыйырыбыҙ быҙауы менән бергә ятып үлде.

Ҡыҙрай битендә башаҡ күп, тип ишеттек тә Асия менән икәүләшеп киттек. Тәрәнһыу йылғаһы ныҡ ташҡан, ағыҙып алып китте лә барҙы. Ҡарлы-боҙло һыу, ағым көслө. Яр буйындағы ҡоро-һары үләндәргә йәбешеп саҡ сыҡтыҡ. Башаҡ ҡайғыһы китте. Илайбыҙ. Күлдәктәребеҙҙе һығып, өшөп-туңып, ауылға йүгереп ҡайтып киттек.

Тағы ла бер тапҡыр башаҡҡа барҙыҡ. Шәфиғә Иҫәкәева тигән оло апай, Флүрә Таштимерова, Асия Бураҡанова, Сәриә Таштимеровалар бер тоҡҡа башаҡ йыйҙыҡ. Ғилметдин Муллашев председатель ине. Килеп сыҡты ла, мал ҡыуған һымаҡ, сыбыртҡыһы менән беҙҙе ҡыуа башланы. «Ат ҡойроғона тағып һөйрәтәм», – ти.

Бер мәлде ауылға еврейҙер килде. Әйберҙәрен һатып, ризыҡҡа алмаштырып йөрөнөләр. Ун биш көнләп торғандарҙыр, аҙаҡ ҡайҙалыр киттеләр.

...Һуғыш бөткәндә яланда инек. Сеялкаларға иген һалып йөрөйбөҙ. Трактористарға аш бешерәләр ине. Барыбыҙ ҙа шатландыҡ.

 

Фото интернеттан алынды.

Аслыҡтан бөтәһе лә үлеп бөттө
Автор:Лилия Такаева