Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
21 Сентябрь , 15:50

Күргәнегеҙ бармы, ҡара күктә, Торналарҙың илап киткәнен?

Ҡара көҙҙә өшөп, ҡалтыранып,Ағастарҙың япраҡ һипкәнен?  @һаҡмарсихриминуттар

Күргәнегеҙ бармы, ҡара күктә,
Торналарҙың илап киткәнен?
Ҡара көҙҙә өшөп, ҡалтыранып,
Ағастарҙың япраҡ һипкәнен? 🍂

Күргәнегеҙ бармы, яҙғы таңда,
Торналарҙың йырлап ҡайтҡанын?
Ағастарҙың, татлы һуты ташып,
Аҡ сәскәләр ярһып атҡанын...

Ауыр саҡтар түгел мәңгелеккә —
Сабырлыҡтың төбө алтындыр!
Бөгөн өшөп-туңған йөрәктәргә,
Килер көндәр — һөйөү, ялҡындыр!

Тик шуныһы... Көҙҙәр ҡабатлана... 🍁
Яумаҫ, тимә, ҡабат ямғырҙар.
Торналарҙай, йәрҙәр китмәҫ, тимә,
Ҡалмаҫ, тимә, илап яңғыҙҙар.

Күргәнегеҙ бармы, ҡай берәүҙең
Һаман-һаман ниҙер көткәнен?
Башлай алмай, етеп аҙағына,
Көтмәгәндә һүнеп, киткәнен...

Йәшәйектәр һәр көн, һәр минутта!
Үҙ итәйек көҙөн, яҙын да!
Ҡоланыңмы? Тор ҙа, әйҙә! Атла!
Бер йылмай ҙа, әҙ-мәҙ ҡағын да!

© Фәнис Сирбаев

Фото интернеттан

Күргәнегеҙ бармы, ҡара күктә, Торналарҙың илап киткәнен?
Автор:Лилия Такаева