Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
30 Июнь 2021, 00:33

Ултыр әле, балам, йәнәш, ҡосаҡлайым!..

Ел-ямғырҙан, ҡазаларҙанЫшыҡлайым.Һөйлә әле хәлдәреңде,Еңеләйер...фото

Ултыр әле, балам, йәнәш,
Ҡосаҡлайым!
Ел-ямғырҙан, ҡазаларҙан
Ышыҡлайым.
Һөйлә әле хәлдәреңде,
Еңеләйер,
Доғаларым баш осоңа
Сатыр йәйер.
Һөйләмәһәң, һөйләмә, тик
Бул янымда,
Һинең өсөн борсолоуым
Аң - ҡанымда.
Бәхетһеҙмен тимә, балам –
Сәләмәтһең!
Яҡындарың бар яныңда –
Һин кәрәкһең!
Ҡара әле, был донъялар
Ниндәй матур!
Күрһәң ошо матурлыҡты,
Дәртең ҡайтыр.
Бер ҡосаҡлап яратайым
Әле, балам...
Имен йөрө! Һиңә бәхет
Теләп ҡалам.

Фирүзә Абдуллина
Фото интернеттан алынды.
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: