Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
28 Июнь , 23:13

Әле генә таңдар атҡан ине...

Ҡояш донъя менән танышты...Мин ваҡытты күп тип һанағанмын,Ә көн инде төнгә ауышты...

Әле генә таңдар атҡан ине...
Ҡояш донъя менән танышты...
Мин ваҡытты күп тип һанағанмын,
Ә көн инде төнгә ауышты...

Шулай бит беҙ, һаман күңелдәрҙе,
Ышандырып йөрөгән булабыҙ.
Көндәр түгел, ғүмер уҙа икән -
Шуны бик һуң аңлап алабыҙ...

Беҙ күнеккән һәр көн бер ваҡытта,
Таң ата ла иртән, кис була...
Иҫкә алғас үткән ғүмер юлын,
Ирекһеҙҙән күҙгә йәш тула...

Әле генә сабый бала инек...
Әле генә - беҙ бит йәш инек!
Әле кисә генә янып - көйөп,
Саф йөрәктән тәүге йәр һөйҙөк...

Һүҙ бирешеп пар балдаҡтар кейҙек,
Ҡуйындарға ҡыҫтыҡ сабыйҙар...
Ышанһағыҙ, барыһы кисә ине,
Ул сабыйҙар ағай - апайҙар!

Бөгөн тағы һиҙелмәй ҙә ҡалды,
Йәнә бер көн төнгә ауышты...
Бер яуап юҡ бары кәүҙә генә,
Талсыҡҡанға ғына һалышты...
Ҡартаймайым тиеп ҡарышты!

Р.Әхмәҙуллина.
Фото интернеттан.
Автор:Лилия Такаева