Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
28 Июнь 2021, 12:15

"Ирем кеше һүҙенә ышанып, мине туҡманы"

"...Ҡайтты. Духовканан саҡ пиццаны алып тора инем. Ә ул... килде лә табаны пицца менән һуғып осорҙо. Ҡулым беште. Нишләйһең, тип ҡысҡырып та өлгөрҙөм, мине лә йыға һуҡты. Барып төштөм ҡаҡ иҙәнгә. Нимә эшләгәнен аңламайым. Сәсемдән һөйрәтеп тороп ныҡ туҡманы. Ҡысҡырам, берәү ишек туҡылдатмай, берәү ишетмәй..."

Былтыр яратып, йән атып, кейәүгә сыҡтым яратҡаныма. Минән дә бәхетле кеше булмағандыр. Үҙемә - 20, ә йән һөйгәнемә 28 ине. Һылыу башҡорт егете. Йөҙөнә ҡараһаң йән эретерлек. Матурлыҡҡа ҡыҙығып татлы һүҙенә ышанып сыҡтым, баш юғалтып ғашиҡ булдым. Йәшәп киттек. Барыһы ла яҡшы кеүек ине. Көн дә эшкә оҙатам, һағынып ҡаршы алам. Бер көн иртән уяндым да ҡыйын, уҡшыта. Тест эшләһәм бәпәйгә уҙғанмын. Эй ҡыуанам, осоп йөрөнөм шул көндө. Ир генәм эшкә китеп өлгөргән ине. Ҡайтҡанын түҙемһеҙлек менән көттөм. Көҙгө алдында уға был яңылыҡты нисек дөрөҫ итеп еткерергә, тип ҡыланып та ҡараным. Ҡайтты.
Ҡайтты. Духовканан саҡ пиццаны алып тора инем. Ә ул... килде лә табаны пицца менән һуғып осорҙо. Ҡулым беште. Нишләйһең, тип ҡысҡырып та өлгөрҙөм, мине лә йыға һуҡты. Барып төштөм ҡаҡ иҙәнгә. Нимә эшләгәнен аңламайым. Сәсемдән һөйрәтеп тороп ныҡ туҡманы. Ҡысҡырам, берәү ишек туҡылдатмай, берәү ишетмәй. Нисектер ҡулынан ысҡынып телефонға йәбештем ҡайҙа эләгә шунда баҫтым. Звонок китте был тағын һуғып осорҙо, телефонды вата бәрҙе. Ҡайҙа йөрөнөң, кем менән һөйләштең, кем менән йоҡланың, тип аҡыра башланы. Мин әйткәнде ишетмәй ҙә, үҙенекен һөйләй. Ауыҙҙан ҡан килгәнсе туҡманы, баламды йәлләп аҡырып илайым. Үлгәндер инде...
Ниндәй ғонаһтарым өсөн. Нимә эшләгән мин уға? Аңлатманы. Аңламаным. Бер сәғәт эсендә сығып тай, тине лә сығып китте. Йәшәгем килмәй ине. Баламды йәлләнем. Тере түгелдер инде, тип “Ашығыс ярҙам” саҡырттым. Нимә булды, кем туҡманы, тип һорайҙар. Ирем, тинем. Полицияға ғариза яҙырға ҡуштылар. Ризалашманым, яҙманым.
Больницала бер аҙна ятып сыҡтым. Бәхеткә күрә балам иҫән ине. Атай йортона ҡайтырға оялдым. Ҡайт, тип әрләһәләр ҙә ҡайтманым. Апайымда торҙом. Ирем килмәне лә, күренмәне лә. Балам тыуҙы. Малай таптым. Иремә генә оҡшап тора инде. Ээй, балаҡайым, атайың йүнһеҙ булып сыҡты, тип көн дә илайым. Бала табыу йортонан сыҡҡан саҡта, сәскәләр тотоп килгән ине. Тубыҡланып ғәфү үтенде. Ғәфү иттем. Тик кире ҡайтмайым, айырылам тинем, тинем уға. Айырылдыҡ шулай. Улым үҫә, көндән көн ҡыуандыра. Йәшәп ятабыҙ әле яҡшы ғына. Иремдең бер сәбәпһеҙ мине туҡмап, ҡул күтәргәнен мәңге ғәфү итә алмаҫмын микән, тип уйлай инем, ғәфү иттем.
Атаһын алиментка бирҙем. Ай һайын түләп килә. Хәҙер ул балалы бер ҡатын менән йәшәп ята. Бары тик ҡәйнәмде йәлләйем. Яратты ул мине. Ейәнен күрергә йыш ҡына килеп китә. Ээй, ҡәйнәкәйем, ғәйеп итмә. Яратам һине ныҡ итеп. Тик улың бер ҡул күтәргәс, артабан да шулай булалыр ул. Кеше үҙгәрмәй. Холоҡ ҡалмай, тиҙәр бит.
Барығыҙға ла һаулыҡ теләйем!
Зәлифә.
Фото интернеттан.
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: