Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
27 Июнь 2021, 22:46

Фәһемле шиғыр

Рәнйемә һин, зинһар, үпкәләмә,Онотһалар әгәр дуҫтарың,Уларҙың да мәшәҡәте күптер,Донъялары бар бит уларҙың. (дауамы сайтта)

Асыуланма тыуған-тумасаңа,
Белмәйһең бит ниҙәр булғандыр,
Яҙмай-шылтыратмай икән, бәлки,
Улар һинән көтә торғандыр.
Иғтибары етмәй балаларҙың-
Аҡлай торған сәбәп уйлап тап:
Балаң да бит сабып донъя көтә,
Өҙгөләнмә ауыр уй уйлап.
Рәнйеш-үпкә, алама ҡорт булып,
Иләмәһен йөрәк, мейеңде,
Ағыу булып, һине ашамаһын,
Бысратмаһын яҡты көнөңдө…
Ҡылған изгелегең ерҙә ҡалмаҫ-
Ғәмәл китабына яҙылыр,
Онотһалар, тимәк, бәхетлеләр,
Борсолорға сәбәп юҡ булыр.
Заманында һин бик кәрәк инең,
Нишләр инек һинең ярҙамһыҙ?
Ғорур үткән ярһыу ғүмереңде
Аҙағына еткер аһ-зарһыҙ.
Ҡартлыҡ бит ул һорап, һайлап килмәй,
Бөтәбеҙҙе көтә торғандыр.
Ҡартлыҡ - шатлыҡ түгел икәнлеген,
Ҡартаймайса, аңлау ҡыйындыр…
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: