Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
25 Июнь , 19:45

ҠАРАҒАТ

Галя апай кеҫәһенән бер тәнкәлек ҡағыҙ аҡсаһын бер сығарҙы,бер кире тыҡты.-Ладно,это гостинса пускай,-әсәй аҡсаһын алманы.Тегенеһе ҡыҫтаманы.Ул ғына ла булманы,күнәккә йомортҡа тултырғанда,Галяның күҙе әлеге лә баяғы урындыҡ аҫтындағы ҡарағатҡа төштө бит!..

СУЛПАН ӘБДРӘХИМОВА
ҠАРАҒАТ

Тағанға эленгән ҡара сәйнүктең һыуы урғып ҡайнап сыҡты.Бер ус грузин сәйен, ҡарағат менән еләк япрағын,ярты шешә һөттө сәйнүккә тондорҙом да,атайҙы сәйгә һөрәндәнем.
-Сәй ҡайнаны,атай,ҡайт!
Бесәнгә атай менән икәүләп кенә килдек .Йәкәү ,тип аталған ерҙә ул.Әле атай бөгөн бисмиллаға бесән саба.Сабынлыҡтың бер яҡ сите тумарлы,етмәһә ,бесәне лә ҡаты-ҡамыш.Уны ҡеүәтле кеше- атай саба.Әсәй ҙә салғыға шәп,әммә ҡамыш бесәнде йығып һалыуҙары! Ай-буй...
Атай бер фуражка ҡарағат менән килеп сыҡты.
-Ҡарағат бешкән,юрамал ғына өҙә башлағайным,фуражкы тулған да киткән.Мә,ҡыҙым,емеш менән сәй эсербеҙ.
Төшкө сәй зәрә генә тәмле булды бөгөн.
-Мин ҡамышты сабып бөтөрмөн,тип торам.Һин йыбанмаһаң емешкә ин.Түлкә серәкәйҙән таланырһың микән,минең анау кәстүмде бөркәнеп инмәһәң.Түш кеҫәһендәге тәмәкене ҡуша әпкитеп барма!
Ашъяулыҡты йыйып алдым да,картуф бешереп йөрөткән ҡара йәтеш кәстрүлде тотоп ҡарағат эҙләп инеп киттем.
Кәстүмгә ,,Беломор" еҫе һеңгән-серәкәй әллә ни таламаны,арыу ғына емеш тиреп сыҡтым.
Атай атты егеп ҡуйған,үҙе сәйнүк төбөндә ҡалған сәйҙе көрөшкәгә һарҡытып эсте лә,сәйнүкте ҡайынға,һынған серек ботаҡҡа элеп ҡуйҙы.Шунан таған эргәһендәге бесәнде генә сабып,арбаға ташланы.Әсәй булһа,бесәнде арбаға ҡутара итеп сабып һалып ала.
-Ике һәнәк бесән һалып алып ҡайта ла киләсе ошо,тип әсәй һуҡрана торған әле.
Иртән әсәй менән берәүҙең көңгөрҙәшеп сәй эскәндәренә уянып киттем.Асия инәй икән дә.Беҙҙең атайҙың өлкән апайы.
Самауыр боһорап ултыра.Әсәй әле генә айыртылған ҡаймаҡты ҡойоп сәй яһай.
-Ҡана,ҡайынбикә,бир кәсәңде.Аһ-аһ,ҡушып эс сәле.Ҡаймаҡты тартыңҡыра үҙеңә.Туҡтәле,бынауында ҡарағат бар ине,сынаяҡ аҫтына һалайым,-әсәй урындыҡ аҫтынан кәстрүлде тартып сығарып,сынаяҡ аҫтына өймәләм итеп ҡарағат һалды.
-Атааҡ,ҡандай эре!Кем был тиклем итеп тиргән?Әллә ат менән барҙығыҙмы?
-Кисә Дәмдәр Йәкәүҙе байҡаштырып ҡайтҡайны,бесәне әллә ней ҡалҡмаған тей әле ул.Ямғыр булмағас...Сулпан тиреп апҡайтҡан ҡарағат.
-Ээйй,күкте тишкесләп бөтөрҙөләр ҙә,ямғыр яумай инде.Килен,ат менән барһағыҙ,миңә лә ҡаҡтығып китегеҙ.Ботто һоноп ултырып, сәхрәлә сәй эсеп булһа ла ҡайтырмын.Емешкә әллә ней эшкинеп булмаҫ.Был ҡарағатыңды,ҡыҙым,миңә һат та ҡуй,-Асия инәй камзул кеҫәһенән өс тәңкәлек сығарҙы.
-Аҡсаң кәрәкмәй, инәй,шу көйө бирәм.Мин тағы барырмын әле...
Әсәй инәйҙе ҡыҫтай:
-Ҡанале,ҡушып эс әле ,ҡалай һыуытып эсеп ултыраһың,ҡайынби..
Әсәй хәбәрен ослап бөтәлмәй ҡалды,аласыҡтың шар асыҡ торған ишегенән Галя апайҙың бөҙрә сәсле башы күренде.
-Можно,Гульшат...
-Мужны,канишны.Сәй пыйом әйҙә!
Галя апай ире Виктор менән беҙҙең Фәтихә инәйебеҙгә Сибайҙан килеп йөрөйҙәр.Инәйҙең мәрхүм бабайының ҡыҙы.Мәрйә ул.
-Нет,чаю попили у Фатиха апа.Мне,Гульшат,яйца деревенские надо.Если есть.
Галя күнәгендәге алмаһын урындыҡ ситенә ,мин ятҡан ергә генә туптырҙатып ауҙарҙы ла,әсәйҙең урындыҡ аҫтынан һөйрәп сығарған ҡағыҙ ҡумтаһынан эре генә йомортҡаларҙы һайлап ,күнәген тултыра башланы.
Мин юрған аҫтынан ғына алмаларға ҡарайым: бешеп тә өлгөрмәй ергә ҡолап төшкән алмаларын балларға бара ул,тип алып килеп торалыр инде.Ул арала әсәй банкаға ҡаймаҡ ҡойоп бирҙе.
Галя апай кеҫәһенән бер тәнкәлек ҡағыҙ аҡсаһын бер сығарҙы,бер кире тыҡты.
-Ладно,это гостинса пускай,-әсәй аҡсаһын алманы.Тегенеһе ҡыҫтаманы.
Ул ғына ла булманы,күнәккә йомортҡа тултырғанда,Галяның күҙе әлеге лә баяғы урындыҡ аҫтындағы ҡарағатҡа төштө бит!
-Какая смородина!Какой аромат!
В этом году в нашем саду мало смородины...Гульшат,продай!
-Нет,смородина моя!-юрғанымды атып ебәреп,урындыҡтан осоп төштөм,-яйца маманыҡы,смитана маманыҡы.Смородина моя!
Галя апай минең юрған аҫтында ятҡанымды абайламаны ла ,шикелле-тертләп китте.
Емешемде биргем килмәне.
Мин өндәшмәй ҡалһам,әсәй ҙә,Асия инәй ҙә ризалашырҙар ине.
-Бери,гостинса!-тиерҙәр ине икеһе бер ауыҙҙан.
Ә мин ҡорт кимергән алмаларға күп тапҡырҙар алданам әле тормошта...
Автор:Лилия Такаева