Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
18 Июнь 2021, 18:00

Төш

- Һеҙ мине беләһегеҙме? - тине кемдер.Көтөлмәгән тауышҡа Сафа аптырап китте.- Һин кем? Ниңә тутыҡҡан ҡаҙаҡтар ҡаҙалған тупҡа оҡшағанһың?- Аңлауымса һеҙ мине белмәйһегеҙ, - тине баяғы тауыш.. Мин - Корона!..

ТӨШ
- Һеҙ мине беләһегеҙме? - тине кемдер.
Көтөлмәгән тауышҡа Сафа аптырап китте.
- Һин кем? Ниңә тутыҡҡан ҡаҙаҡтар ҡаҙалған тупҡа оҡшағанһың?
- Аңлауымса һеҙ мине белмәйһегеҙ, - тине баяғы тауыш.. Мин - Корона!
- Нисек? - тип аптыраны Сафа. Һеҙ , бөтә донъя буйынса шашып таралған, теге үлемес вирусмы?
- Эйе, - тип яуапланы Корона.
- Һеҙ беҙҙе нисек ағыулайһығыҙ, һөйләһәңсе?! - Сафа етдиләнде.
- Мин кешенең эсенә күҙе, танауы, ауыҙы аша тамағына үтәм...
- Тамағына? Сафан төкөрөгөнә ҡарылды.
-Эйе. Кешеләр йүткергәндә мин үпкәләренә үтәм.
- Тәүбәәә! Ә кешенең үпкәһенә үткәс нимә эшләйһегеҙ?
- Минең түңәрәк өҫтөмдә ҡаҙаҡ формаһында аҡһымдар урынлашҡан. Шулар ярҙамында мин тамаҡ төбөндәге сәләмәт күҙәнәктәргә йәбешеп, юғары тиҙлектә үрсей башлайым. Үпкәгә барып төшкәс, ундағы сәләмәт күҙәнәктәр ҡырыла. Үпкә үле күҙәнәктәр һәм һыу менән тула. Был кешенең тын алышына ҡамасаулай. Ҡанда кислород кимәле төшә, үпкә үҙ функцияһын юғалта, - тине Корона.
- Ҡалай ҡурҡыныс! Һеҙҙең менән нисек көрәшерге?
- Инфекция йөрөткән кешеләргә яҡын бармағыҙ, аралашмағыҙ, битегеҙгә битлек, күҙҙәрегеҙҙе күҙлек менән ҡаплағыҙ!
- Тағы нимә эшләргә кәрәк?
- Ҡулығыҙ менән ауыҙ, танау, күҙҙәрегеҙгә ҡағылмағыҙ. Һәр ваҡыт йыуынып, таҙа йөрөгөҙ! Өйҙә ултырырға тырышығыҙ, күп кешеләрҙе урап үтегеҙ! Шул ваҡытта мин һеҙгә зыян яһай алмам, - тип ышандырҙы Корона.

Бүлмәгә Сафаның әсәһе инде.
- Нимә булды улым, йөҙөң ҡасҡан. Әллә насар төш күрҙеңме?
Сафа күҙҙәрен асып, әсәһенә әле генә күргән төшөн һөйләне.
- Улым, һин бик матур һәм файҙалы төш күргәнһең. Хәҙер коронавирус тураһында бик күп беләһең. Коронаның һөйләгәнен хәтереңдән сығарма, ауырымаҫһың, - тине лә бүлмәнән сығып китте.

Сафа күргән төшөн хәтеренән үткәреп, ҡәнәғәт йылмайҙы.
— Рәхмәт, яуыз, кәңәштәреңә! Кешеләрҙе шул тиклем яфаламаһаң да булыр ине инде, тине көрһөнөп.

(Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА)
Фото интернеттан.
Читайте нас: