Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
17 Июнь 2021, 18:00

Кеше ҡулы менән ...

Дауаханаға оҙатҡан егетебеҙҙең сәнселгән яраһы булған, күмәк ҡунаҡ араһында кем, ҡасан, нисек, нимә менән сәнскәндәрен ул үҙе лә белмәй булып сыҡты. Табиптар әйтеүе буйынса, түңәрәк, үткер, отвертка һымаҡ нәмә менән сәнскәндәр. Шуға күрә лә ҡан тышҡа ағып сыҡмаған, эстә таралған. Тәүге алып барған дауаханала яраны ҡырҡып асып ҡарағандар ҙа, бер нәмә лә эшләтә алмай кире тегеп, ҡалаға икенсе дауаханаға ебәргәндәр...

Зилдә Хәмиҙуллина.
Кеше ҡулы менән ...

Йәш саҡта кеше һәр төрлө эшкә, уйын – йыйылыштарға, ҡунаҡ-туйҙарға, кино – театрҙарға йөрөргә дәртле була. Бәләкәй генә ауылда йәшәп ятҡан беҙ, көн һайын кис клубҡа кино ҡарарға йөрөй торғайныҡ. Ул ваҡытта әле төпкөл ауылдарҙа кеҫә телефоны, интернет түгел, видео ла юҡ ине. Шул бер ҡыуанысыбыҙ, йыуанысыбыҙ ауыл клубында кино ҡарау. Көндә тигәндәй һинд фильмы күһәтһәләр ҙә...
Бына бер көндө шулай кинонан сығып, бик ныҡ һуңға ғына, ҡабаланмай, яйлап баҫып ҡына ҡайтып киләбеҙ. Өйөбөҙгә еткән ерҙә беҙгә бер йәш килен осраны, ул сеңләп илап яныбыҙҙан йүгереп үтеп китте. Иртәгә ҡара таңдан эшкә булғанға, һөйөклөм һәләтләп өйгә инеп китә һалды. Ә миңә ҡатын – ҡыҙ булараҡ, белергә кәрәк бит инде нимә булғанын, шуға күрә тороп ҡалдым урамда. Юл аша күршеләрҙә ҡунаҡ буғай, көслө музыка тауышы, шау - шоу яңғырап тора. “Нимә булды икән? Ул киленкәй нишләп илай икән?..” Уйымдың осо башына сығып өлгөрә алманым, теге өйҙән эләгә – тәгәрәй бер ир – егет килеп сыҡты. Болғаңлай, сайҡала килеп был минең ҡулдарыма ауҙы. “ Еңгәй! Ярҙам ит, үләм, үлеп барам!” тине лә ул иҫтән яҙҙы. Был баяғы илап йүгереп үтеп киткән киленкәйҙең ире ине. Мин йөрәгем ярылырҙай булып ҡурҡып, сарбайлап ҡысҡырып:” Нимә булды һуң ҡәйнеш? Ҡайһы ерең ауырта?”- тип уны ипләп кенә һелкеткеләп ҡарайым, пульсын ҡапшайым, алайҙа ғына пульсы бар, иҫенә килтерергә тырышам, әммә бушҡа ғына ваҡыт сарыф итеү икәнен бик тиҙ аңлайым. Беҙҙекенә алыҫыраҡ булғанға, күршенең ҡапҡа төбөндәге ултырғысына, һөйрәкләп алып барып һалғанда, ҡураныс ҡына кәүҙәле был егет әзмәүерҙәй ауыр тойолдо миңә...
Кемде булһа ла ярҙамға саҡырмаҡ булып, йүгереп ҡунаҡ булып ятҡан йорттоң ишек алдына барып инәм. Унда берәү берәүҙе күрерлек, ишетерлек хәлдә түгел. Бейегәне, йырлағаны, айпашҡаны, көлгәне, һөйләшкәне ҡайҙа, бөтәһе бергә зыр ҡубып тора. Һөҙөмтәлә мине ишетеүсе лә, күреүсе лә юҡ, кире урамға атылып сығам. Тиҙ генә өйгә инеп, һөйөклөмә хәлде аңлатам да: ” Һиңә таңдан эшкә, йоҡла, мин ул егеттең туғандарын алып киләм. Кешегә ярҙам итмәй булмай бит”- тип, уға тыныс йоҡо теләп битенән әп итеп алам да, йүгереп сығып китәм. Ғәзизем өнһөҙ генә баш ҡағып ризалашып ҡала. Тышҡа сыҡҡас, мин бәләгә тарыған кешене яңғыҙ ҡалдырырға ҡыйынһынып, нимә ҡылырға белмәй, бер аҙ аптыранып ҡарап торам. Әмәлгә яҡҡандай яҡында ғына йәшәгән үҫмер егет килеп сыҡты, ҡыҙ оҙатыпмы инде, әллә дуҫтары менән осрашыпмы, һуңға ҡалып ҡайтып килеүелер инде. Мин килгәнсе, иҫһеҙ ятҡан кешене ҡарап торороға, ул бер һүҙһеҙ риза булды.
Ҡулымдан килгәнсе етеҙерәк булырға тырышып, мин йүгерә атлап, теге егеттең, ауылдың икенсе осонда йәшәгән, туғандарына киттем. Ауылыбыҙ бәләкәй генә булһа ла 1 километр оҙонлоғо бар, барып ингәндә мин арып - талып ахылдап төшкән инем. Бында ла өй тулы ҡунаҡ булып сыҡты, ниндәйҙер байрам мәжлесе күрәһең. Ҡәҙемге генә ҡыҙып алған кешеләргә минең һөйләгән хәбәрем тәү ыңғайы барып та етмәне. Ике, өс тапҡыр аңлатырға тура килде, берәүһе хатта һикереп тороп миңә йәбеште: “ Нимә эшләттең туғанымды? Хәҙер мин һине ошо ерҙә быуып үлтерәм!”- тип мине йолҡҡолай, тартҡылай башланы. Мин йән асыуыма был һөмһөҙҙө этеп ебәреп: “ Бына, бына ит изгелек көт яуызлыҡ! Һеҙҙең туғанығыҙ үлмәһен тип, төн уртаһында бер өй эсе балаларымды ҡалдырып йөрөйөм! Эшем иреккәнме ни минең! Теләһә нәмә эшләгеҙ, минән бурыс төштө, улығыҙ шул ерҙә ята барып алығыҙ! ”- тинем дә сығып китергә ынтылдым. Шунда ғына уларға барып етте шикелле:” Туҡта, туҡта килен! Ғафү ит, ғафү ит! Әйҙә беҙ ҙә бергә барайыҡ!”- тип бер нисәүһе бер булып ҡуҙғалдылар. Өндәшмәй генә йәш килен дә беҙгә эйәрҙе, ул һаман тауышһыҙ ғына илай ине. Юлда мин уларға тәфсирләп барыһын да аңлатып бирҙем. Беҙ килгәндә теге егет һаман шул көйө ята, ә үҫмер уны ҡарауыллап, янында йөрөй ине. Был ерҙән бер 200 метр алыҫлыҡта әҡрәбәһе (туған тейеш кешеләре) йәшәй, шуларҙы уятып алып инеп һалып торҙолар зыян
күргән егетте. Тиҙ ярҙам машинаһы ҡасан килгәнсе тышта ятҡырып булмай бит инде. Шулай итеп, был йәш кешене ниһәйәт дауаханаға оҙатҡанда, таң һыҙыла башлағайны инде. Хафалы, мәшәҡәтле төн үткәрһәк тә мин кешегә ярҙам итә алғаныма ҡыуанып, ҡәнәғәт күңел менән ҡайтып киттем. Аҙағынан ниҙәр булып бөтөрөн белһәм әгәр, ай-һай ҡыуаныр инемме икән?..

Дауаханаға оҙатҡан егетебеҙҙең сәнселгән яраһы булған, күмәк ҡунаҡ араһында кем, ҡасан, нисек, нимә менән сәнскәндәрен ул үҙе лә белмәй булып сыҡты. Табиптар әйтеүе буйынса, түңәрәк, үткер, отвертка һымаҡ нәмә менән сәнскәндәр. Шуға күрә лә ҡан тышҡа ағып сыҡмаған, эстә таралған. Тәүге алып барған дауаханала яраны ҡырҡып асып ҡарағандар ҙа, бер нәмә лә эшләтә алмай кире тегеп, ҡалаға икенсе дауаханаға ебәргәндәр. Даланлы булғандыр инде егет кеше, михнәттәр күрһә лә тере ҡала, операция эшләп өлгөрәләр икенсе дауаханала. Ярай, егетебеҙ яйлап һауыға башланы, ә беҙҙең ыҙаларыбыҙ алда булған икән әле. Ул егеттең туғандары, мәжлес булған өй хужаһын судҡа биргәндәр. Һинең өйөңдән сәнселеп сыҡҡан, һин ғәйепле, төрмәгә утыртабыҙ йәнәһе. Ауылда беренсе һорау алғанда уҡ, мин тәфтишсегә:”Мине башҡаса саҡырмағыҙ, саҡырһағыҙ ҙа бара алмайым, ошонда беренсе һәм һуңғы тапҡыр яуап биреүем. Һеҙ саҡырған һайын район үҙәгенә (ә ул беҙҙән 100 километр алыҫлыҡта) сығып йөрөргә минең йәш балам бар, ҡалғандары ла береһенән береһе бәләкәй, ҡалдырып китер кешем юҡ! Мин ул егет менән бергә ҡунаҡта булманым, бер нәмә лә күрмәнем, бер нәмә лә белмәйем, тик кинонан ҡайтып килгәндә ҡаршыма килеп сығып йығылды. Шуға күрә генә ярҙам итергә тура килде. Әгәр мин ҡул һелтәп өйөмә инеп китһәм, таң атҡансы ул үлеп ятыр ине. Һеҙ нисә тапҡыр саҡырһағыҙ ҙа ошо уҡ хәбәрҙе һөйләйәсәкмен, сөнки башҡа бер нәмә лә белмәйем”- тинем. Тәфтишсе башҡаса мине саҡырмаҫҡа вәғәҙә итте, шуның менән бөттө тип уйлаһам, улай ғына булмай сыҡты шул. Аҙна һайын барыһын да район үҙәгенә һорау алырға саҡыра башланылар, тик янында һаҡлап ҡына торған, нимә булғанын бөтөнләй белмәгән, аңламаған үҫмерҙе лә, йоҡоларынан уятып, өйҙәренә индереп һалған хужаларҙы ла тынғы бирмәй саҡыртып алып йонсоторға тотондолар. Мине генә башҡа бимазаламанылар, тәфтишсе һүҙендә торҙо...

Әммә теге егеттең атаһы ҡыҫымға алып, ҡунаҡ булған өй хужаһы ғәйепле, тигән ҡағыҙға минән имза ҡуйҙырмаҡ булып ныҡыша башланы. Ул көн тимәй, төн тимәй беҙгә килеп һин ҡул ҡуйырға тейешһең тип, миңә баҫым яһап та, алдаштырып та, аҡса тәҡдим итеп тә, әллә ниндәй бәләләр менән янап та бөттө. Тик минең үҙ тәүбәм тәүбә ине, шунан тайпылыу юҡ! Нисек инде, белмәйенсә, күрмәйенсә кешегә бәлә яҡмаҡ кәрәк? Выждан ғазабына ҡайһылай итеп сыҙарһың һуңынан? Намыҫ, кешелеклек тигән нимәләр ҙә бар бит әле. “Олатай, мин ул мәжлестә булманым, бер нәмә лә белмәйем, бөтөнләй күрмәнем. Шулай булғас нисек мин был ҡағыҙға имза ҡуяйым? Юҡ булмай, намыҫым ҡушмай, ул бит кеше яҙмышын хәл итә торған ҡағыҙ. Шунан һуң нисек йәшәмәк кәрәк был донъяла? Юҡ олатай һорамағыҙ ҙа, башҡа килеп тә йөрөмәгеҙ, мин бер ваҡытта ла ҡул ҡуймайым”- тип әйтеп сығарам. Район үҙәгенән ҡайтып инеү менән тағы миңә килә бит был бабай. Әптән йонсотто, теңкәгә тейә алғансы тейҙе инде был ныҡышмал бәндә, ҡотолор әмәл табырмын тимә...

Бына бер кисте был ҡарт тағы килеп инде беҙгә. Был юлы ул бер шешә араҡы тотоп, кейәүен (минең хәләлемдең икенсе атанан бер әсәнән тыуған ҡустыһы – сводный брат) эйәртеп алған, йәнәһе ныҡлап әҙерләнеп, минән ыңғай яуап алмайынса сыҡмаҫҡа нейәтләп килеүе. Килгән кешегә ажғырып тороп булмай бит инде, әйҙүкләп, түргә уҙығыҙ тиергә тура килде. Ул ваҡытта өйөбҙҙөң түре лә юҡ ине инде, бәләкәй генә 20 кв.метрлыҡ бер бүлмәле өйҙә көн күреп ятабыҙ. Шулай итеп урындыҡҡа үтеп ултырғас бабай һүҙ башланы. “Килен һуңғы тапҡыр килдем, ҡағыҙға ҡул ҡуй! Һинең генә имзаң ҡуйылмаған, ошоға ҡул ҡуйһаң ултыртам, башын төрмәлә серетәм мин ул мөртәттең! Һиндә генә эш ҡалды, башҡалар бөтәһелә ҡул ҡуйған, дауай һуҙма имзаңды ҡуй, шуның менән эш бөттө! Бына яратҡан ҡәйнешеңде алып килдем, бәлки уны тыңларһың. Тәфтишсе үҙе ебәрҙе һиңә мине, ҡул ҡуйһын тине.
Иртәгә район үҙәгенә тағы саҡырҙылар, был эште хәл итергә кәрәк.” Мин :”Олатай..”- тип, һүҙ әйтеп өлгөрмөнем. “Мин һиңә олатай түгел, ә бер туған төп ҡоҙаң! Һүҙемде йығып был юлыла буш сығарһаң ҡоҙағый, беҙҙең арала туғанлыҡ бөттө! Башҡа аралашыу юҡ! Уны бел!”- тип һүҙемде бүлдереп еккеренә башланы бабай. Минең түҙемем шартлап һынды, өлкән кешегә ҡаты бәрелмәйем тип үҙемде тыйған һайын шашты бит был ҡарт! Иң беренсе, асырға йөрөгән шешәһен тартып алып тышҡа сығарып ырғыттым. “Был өйҙә эсмәйҙәр, мине араҡыға һатып алмаҡ булдығыҙмы? Тәҡдим иткән аҡсағыҙҙы алмағас, бәлки араҡыға алданыр тип уйлайһығыҙмы? Нисә тапҡыр әйтергә була, мин күрмәнем, белмәйем, шулай булғас ҡул ҡуя алмайым тигәнде нишләп аңламайһығыҙ? Улығыҙҙы үлемдән ҡотҡарғанға рәхмәт әйтеп, шөкөр итер урынға нишләп миңә көн күрһәтмәйһегеҙ? Тынғыһыҙлайһығыҙ, бимазалайһығыҙ, мәшәҡәт тыуҙыраһығыҙ, мин һеҙгә туған булғаным да юҡ, кәрәкмәй ҙә! Ундай туғандың булмағаны яҡшыраҡ! Һеҙ ошо ерҙә минең ҡулым менән кешене төрмәгә тығырға йөрөйһөгөҙ! Ул йәп-йәш кеше, ике балаһы, ҡатыны бар, шуларҙы ҡан илатып гөнаҫлы була алмайым! Бәлки ул бөтөнләй ғәйепле түгелдер, һеҙ ҙә, мин дә белмәйбеҙ бит! Иҫбат итмәйенсә берәүгә лә ғәйеп тағырға ярамай ҙа, булмай ҙа.”- бабайға әйтер һүҙемде бер тынала әйтеп бөттөм дә, ҡәйнешемә йәбештем: ”Ә һин нимә тип ҡайныңа эйәреп йөрөйһөң? Мин һине тыңлар, йәки булмаһа ҡурҡыр ҙа ҡул ҡуйыр тип уйлайһыңмы? Башыңды яра һуҡмаҫ борон һыпырт, эҙең булмаһын! Ул мәжелестә һин дә булманың бит! Иң яҡын дуҫыңа яла яғып, төрмәгә тығып, башын серетергә ярҙамлашып йөрөйһөңме? Барығыҙ хәҙер үк сығып китегеҙ, һәм башҡа тупһама аяҡ баҫмағыҙ!”- тип борҡолдатып ҡыуып сығарырға тура килде уларҙы. Бабай һаман үҙенекен һөйләнә, һөйләнә, барыбер һинән ҡул ҡуйҙырамайынса ҡуймайым тип, ә ҡәйнешем башын эйеп, ҡып – ҡыҙыл йөҙөн күтәрергә лә уңайһыҙланып сығып киттеләр. Ҡәйнешем һуңынан бик оҙаҡ ҡына миңә күренмәй йөрөнө, күҙҙәремә ҡарарға оялғадыр инде тип уйлайым.

Хәҙер генә бер нимә уйлап табырға, был волокитаны туҡтатырға, ғаиләмә тыныслыҡты кире ҡайтарырға кәрәк ине. Һөйөклөмә өндәшмәйем, үҙем эҙләп алған мәшәҡәт,үҙем хәл итергә тейәшмен. Ул былайҙа мыйыҡ аҫтынан йылмайып ҡына, көтөп йөрөй был ваҡиғаның нимә менән бөтөрөн. Мин нисек йырып сығырмын икән, уға шул ҡыҙыҡтыр инде күрәһең. Бер килке уйланып, нимә ҡылырға, нисек дөрөҫ юл табырға тип баш ватып, ултырҙым әле мин ул кисте. Шунан һуң иң ахыры уйлап таптым шикелле, тәфтишсегә хат яҙып, иртәгә район үҙәгенә барғандарҙан биреп ебәрергә булдым. Ултырҙым да яҙҙым тегегә елле генә хат- ультиматум:
”Һаумыһығыҙ иптәш тәфтишсе!”(Ул замандарҙа бөтә кешегәлә иптәш тип өндәшеү фарыз ине, хәҙер генә ул әфәнде, ханымдан һалдырабыҙ. Заман башҡа заң башҡа, ошо булалыр инде). Шулай итеп тәфтишсегә бөтәһен дә аңлатып, теҙеп сыҡтым да, аҙағынан өҫтәп ҡуйҙым. ” Зыян күргән егеттең атаһы мине көн һайын тигәндәй килеп һеҙҙең исем менән шантажировать итә. Тәфтишсе үҙе ҡул ҡуйырға ҡушты, имзаңды ҡуй, тип ҡыр быуынға төшә. Һеҙҙең миңә бойороҡ ебәреп ятырға, мин белмәгән нимәне белә, күрмәгәнде күрҙе, булмағанды булды тип көсләп ҡул ҡуйҙырырға ни хаҡығыҙ бар? Әгәр ҙә ошо бабай тағы бер өйөмә килеп, һеҙҙең исемдән хәбәр һөйләп, мине ҡул ҡуйырға мәжбүр итергә тырышып ҡараһа, миңә һеҙҙе судҡа бирергә тура киләсәк. Башҡаса әмәл ҡалманы, миңә ғаиләм тыныслығы, именлеге мөһимерәк.“ – тип яҙҙым, хәҙер инде был хаттың тәфтишсенең тура ҡулына барып эләгеүе кәрәк ине. Кемдән ебәрергә? Быныһы тағы бер сетерекле мәсьәлә. Мәжлес үткән өй хужаһына, йәки уның яҡындарына биреп ебәрһәм, теге егеттекеләр: ”Ана тегеләргә һатылған был,”- тип ҡауғалашасаҡтар. Ә уларға биреп ебәреп булмай бит инде, ул саҡта тәфтишсегә хаттың барып етеүе икеле. Йәш үҫмерҙе мәшәҡәтләге килмәй, былайҙа йонсоттолар баланы. Мин иң ахыры таптым кемдән ебәрергә, йоҡлап ятҡан кешеләрҙе уятып, өйҙәренә алып инеп һалғайныҡ бит әле теге егетте, шул өй хужаһына бирергә булдым. Хатты алып барып биргәндә: ”Ҡәйнеш, ошо хатты үҙеңде тәфтишсе һорау алырға саҡырғанда, ҡулына тоттор, берәүгә лә күрһәтмә, тегеләргә лә, былырға ла. Хат тәфтишсенең тура ғына ҡулына эләкһә, башҡа һеҙҙе саҡыртып йонсотмаясаҡтар, бына күрерһең!”- тинем. Ыңғай ғына ризалашып хатты һалып алды был ир – егет, мин әйткәнсә эшләгән дә ул. Үҙенән Һорау алып бөткәс, тәфтишсенең ҡулына биреп сыҡҡан минең хатымды. Был хат ныҡ тьәҫир иткән күрәһең тәфтишсегә.

Бабайҙың үҙенә штраф һалып, ҡуҙғатылған эште ябып: енәйәт ҡылыныуҙы иҫбат итерлек дәлилдәр юҡ тигән йомғаҡ яһап ҡайтарып ебәргән. Шунан һуң бөтәһе лә тыныс йәшәп китте, башҡа уларҙы саҡыртып бимазалаусы булманы. Хатты алып барып биреүсе ир – егет:
” Вот еңгәй так еңгәй! Бер бит ҡағыҙ менән анауынсама мәшхәрҙе шып туҡтатып, эште яптыла ҡуйҙы! – тигән икән аҙағынан аптырап. Һөйөклөм иһә үтә шат ине: “Был мәсьәләне хәл итеүҙә һинең дөрөҫ юл табырыңа шикләнмәнемдә мин, ныҡ ғорурланам кәләш һине менән! Афарин!”- тине. Ә мин ныҡышмал бабайҙың көндә тигәндәй килеп йөрөүенән ҡотолдом, әйткәндәй туғанлыҡ та шул ерҙә юҡҡа сыҡты. Үкенерлеге лә юҡ ине бит әле...
Егетебеҙгә килгәндә инде ул имен һау шәбәйҙе, кәләше, өс балалаһы менән үҙ ғаиләһендә бәхетле йәшәп ята. Ошо көндәрҙә бер ҡыҙын кейәүгә биреп, гөрләтеп туй үткәрҙеләр. Әйҙә бәхеттәре ашып – ташып торһон йәштәрҙең дә, ата – әсәләренең дә. Миңә ҡарата иһә осраған һайын ул егет һәр ваҡыт хөрмәт итеп, тәбрикләп тора, кеселекле, итәғәтле тота үҙен, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Рәхмәтле кеше рәхмәтле инде. Шунан башҡа ни кәрәк тағы?!.
P. S. Әйткәндәй, мәжлес булған йорт хужаһы ысынлап та бер ғәйепһеҙ икәне асыҡлана. Бик оҙаҡ ваҡыт үткәндән һуң ғына, егетебеҙҙе кем сәнскәне билдәле була.. Шул мәжлестә булған кеше эшләгән быны. Әммә яуапҡа тарттырып булмай уны, инде әллә ҡасан ҡырға китеп олаҡҡан һәм хәбәрһеҙ юғалған була ул. Һәр кемдең, өлөшөнә төшкән көмөштөң, ниндәйерәк булырын бер АЛЛАҺ ҡына беләлер!
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.
Читайте нас: