Һаҡмар
-8 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
8 Июнь 2021, 23:05
"Хоҙай беҙгә башҡа бала бирмәҫ инде..."
-
Был ғаилә менән сираттағы сәфәрҙә таныштым. Күренеп тора - уңғандар. Донъя-тирәләре төҙөк, күп итеп мал тоталар. Берҙән-бер улдары Өфөлә уҡып йөрөй.
- Тағы бәпестәр алып ҡайтһағыҙ була инде, - тинем йорт хужаһына. - Мохтаж түгелһегеҙ.
Ир моңһоу ғына итеп ҡараны ла:
- Үҙем ҙур ғаиләлә үҫкәс, балаларым да күп булыр тип уйлай Үкенескә ҡаршы, Хоҙай беҙгә башҡаса бала бирмәҫ инде.
- Ниңә улай тип әйтәһегеҙ?
Ир ошо тарихты һөйләне. Баҡһаң, улар икенсегә бәпәй алып ҡайтырға йөрөгәндә бесәйҙәре балалаған. Бер көндө ҡатыны шул йән эйәләрен йылғаға алып барып батырған.
- Инәһе балалары өсөн шул тиклем ҡайғырҙы, күҙе йәше сығарып иланы, хатта әллә нисә көн буйы ашаманы. Уны күреп үҙемдең йөрәгем өҙөлгәндәй булды, ә ҡатыным иҫе лә китмәне. "Бесәй ҙә булдымы мал", - тип кенә ҡуйҙы. Бер нисә көндән ҡатыным ауырып китте лә "Ашығыс ярҙам" саҡырттым. Балабыҙ үле тыуҙы.
Был һүҙҙе әйткәндә, ирҙең күҙҙәрендә йәш бөртөктәре күренде.
- Ошонан һуң ҡатыным бер ҙә ауырға ҡала алманы. Аптырғас, бер күрәҙәсегә барҙыҡ. Ул:"Һеҙгә бесәйҙең рәнйеше төшкән", - тигәс, шаҡ ҡаттыҡ.
Венер Исхаков.
Фото интернеттан.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"