Әҙәби бит
18 Мая 2021, 04:00

Т Е Л Ә К

Ай күрҙем аман менән, күңелем тулды иман менән,Фәрештәләр аты менән, шаһиттарҙың ҡото менән.Айҙың серле уты менән, ай һауаның һуты менән,Оҙон ғүмер насип булһын, илгә иман нуры тулһын!Ай, ай, ай яңы тыуған ай,Теләктәр ҡабул булһын,Ҡыҙ балаң һорай...

Ай күрҙем аман менән, күңелем тулды иман менән,
Фәрештәләр аты менән, шаһиттарҙың ҡото менән.
Айҙың серле уты менән, ай һауаның һуты менән,
Оҙон ғүмер насип булһын, илгә иман нуры тулһын!

Ай, ай, ай яңы тыуған ай,
Теләктәр ҡабул булһын,
Ҡыҙ балаң һорай .

Атам йорто тыныс торһон, туғандарым татыу булһын,
Шатлыҡтары ташып торһон, иман нуры менән тулһын.
Айҙай нурлы саф мөхәббәт, бәхетемә яҙған булһын,
Миңә яҙған миңә булһын, тик минең менән уңһын!

Ай, ай, ай яңы тыуған ай,
Теләктәр ҡабул булһын,
Ҡыҙ балаң һорай .

Ай күрҙем аман менән, күңелем тулы иман менән,
Кәртәм тулы малың менән, йән һөйгән йәрем менән.
Тағы ла бер теләгемде ҡабул итсе тулған ай,
Әсә булыу бәхетен бир, имен үҫһен ул да.

Ай, ай, ай яңы тыуған ай,
Теләктәр ҡабул булһын,
Ҡыҙ балаң һорай .

(Зөһрә Фәйзуллина һүҙе һәм көйө.)
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.
Читайте нас