Балыҡҡа барғанда... (юмореска)
Был хәл 60-сы йылдар аҙағында булды. Район ауылдарының береһендә эшләп йөрөгән коллегаларым менән балыҡҡа барырға йыйындыҡ. Хужалыҡ мөдире Шәрифйән ағайҙың туры бейәһен егеп бөтөүгә әллә ҡайҙан кәүҙәһе түп-түңәрәк булған өсөн Ҡарбуз ҡушаматы алған директор тәгәрәп килеп сыҡты. “Алыҫҡамы?” – тип һораны ул, ике йәшлек шамбы балығындай галстугын төҙәткеләп. Ҡыҫҡаһы, аҡ күлдәк, аҡ салбар кейгәнмен тип торманы, директор ҙа беҙгә тағылырға булды.
Беҙҙең ауыл эргәһендә йылға юҡ. Балыҡ тота торған ергә ике ауыл аша үтеп барырға кәрәк. Шуларҙың береһендә туҡтап, магазиндан ике шешә лә алып сыҡтыҡ.
Ышлыяға йәбешкән ат тиҙәге лә кибеп өлгөрмәне, беҙ йылғаның тәрән сөмбәйендә балыҡ һөҙә инек инде. Шәрифйән ағай ғына бейәнең арҡалығын төшөрөп, тамаҡ бауын бушатып, бер аҙ ял итергә ятты. Кейемдәрҙе сисеп, арбаға һала башлағас, беребеҙҙең трусик, икәүбеҙҙең кальсон кейгәне асыҡланды, ә Ҡарбуздың салбар аҫтында бер нәмә лә булмай сыҡты(элек күптәр шул килеш йөрөй торғайны). Ул галстугын ағас ботағына элде, ә оҙон итәкле күлдәген сисмәҫкә булды, түрә башы менән шыр яланғас йөрөп ятырға уңайһыҙланды, шикелле.
Ҡояш байырға сыбыртҡылай ара ҡалғас, балыҡтарҙы шешкә теҙеп, Шәрифйән ағай яғына юлландыҡ. Тик завхоз да, туры бейә лә, арба менән беҙҙең кейемдәр ҙә урынында юҡ ине. Ағас ботағында, беҙҙе үсекләп, Ҡарбуздың галстугы ғына елберҙәп тора. Тирә-йүнгә йүгереп, ҡысҡырып эҙләргә тотондоҡ, тик файҙа сығырға оҡшаманы. Нисек ошо ҡиәфәттә ике ауыл аша ҡайтып барыуыбыҙ күҙ алдынан үтте. Төрлө тәҡдимдәр яңғыраны, тик кәңәшмәләрҙәге кеүек, директорҙыҡы менән килештек. Ҡарбуз ауылдар аша спортсмендар кеүек йүгереп үтергә кәрәклеген әйтте. Яланғасмын тип торманы, үҙен хәс трибуналағы кеүек тотто.
- Пускай, беҙҙе спортсмендар тип уйлаһындар, - тине ул. Аҙаҡтан, бер нисә йыл үткәс, был һүҙҙәрҙе “Джентльмены удачи” фильмында Евгений Леоновтың геройы ауыҙынан ишетеп, кино төшөрөүселәр беҙҙең мәрәкәне файҙаланманымы икән тип шикләнеп тә ҡуйҙыҡ. Әммә ул саҡта көлкө ҡайғыһы юҡ ине. Ярай, беҙ, балыҡҡа барырҙы белгән кешеләр, аҫҡы яҡты ҡаплауҙы алдан ҡайғыртҡайныҡ. Ә бына Ҡарбуз нимә эшләр икән? Ул да аптырап тора торған әҙәм түгел, күлдәген сисеп, осаһын ҡапларлыҡ итеп биленә бәйләне лә, әйҙәгеҙ тип алдан тәгәрәп китте.
Беренсе ауылға килеп инеү менән тыҡрыҡтан ҡапыл беҙҙең ауылдан килен булып төшкән Йәмилә килеп сыҡмаһынмы!.. Бер нисә секунд ҡарашып торғандан һуң ул ҡысҡырып ебәрҙе лә көйәнтә-биҙрәләрен ташлап артына йүгерҙе. Бер биҙрә, нисектер ҡоламай, ергә шул килеш ултырҙы. Ҡарбуз: “Тулы күнәккә осраныҡ, юлыбыҙ уңыр, моғайын”, - тип күңел күтәренкелеге күрһәтергә тырышты. Шунда беҙ аҡ күлдәк уның оят ерҙәрен тулыһынса ҡапламауын аңғарып, Йәмиләнең нимәнән ҡото осҡанлығын аңланыҡ.
Сираттағы ауылды урман аша үтергә уйлағайныҡ, ҡыу үләндәр аяҡҡа ныҡ ҡаҙалғас, йәнә саңлы юлға төштөк. Бер көн алдан яуған көслө ямғыр ҡалдырған күләүек тапҡырына еткәс, бер коллегабыҙ: "Әллә биттәрҙе батҡаҡҡа буяйыҡмы?" – тигән тәҡдим индерҙе. Ҡарбуз был эшкә иң беренсе тотондо...
Ауылға етәрәк, спортсмен ҡиәфәте ҡалмаһа ла, тағы йүгерергә тотондоҡ. Урам буйындағы халыҡ иҫе китеп беҙгә текәлде, ҡайҙандыр килеп сыҡҡан бер өйөр эттәр абалап өрөргә тотондо. Ә бала-саға: “Индеецтар килә! Индеецтар килә!” – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра ауыл буйлап сапты. “Хатта эттәр ҙә ҡыуып етә алманы, һеҙ ысын спортсмендар!” – тип дәртләндерергә тырышты беҙҙе Ҡарбуз, ауылды сыҡҡас.
Үҙебеҙҙең ауылға етеп барғанда Шәрифйән ағайҙың иң оста ултырған өйө алдында егеүле туры бейәне күреп, беҙ ысынлап та спортсмендар кеүек елдерә башланыҡ. Ҡарбуз ғына беҙҙең артҡа ышыҡланды. Барып етһәк, арбала ике буш шешәне, үҙебеҙҙең кейемдәрҙе һәм Шәрифйән ағайҙы күрҙек. Аттың арҡалығы күтәрелмәгән, тамаҡ бауы бәйләнмәгән. Ҡарбуздың аҡ салбарының бер балағы арба күсәренә уралған, икенсеһе ергә һәлберәп килгәнлектән әҙәм танымаҫ төҫкә ингәйне. Директор ошоға тиклем ыштанһыҙ йөрөнөм тимәне, бысраҡ, йыртыҡ нәмәне кейергә ғәрләнде һәм бер нәмә лә белмәй йоҡлап ятҡан иҫеректең салбарын һыпыра башланы. Баҡһаң, Шәрифйән ағай ҙа эске кейемһеҙ булған икән. Быға берәү ҙә бошонманы. Завхоздың шәрә ятып ҡалыуы үҙебеҙсә үс алыу булды. Балыҡтарҙы шым ғына бүлештек тә башты баҫып таралыштыҡ. Ғаиләм минең өлөштө таҙартып, ҡурып ашаны, миңә рәхмәттәр уҡыны. Ә балыҡтарҙың өҫтәлгә ниндәй әкәмәттәр аша килеп ултырыуы улар өсөн сер булып ҡалды...
Роберт Ғимранов.