Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
19 Апрель 2021, 13:00
Әсәһенән оялған ҡыҙға яуап хаты
"Минең дә әсәйем мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләне, атай колхозда төрлө эштәрҙә йөрөнө. Бәләкәй генә эш хаҡын да ваҡытында бирмәй йонсоттолар. Аҡсаһыҙлыҡ, гөрләп торған колхоздың көрсөккә терәлеүе, ғаиләһен матди яҡтан тәьмин итә алмау атайыбыҙға кире яҡтан тәьҫир иттеме, ул яйлап ҡына иҫерткес эсемлектәр менән мауыға башланы. Ялға ҡайтҡанда күп ваҡыт иҫерек була торғайны. Шул мәлдәрҙә әсәйемдең күргән ыҙаларын иҫкә төшөрһәм, хәҙер ҙә ҡыйын булып китә..." (Тулыраҡ беҙҙең сайтта)
“Һеҙҙең гәзиттең төркөмөндә әсәһенән оялған ҡыҙ тураһында яҙма баҫылғайны, шуға яуап итеп ошо хатты ҡуйһағыҙ ине”, - тип яҙып ебәрҙе бер яҡын танышым (“Әсәйем өсөн оялам” тип аталған яҙмаға һылтанма:
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/s-yem-s-n-oyalam-762543/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500)
“Миңә үткән быуаттың 90-сы йылдарында студент булыу “бәхете” тейҙе. Ғаиләлә бер-бер артлы өс балабыҙ: һеңлем менән юғары уҡыу йортонда белем алабыҙ, ҡустым техникумда уҡый. Атай-әсәйебеҙ ауыл ерендә йәшәй. Минең дә әсәйем мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләне, атай колхозда төрлө эштәрҙә йөрөнө. Бәләкәй генә эш хаҡын да ваҡытында бирмәй йонсоттолар. Аҡсаһыҙлыҡ, гөрләп торған колхоздың көрсөккә терәлеүе, ғаиләһен матди яҡтан тәьмин итә алмау атайыбыҙға кире яҡтан тәьҫир иттеме, ул яйлап ҡына иҫерткес эсемлектәр менән мауыға башланы. Ялға ҡайтҡанда күп ваҡыт иҫерек була торғайны. Шул мәлдәрҙә әсәйемдең күргән ыҙаларын иҫкә төшөрһәм, хәҙер ҙә ҡыйын булып китә.
Әсәйем хәленән килгәнсе тәмле-татлыһын бешереп, сумкабыҙға тултыра ла, беҙгә юллыҡ аҡса эҙләп, ауыл буйлап сығып китә. Хәллерәк йәшәгән күрше пенсионер әбей менән бабайҙан йәки берәй уҡытыусынан алып торор ине. Бурысҡа алынған аҡса беҙгә барыуға һәм кире ҡайтыуға ғына етә, башҡаһына юҡ. Бына шундай шарттарҙа беҙ, өс бала, һөнәр алдыҡ. Әсәйемдең ныҡлығы, сабырлығы менән ошо хәлдәрҙе йырып сыҡтыҡ. Ул заманға зарланманы, төшөнкөлөккә бирелмәне, балаларым уҡыһын, һөнәрле булһын, тип тырышты. Бер ҡасан да: “Атайығыҙ эсә”, – тип яманлап ултырманы, ғаилә усағын һүндермәй, йортобоҙҙоң ҡотон һаҡлай белде.
Шул саҡтағы ыҙаларҙы иҫләһәм, әле лә күҙгә йәштәр тула. Мөмкин булһа, әсәйемә һәйкәл ҡуйыр инем! Уға рәхмәтебеҙ сикһеҙ!
Ә был ҡыҙға әйтер һүҙем шул: үкенерһең – һуң булыр... Әсәй хаҡын аша атлап ҡорған донъяңда әллә уңаһың, әллә юҡ. Һиңә белдермәһә лә, әсәйең эстән уйланмай, ҡайғырмай, тиһеңме? Һөйөп-наҙлап үҫтергән ҡыҙының туйының түрендә ултырғыһы киләлер бит уның да. Аҡылыңа кил, туғаным, әсәйеңде рәнйетмә зинһар!
Әйткәндәй, олоғая килә атайыбыҙ ҙа эсеүен кәметте, ә хәҙер бөтөнләй ул насар ғәҙәтен ташланы. Бөгөн улар ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан ҡартатай-өләсәй булып, тыуған йортобоҙҙа беҙҙе һағынып көтөп ала”.
Фото: milayaya.ru
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзитенән алынды.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"