Һаҡмар
+20 °С
Ясно
Антитеррор
Әҙәби бит
7 Апреля 2021, 04:55
Ҡыштан яҙҙар яһар өсөн
Көтә-көтә көтөк итеп,Ялындырып килә яҙ…Йылы етмәй күңелдәргә,Күңелдәргә етмәй наҙ! (Дауамы сайтта).Фирүзә Абдуллина был шиғырын, моғайын да, Талҡаҫ буйына яҙ килеүен күреп ижад иткәндер. Шундай матурлыҡ!!!
Быйыл яҙ булмай икәнен
Ишеттегеҙме әле?
Йөрәктәрегеҙҙе ҡыштан
Өшөттөгөҙмө әле?
Көтә-көтә көтөк итеп,
Ялындырып килә яҙ…
Йылы етмәй күңелдәргә,
Күңелдәргә етмәй наҙ!
Күҙҙәрегеҙ ҡояш кеүек
Йылмайып ҡараһалар,
Баш осондағы болоттар
Шунда уҡ таралалар!
Ҡайнар хистәр, йылы һүҙҙәр
Йәлләмәһәң йәреңә,
Ҡар һыуҙары шаулап ағыр,
Йылға һыймаҫ ярына…
Һыуыҡ көн үтһен тимәгеҙ –
Ғүмеребеҙ үтә бит!
Ҡыштан яҙҙар яһар өсөн
Бер йылы һүҙ етә бит!
Фирүзә Абдуллина.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"