Әҙәби бит
2 Апреля 2021, 06:30

Шишмәкәй (әкиәт)

Борон-боронда ла түгел,Булғайны был хәл кисә:Яҙғы ҡояш нурын һибә,Әкрен генә ел иҫә.Морон төрткән йәш үләндәрТирә-яҡҡа йәм бөркә.Умырзаялар, ләләләрӨлгөрҙөләр бик иртә.Бына шул саҡ ер өҫтөнә... (Дауамы беҙҙең сайтта)

Шишмәкәй
(Әкиәт)
Борон-боронда ла түгел,
Булғайны был хәл кисә:
Яҙғы ҡояш нурын һибә,
Әкрен генә ел иҫә.
Морон төрткән йәш үләндәр
Тирә-яҡҡа йәм бөркә.
Умырзаялар, ләләләр
Өлгөрҙөләр бик иртә.
Бына шул саҡ ер өҫтөнә
Ҡайҙан тамсы сәсрәне?
Селт-селт иткән шат тауышы
Тирә-яҡты биҙәне.
Үрле-ҡырлы һикерҙе лә
Шишмә булып юл алды.
Бындай мөғжизәне күреп,
Бар тәбиғәт тын ҡалды.
– Мин кем? – тине бер аҙ барғас, –
Ниңә мин бик бәләкәй?
Яңғыҙ ҡайын уға текләп
Әйтте: “Һин бит – шишмәкәй!”
Яҙғы ҡояш нур һипкәндә,
Бер ни юҡ ине иртән.
(Кемдәрҙер фәһем алырҙар
Шул хаҡта яҙып үтһәм).
Шишмәкәй алға ынтылды...
Ҡапыл тыны ҡыҫылды,
Кемдер уның юлын быуғас,
Шат йыры тынып ҡалды.
– Ай, ауырта, ай, ай! – тине.
Күрәһең, ныҡ һыҙланды.
Янда торған һомғол ҡайын
Уны ихлас ҡыҙғанды.
Шишмәкәйҙең ауыр хәлгә
Тарығанлығын һиҙҙе,
Ярҙам итергә эйелеп,
Ҡул-ботаҡтарын һуҙҙы.
Ә “Уҫал” һаман шаярҙы,
Ыҙалатыуын белде.
Зәһәр тауышы менән
Үҙе ҡысҡырып көлдө.
Тәртипһеҙ ҡыланыуынан
Ҡайын уны таныны:
Ул бит, һут эсергә килеп,
Үҙен күпме таланы?!
Ботаҡтарын һындырғылап,
Ауыр шешәләр элде.
Бөтә тәнен ауырттырып,
Үрмәләп өҫкә менде.
Ҡул-битен сыйған ботаҡты
Һындырып аҫҡа бәрҙе...
Һыҡтағайны ҡайын: ерҙә
Үҫтермәйҙәр кемдәрҙе?!
Көн һайын килеп, шул малай
Рәхәтләнеп һут эсте.
Ә ҡайындың был яфанан
Яйлап көс-хәле бөттө.
Малай яһаған тишектәр
Аҙаҡтан асыҡ ҡалды.
Күҙ йәштәре ҡайынҡайҙың
Тып та тып ергә тамды.
Һыҙланыуҙан тәмле һуты
Әйләнде әсе йәшкә.
Йыл да яҙын илай-илай
Етте ул ошо йәшкә.
... Ғәжәп: йәштәр тамған ерҙә
Бөгөн тыуҙы шишмәкәй!
Ана, нисек ҡыуанғайны
Уны күреп ҡайынҡай.
Шишмәнең аҡҡан юлында
Гөл-сәскәләр асылды.
Селтер-селтер тауышынан
Тирә-яҡ моңға сумды.
Бер ҙә тауышы юҡ ине –
Һандуғастан моң алды.
Уның йырын тыңлағанда
Аҡмай торҙо, таң ҡалды.
Ә һандуғас һайрай-һайрай
Йәш һыуҙы тәмләп ҡарай,
Шунан дәртләнеп тағы
Күктәргә менеп йырлай.
Гүйә, мөғжизә-шишмәне
Моңона һалып данлай.
Бейектәргә үрләһә лә
Шишмәнән күҙен алмай.
Шаян күбәләккәй осто
Кескәй шишмә тирәләй.
Был тиклем өйөрөлөүгә
Нисек башы әйләнмәй?!
“Без-без” килде себендәр ҙә,
Серәкәйҙәр ҡыуанды.
Осоп килеп, ике турғай
Тамсыларҙа ҡойондо.
Шишмә алға ынтылғанда,
Тау-таштар ҙа осраны.
Ә ул, ҡайындан көс алып,
Һис бер туҡтап ҡалманы.
Тамсылары һикергеләп
Ҡояш нурында янды.
Төнгө күк йөҙөндә ай ҙа
Уға текләп һоҡланды…
Бына шул шишмәкәй юлын
Быуа бөгөн бер малай.
Үҙенсә эре сирттереп,
“Батырлыҡ” ҡыла ҡалай!
Күктә һандуғас аптырап
Һайрауынан туҡтаны.
Ә турғайҙар ҡайынҡайға
Ултырып сыр-сырланы.
Малай шашты: һыу сәсрәтеп
Бейей, тапай шишмәне.
Тирә-йүндең һыҡтағанын
Күрмәне, ишетмәне.
Күбәләктәр, парлап ҡунып,
Телһеҙ ҡалған сәскәлә.
Бал ҡорттары безелдәшеп
Сапманы бер еҫкә лә...
Шул саҡ ҡапыл ел иҫте лә,
Күтәрелде саң, дауыл.
Бындай ҙа көслө ялҡынды
Күрмәне бер кем быйыл.
Дауыл, бейей-бейей килеп,
Шишмә янынан уҙҙы.
Яман малай ауыҙына,
Күҙҙәренә саң тулды.
Битен, күҙен ыуып, малай
Һыу эҙләне йыуырға.
– Ҡайҙан таҙа һыу табырға? –
Белмәне ни ҡылырға.
Йәмһеҙ ҡысҡыра-ҡысҡыра
Сапты ауыл яғына…
Шулай уның “батырлығын”
Туҡтатты дауыл ғына.
Гөжләп малайҙың артынан
Ҡыуа төштө туҡтамай.
Ҡайын ғына тороп ҡалды
Һаман бер ни аңламай.
Ана, шишмә урынында
Батҡаҡ ҡойо ер ҡалған.
Күҙ йәше сыҡмай, исмаһам, –
Бары ла ергә тамған.
Башын эйеп, күҙен йомоп,
Оҙаҡ ҡайғырҙы ҡайын.
Хәҙер инде һандуғас та
Һайраманы таң һайын.
Һыуһап сарсаны сәскәләр,
Таждары һулып кипте.
Турғайҙар, күбәләктәрҙең
Тамағы тағы кипте.
... Ә бер көндө, бына ғәжәп,
Алтын тамсы күренде.
Уның артынса – икенсе,
Өсөнсөһө йүгерҙе.
“Сылт, сылт, сылтыррр...” Был тауышҡа
Ҡайын күҙҙәрен асты.
Шишмә – тере! Шатлығынан
Тамсыларға ул баҡты.
Тамсыҡайҙар сәпәкәйләп
Киң даръяға ынтылды.
Уларҙың шат тауышынан
Теге хәл онотолдо.
Әкиәт тамам. Ә шишмәкәй
Тынмай. Йырлай һәм аға.
Донья, йәшеллеккә сумып,
Уға һоҡланып баға.
Авторы: Нәфисә Мәмбәтова.
Читайте нас