Һаҡмар
+6 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
18 Марта 2021, 04:50
Ҡыҙ әсәһенән баш тарта
Кисә федераль телеканалдарҙың береһендә Нефтекама ҡалаһында йәшәгән биш бала әсәһенән 16 йәшлек ҡыҙының баш тартыуы, ғаиләнең хәүефле социаль хәлдә йәшәүе тураһында тапшырыу булды. Шунда уҡ урында ҡала хакимиәтенең опека һәм попечителлек органдары етәкселегенең ғәмһеҙлеге тураһындағы хәбәрҙе тикшерә башлағандар.
Добавить в предпочтительные источники Google
Кисә федераль телеканалдарҙың береһендә Нефтекама ҡалаһында йәшәгән биш бала әсәһенән 16 йәшлек ҡыҙының баш тартыуы, ғаиләнең хәүефле социаль хәлдә йәшәүе тураһында тапшырыу булды. Шунда уҡ урында ҡала хакимиәтенең опека һәм попечителлек органдары етәкселегенең ғәмһеҙлеге тураһындағы хәбәрҙе тикшерә башлағандар.
Әлеге көндә әсә 14 йәшлек улы менән төрлө ерҙә йәшәп йөрөй, үҙенең торор урыны юҡ. 16 йәшлек ҡыҙы үҙе уҡыған колледж ятағында көн күрә. Ул ҡустыһын әсәһенән алып, приютҡа урынлаштырыуҙы үтенә. Тағы ла өс балаһын ҡатын Ханты-Манси автономиялы округында йәшәгән аталары янында ҡалдырған.
Тапшырыуҙан күренеүенсә, ҡатын бер ҡайҙа ла эшләмәй, балаларын тәрбиәләмәй, эсә һәм наркотиктар ҡуллана. Ҡыҙы уны үҙенә һәм ҡустыһына ҡарата әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеүҙе һорай. Тик мөрәжәғәт итеүҙәргә ҡарамаҫтан, әлегәсә опека һәм попечителлек органдары был мәсьәләне хәл итмәгән.
Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, тикшереү эше башланған. Балаларҙың торлаҡ-көнкүреш һәм социаль шарттарын, әсәнең шәхесен асыҡлау эшенән тыш, опека һәм попечителлек органдарының ғаиләгә ҡарата ҡабул ителгән саралары ентекләп тикшереләсәк.
Фото:starmarriageright.com
Автор: Дина Арсланова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/i--s-en-n-bash-tarta-719592/
Читайте нас
MAX
telegram
вк
дзен
ок
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"