Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
14 Март 2021, 18:15

Хәсән ҡарт

"...Олоғая башлағас теге яҡтың яҡынлашҡанын тойоп үткәндәрен барлай. "Көт мине" телетапшырыуын ҡараған һайын, олатаһының Германиялағы ғаиләһенең яҙмышы тураһында уйлай, Мартаның ҡыҙы Луизаны эҙләп табыр кәрәк ине тигән уй борсой. Ғаилә архивында олатаһының ғаиләһе менән Германия ла төшкән фотоһы ла һаҡлана. Бына бит ейәне лә Германия еренә хеҙмәткә алынып, шунда хәрби бурысын үтәп, артабан шунда хеҙмәт итергә уйлай. Тоҡомдары шул ергә бәйләнгән икән, барһын, хеҙмәт итһен, бәлки ҡандаш тыуғандарын да табып ҡуйыр. Германиялағы тыуғандары барлығы тураһындағы серҙе лә сисер, белгәндәрен һөйләр, бәлки Луиза апайының тыуғандарында табыр. Кем белә? Ошоға хәтлем ул турала берәүгә лә һөйләмәне бит, коммунистар заманы, әллә ниндәй сетерекле хәлдәргә ҡалыныр, тип..."

Хәсән ҡарт
Туҡһан йәште ваҡлаған Хәсән ҡарт урам тышындағы эскәмйәгә уңайлап ултырғандан һуң, тәрән уйға сумды.
Август айының һуңғы көндәре. Көндөҙ эҫе булһала, кискә ҡарай һыуыта. Аллаға шөкөр быйыл бесәнделә ваҡытында тамамланылар, көҙгө ямғырҙарҙан алда өлгөрҙөләр.
Улы Рафиҡтың баш балаһы Йәмил Германия ла хеҙмәт итеп, әрме сафынан бер ай элек кенә ҡайтҡайны. Әрменән ҡайтҡан башҡа һалдаттар кеүек, ял итеп торманы.
- Ауылдың эшен һағындым, яратып башҡарған хеҙмәтең үҙе ял ул, - тип эшкә күмелде. Атаһы менән кәртә - ҡураны йүнәттеләр. Әсәйем ыҙаламаһын тип, өйгә һыу канализацияһы ла һуҙҙы. Утында ла быйыл күмәкләп, бергәләшеп эшләгәс ни, ике ҡышлыҡ әҙерләп ҡуйҙылар. Мал аҙығы әҙерләргә бесәнде лә тиҙ генә сабып, йыйып, хатта өйгә алып ҡайтып, өйөп тә ҡуйҙылар. Йәшлек бит үҙе матурлыҡ, таһыллыҡ, көслөлөк саҡ. Тамаҡ ашап алһаң көс инә, эштелә емертеп эшләп ҡуяһың. Әле киске аш ваҡытында Йәмил ейәне яҡындарына:
- Мин армияла ҡалырға тип, контракт төҙөп ҡайттым. Германия ла хеҙмәт итеп ҡайтҡан еремдә эшләйәсәкмен, шул уҡ частә, хатта элекке адресымда үҙгәрмәйәсәк. Һеҙ борсолмаһын тип алдан әйтмәнем. Тағы бер аҙнанан юлға, - тине.
Ишеткәндәрен һеңдерә алмай, үҙ ҡолаҡтарына үҙҙәре ышанмай шаңҡып ултырған ата-әсә бер тауыштан ризаһыҙлыҡ белдерҙе, ә килене Сәриә тыйыла алмай илап ебәрҙе. Ә Хәсән ҡарт бер нәмәлә өндәшмәне, таяғына таянып, урам ҡапҡаһын асып сығып китте.
Эй бар ине заманалар. Биште бер баҫып йөрөгән саҡтар. Әле генә һымаҡ ине барыһы ла. Тиҙ генә үткәндә киткән.
Атаһы менән әсәһенең йәшәйештәре үҙе бер тарихи китап яҙырлыҡ. Атаһын томандар аша хәтерләһә, әсәһе йөҙ йәште ваҡлап баҡыйлыҡҡа күсте. Уның һөйләгәндәрен күңел дәфтәренә һалып, балаларына, ейән - ейәнсәрҙәренә әҙ һөйләмәне Хәсән.
Атаһы Әҡсән Беренсе һәм Икенсе Бөтә Ватан һуғышы яугире. Һуғышҡа киткәнсе өйләнеп улы Шәрифйән тыуа.
Беренсе Донъя һуғышы башланыу менән, ике йыл элек кенә батша хеҙмәтенән ҡайтҡан Әҡсән Һуғышҡа алына. Ике яҡ өсөн дә мәғәнәһеҙ ҡан ҡойошта яраланып хәрби лазаретҡа эләгә. Унан тағын һуғыш, тик бер ҡаты яуҙа пленға эләгә. Өйөр - өйөр йылҡылары, һыйырҙары булған немец помещигенә хеҙмәтсе итеп ҡуялар. Байҙың ҡыҙы Марта ҡарағай буйлы, муйылдай сөм - ҡара күҙле, ҡушылған эште артығы менән, еренә еткереп эшләгән егеткә ғашиҡ була. Йәшлек йәшлек инде, һуғыштың ҡанһыҙлығына бәғере таш булып ҡатып, ҡатын - ҡыҙ наҙына сарсаған Хәсәндә Мартаны яҡын күрә. Ҡыҙҙары Луиза донъяға килә. Мартаның атаһы ла: "Донъя көтөрлек ирҙәр һуғышта ҡырылды, берҙән - бер бөртөк балам, ҡыҙым тормошҡа ла сыға алмаҫ", - тип йөрөгән кеше, ейәнсәрен йылы ҡабул итә. Әҡсәндең дә яңы ғаиләһен ҡалдырып, ас - яланғаслыҡ хөкөм һөргән илгә ҡайтмаҫына ышана.
Бөйөк Октябрь революцияһы тураһында ишеткәс, тыуған яғына уҡтай атылырға торған Әҡсәнде бер нәмәлә, бер кемдә туҡта та алмай. Ярты юлды йәйәүләп, вагон баштарына эләгеп, нимә етте шуны ашап, йонсоп, бетләп ауылына ҡайтып йығылған Әҡсәнде, хәйерселектең сигенә сыҡҡан ауыл, етем ҡалып өй беренсә һоранып тамаҡ аҫыраған улы Шәрифйән ҡаршы ала.
Ун ике йәшендә генә күрше ауылға, байға кейәүгә бирелгән Мәҙинәнең бабайы мәрхүм булған була. Йәштәр димләү менән танышып, өйләнешәләр, бер - бер артлы балалары тыуа.
Тик бөтә кешелекте зар илатып, күпме ғүмерҙе ҡыйған ҡәһәрле Икенсе Донъя һуғышы башлана. Немец телен һыу кеүек эскән Әҡсәнде һуғыштың тәүге көнөндә үк военкоматҡа саҡырталар.
Һуғышҡа киткәнендә "Хаттар килмәһә ҡайғырмағыҙ, хәбәр көтөгеҙ", - тип тәтелдәп һөйләшеп йөрөгән Хәсәнен күкрөгенә ҡыҫып яратып, береһенән береһе бәләкәй балаларын һөйөп фронтҡа китә. Ысынлап та хат - хәбәр булмай. Тик һуғыш бөтөр йылды, ныҡ ауырып һаулығы ҡаҡшаған Әҡсәнде военкомат машинаһы ауылға алып килеп, ғаиләһенә ҡалдырып китә. Ырымбурға самолет менән алып килделәр, - тип һөйләр булған.
Хәрби серҙе сисергә ярамағандыр инде, үлер алдынан ҡатыны Мәҙинәгә дошман тылында разведчик булыуы тураһында һөйләгән.
Икенсе олатаһы, әсәһенең атайы Булат та һуғыш яугире. Һуғыштың башынан аҙағына тиклем ҡатнашып, өс тапҡыр ҡаты яраланып, фашисты өңөндә , Германия ла дөмөктөрөп ҡайтҡан яугир.
Һуғыш йылы балалары ниҙәр генә күрмәнеләр. Ололар менән бер рәттән еңеү яҙын еткереү өсөн таң һарыһынан, ҡара кискә тиклем совхоз эшендә эшләгәндәр.
Хәсәндә ил күргән барлыҡ барлыҡ ауырлыҡтарҙы күреп үҫте, тулы булмаған белем алды, Германия ерендә өс йыл хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас , совхозда тракторист булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты.Әбейе мәрхүм булғас бәләкәй улы ғаиләһендә йәшәп ята.
Олоғая башлағас теге яҡтың яҡынлашҡанын тойоп үткәндәрен барлай. "Көт мине" телетапшырыуын ҡараған һайын, олатаһының Германиялағы ғаиләһенең яҙмышы тураһында уйлай, Мартаның ҡыҙы Луизаны эҙләп табыр кәрәк ине тигән уй борсой. Ғаилә архивында олатаһының ғаиләһе менән Германия ла төшкән фотоһы ла һаҡлана. Бына бит ейәне лә Германия еренә хеҙмәткә алынып, шунда хәрби бурысын үтәп, артабан шунда хеҙмәт итергә уйлай. Тоҡомдары шул ергә бәйләнгән икән, барһын, хеҙмәт итһен, бәлки ҡандаш тыуғандарын да табып ҡуйыр. Германиялағы тыуғандары барлығы тураһындағы серҙе лә сисер, белгәндәрен һөйләр, бәлки Луиза апайының тыуғандарында табыр. Кем белә? Ошоға хәтлем ул турала берәүгә лә һөйләмәне бит, коммунистар заманы, әллә ниндәй сетерекле хәлдәргә ҡалыныр, тип.
Илдәр араһында аллаға шөкөр тыныслыҡ, барһын ейәне хеҙмәт итәсәк еренә. Ҡайҙа ғына йөрөһәлә имен йөрөһөн. Хәҙер ни самолетҡа ултырһаң һә тигәнсе ерҙең ситенә барып етергә була. Ауыр замандарҙа Әҡсән олатаһы айлап юлда булһа ла тыуған еренә ҡайтып еткән бит. Йылда үтмәҫ отпускаһына ла ҡайтып китер. Улы менән киленендә тыйыр ҡаршы килмәһендәр, улдарын күҙ йәштәре менән оҙатмаһындар.
Үҙенең ейәненә әйтәсәк фекерен туплаған Хәсән ҡарт ышаныслы аҙымдар менән өйгә ҡарай атланы.
Әнүзә Мәжитова.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.
Читайте нас