Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
28 Февраль 2021, 22:21

Ирҙәүкә

"...Ғәйбәт итеп әйтмәйем, Гөлғәйшә еңгәйҙең әлеге лә баяғы ҡыҙҙары менән маҡтаныуы касафаты, – Мәғәрифә Әмиләгә хәлдең асылын аңлатып бирҙе. – Мәрүәрә әбей ҡабат ауыҙын асмаҫлыҡ итте былай уның... Етмә берәүҙең битенән алып хәбәр һөйләмәйерәк ҡалыр, исмаһам..."

Мотал Рәмов
Ирҙәүкә
Бәләкәйҙән малайҙар менән уйнап, улар менән бергә көрмәкләшеп-һуғышып үҫте Әмилә. Бите-ҡулы һыҙырылмай йөрөгән көндәре булмағандыр уның.
–Уй, ошоно... Тағы кем менән талаштың? – Ейәнсәренең терһәге ҡанһырап торғанын абайлаған Мәхмүзә әбей орошорға тотондо. – Ҡасан ғына үҫеп етәһең дә, ҡасан ғына малай-шалай менән уйнауыңды ҡуяһың инде...
–Берәү менән дә талашманым... Ағас башынан осоп төштөм генә, – Әмилә өләсәһенең һүҙен бүлергә ашыҡты. – Саҡ ҡына бер нәмә булһа, малайҙар менән һуғыштыңмы, ти башлайһың... Попробуй береһе миңә ҡул күтәреп ҡараһын – кәрәгенә алыр!
–Әтәсләнергә шәпһең инде... Ана, һинең кеүек ҡыҙҙар һеперелеп өй эше менән була, ә һин йөрөйһөң эт һуғарып, урам ҡыҙырып...
–Белмәйенсә тәзелдәмә әле, өләс... Әсәй менән икәүегеҙ һыймайһығыҙ түрбашҡа, мин унда нимә ҡарайым?!
–Йә, тел менән яҡҡа һалышма! Ана, быҙауҙы кәртә артына сығар, исмаһам... – Мәхмүзә әбей Әмиләнең һүҙ көрәштереүен яратмай, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә, биҙрәләрен көйәнтәләп, һыуға ашыҡты.
...Күрше-тирәләге бисә-сәсәләр, әбей-һәбейҙәр ҙә өнәп етмәй Әмиләне.
–Ниндәйерәк бала булыр икән был ирҙәүкә? Ҡыҙ фиғеле юҡ... – Ут күршеләре булған сүсәнде, һәр нәмәгә ҡыҫылып барған Гөлғәйшә, уға күптән исем тағып, үҙ баһаһын биргән инде. – Бер һуҡыр егет кенә бисә итеп алмаһа...
–Ҡуй, килен, улай тимә... Бына тигән ҡатын булып йөрөр әле Әмилә! Бала ғына бит әле ул, үҙеңдең дә итәгең тулы ҡыҙҙар, алдан юҡты юрама! – һәр һүҙен уйлап һөйләргә яратҡан Бибиниса күршеһен тыя һалды. – Аҡыл ултырыр әле Әмиләгә лә...
–Минең ҡыҙҙарым кеүек булырға әле уға, һе... – Алдына кеше сығарып өйрәнмәгән үҙ һүҙле Гөлғәйшә Бибинисаға яман ҡарап, һүҙ ҡуйыртты. – Аллаға шөкөр, ҡыҙҙарым да, улдарым да бер тигәндәр!
–Иҙел кисмәй, итек сисмәй тор әле, килен... Алда ни булырын ҡайҙан беләһең?! – Бибиниса сабыр ғына үҙенекен тылҡыны. – Йәш балалар бөгөн былай, иртәгә тегеләй... Ишетеп ятаһыңдыр, күрше ауылдағы Хәбирә апайҙың улы ҡандай егет ине! Шул малай әрменән бөтөнләй үҙгәреп ҡайтҡан... Хәҙер, ана, эсеп ала ла, әсәһен өйөнән ҡыуып сығара, туҡмай, тиҙәр... Киләсәкте белеп булмай.
–Таптың, минең балаларымды кем менән сағыштырырға... Башта үҙеңдекеләрҙе бел, артыңды һәрмәп ҡара... Улың бисәһен айырып, ҡыҙың иренән ҡыуылып йөрөмәҫтәр ине йүнле булһалар... – Гөлғәйшә бурылдай-бурылдай өйҙәренә ыңғайланы. – Ауыҙ асыр әмәл юҡ, тоталар ҙа зыйтыңа тейә башлайҙар...
–Зыйтыңа тейерлек нимә әйттем? – Бибиниса, ғәҙәтенсә, тауышын күтәрмәй генә үҙенекен дауам итте. – Башта балаларыңды имен-һау үҫтереп, эйәле-башлы ит, шунан кешенекен тикшерерһең... Ниндәй кейәүгә барып, ниндәй кәләш алалар бит әле, шуныһын уйла, килен...
–Ҡуйсы, еңгәй, шул тиҫкәрегә бөткән әҙәм менән һүҙ көрәштермә! – Быға ҡәҙәр һүҙгә ҡыҫылмай ғына тыңлап ултырған Мөршиҙә әбей ҙә түҙмәне. – Гөлғәйшә килендең алдына кеше сығамы, үҙ туҡһаны туҡһан бит уға... Аҡыл өйрәтергә ҡуш та, үҙенекеләр менән маҡтанырға ҡуш инде, бүҫкәтәү. Алдында һеперелеп эшләп йөрөгән бейеме булмаһа, йәшәр ине ҡыйратып...
...Кис ҡырын өй алдындағы эскәмйәгә йыйылышып, ләстит һатырға яратыусы ауыл ҡатындары байтаҡ ҡына ас эсәген һыпырҙы Гөлғәйшәнең. Үҙе ишетһә, ярһыуынан сәстәрен йолҡор ине... Аҙаҡ һүҙ тағы шул Әмиләгә күсте.
–Гөлғәйшә яратмаһа ла әсәһенең уң ҡулы әле Әмилә, бик эшкә бөткән бала, – Мөршиҙә әбей ҡыҙҙы ихласлап маҡтап алды. – Тупһаларын һап-һары итеп ҡырып йыуып ҡуя, хатта икмәген дә үҙе һала. Ҡата башындай сағынан һыйырын да һауҙы, керен дә йыуҙы... Уны алған егет иң бәхетлеһе булыр әле, Алла бирһә!
–Шулай шул, бикәс, – Бибиниса Мөршиҙәнең әйткәндәренән күңеле булып, үҙенсә һығымта яһаны. – Себеште көҙ һанайҙар, ғүмер булһа, күрербеҙ кем балаһының кем булырын!
...Ауыл ҡатындарының урамдағы был гәпләшеүенә лә байтаҡ йылдар үтте, кисәге ыбыр-сыбырҙар үҫеп, оло тормошҡа аяҡ баҫты. Балаларына һүҙ тигеҙмәгән Гөлғәйшәнең ике ҡыҙы бик ҙур һүҙгә ҡалып, әсәләренең күҙ йәштәрен байтаҡ түктерҙе, береһе хатта уйнаштан бала тапты. Ә ул үлтереп яманлаған Әмилә күрше районға кейәүгә сыҡты һәм матур донъя көтөп, һин дә мин йәшәп ята.
–Китсе, кемдән-кемдән, ә Әмиләнән бындайҙы көтмәгәйнем мин, – юрағандары юҡҡа булғанына үҙе лә аптыраған Гөлғәйшә хәҙер бөтөнләй икенсе төрлө һайрай. – Шәп ҡыҙ булып сыҡты, маладис! Ирҙәүкә тип әйтерлеге лә юҡ хәҙер шилманың...
Әмиләнең әсәһе янына ҡайтҡанын күргән һайын ене ҡуҙа Гөлғәйшәнең, көнләшеүенән ятып үлерҙәй була хатта. Унан бушалъюҡтан үҙ ҡыҙҙарын ҡаралай әрләй башлай:
–Эшкинмәгәндәр, еңел-елпе егет алдында ихалай ҡороуҙан башҡаны беләме ни улар, йән көйөктәре... Көфөргә генә ҡалдым, ҡарғыш алдым... Хәҙер ултыр инде тыума һөйөп... – ғәрлегенән үҙ алдына буҙлап та алғылай ул, тик сит-яттарға һиҙҙермәҫкә тырыша. Тик уҫал теллеләр һирәк-һаяҡ әсе итеп тешләп алғылай шул, бәғерен үтмәҫ бысаҡ менән телгеләй. Ана, бер көнө ғәйбәтсе Мәрүәрә ни тип тора магазинда:
–Киленкәйем, бер ҡулың менән ауыҙыңды, бер ҡулың менән артыңды ҡапла ла, юҡ-барға ҡыҫылмай ғына арттараҡ тор, йәме, – тисе, ауыҙы ла ҡыйшаймай.
–Әсиргә төшмәгәнмен һинән рөхсәт һорап торорға... – тип әсе генә яуап ҡайтарырға уҡталғайны ла бит...
–Сеү, һинең урыныңда булһам, кеше араһына сығырға ла оялыр инем... Аҡылды, ана, елбәҙәктәреңә өйрәт! Кеше булып хәбәр һөйләп тораһың, ташҡүлсәйем... Минекеләр ҙә, минекеләр, ти торғайның, күреп йөрөйбөҙ һинекеләрҙең ниндәй икәнлектәрен...
Ҡапыл күңеле тулған Гөлғәйшә, ирендәрен ҡымтып тешләп, магазиндан сығып китеү яғын ҡараны. Ер ярылһа, ер тишегенә инеп китер ине, билләһи...
Ул шулай күҙ йәштәренә быуылып өйҙәренә тоҡойғанда әлеге лә баяғы Әмилә тап булды үҙенә.
–Һаумы, инәй! Хәлдәрең нисек? Нишләп улай илап ҡайтып бараһың? Бер-бер хәл булдымы әллә?
Әмиләнең эскерһеҙ һорауҙарына оторо ярһыны ҡатын:
–Һау булмаһам, һауыҡтыраһыңмы ни, ирҙәүкә... Миндә ни эшең бар...
Бындай дорфалыҡты көтмәгән Әмилә, аптырап, телһеҙ ҡалды. “Я, Хоҙайым, ниндәй ҡорт саҡҡан быны? Албары, ҡыҙым да ҡыҙымдан һалдырған ҡатынды ен алыштырғанмы әллә?” – күршеләренең, һуҙа-һуҙа баҫып, ҡапҡаларынан инеп киткәненсә күҙен алманы Әмилә... Унан магазинға барып еткәненсә тәрән уйға сумды: “Бәләкәй сағымда мине һөйөп туймай торғайны Гөлғәйшә инәй... Хәҙер нишләп мине яратмаҫ булды икән? Олоғайыуы шулмы? Иҫең китер... – Үҙ һорауҙарына үҙе яуап таба алмай уйҙары буталды уның. – Ярай, оло кеше ни һөйләмәҫ, ишетмәгән кеше булайым да ҡуяйым”, – ахырҙа, шулай фекергә килеп, бер аҙ тынысланып ҡалды.
–У-у-у, Әмиләбеҙ ҡайтҡан икән! Һау ғына йөрөйһөңмө? – магазиндағы ҡатындар бик йылы ҡаршыланы үҙен.
–Рәхмәт! Арыу ғына әле! – Әмилә эсендәген тышҡа сығарманы. – Әсәйемде, туғандарҙы туйға әйтәйем, тип ҡайттым...
–Ыста, ҡыҙың кейәүгә лә барырлыҡ булдымы ни? – Сабырһыҙлығы менән дан алған Мөьминә алдан һорашырға ашыҡты.
–Икенсе ҡыҙым кейүгә бара инде, ҙурының улына йәш тулып үтте...
–Китсе... хәҙерге йәштәр балларына һыу һибеп үҫтерә инде әллә?! Кисә генә үҙең бала инең.
–Һау ғына булығыҙ! Беҙ ҡартаймай, кем ҡартайһын шунан, – Мәрүәрә әбей Әмиләнең арҡаһынан тупылдатып һөйөп алды. – Гөлғәйшәнең йәне көйөрлөк шул – ҡыҙым бына тигән ҡатын! Себеште көҙ һанайҙар!
Магазиндағылар бында нимәгә килгәндәрен дә онотоп, байтаҡ ҡына гәпләшеп алды. Кемдең ҡыҙы ҡайҙа эшләй, кемдең килене нисек, кемдең ире эсеп ята... барыһын-барыһын да энә күҙенән үткәрҙеләр улар.
–Гөлғәйшә күрһен ине үҙеңде! Ауыҙын асһа, һине яманлаған була, уның тулкһыҙҙары алдында һин биш артыҡ!.. Ярай, ҡуй, ҡайтайым... Бабай ғынам әрләп ултыралыр... – Сығырға ынтылған Мәрүәрә әбей артынан бушҡа ҡатындар ҙа эйәрҙе.
–Хәбәргә әүрәп, төш еткәнен дә һиҙелмәгән...
–Әй, кешегә эйәреп сығып барамсы... Теге... ни... Уй, Аллам, хәтереңде эт ашағыр, әллә нимәгә тип килгәйнем... Ярай, иҫемә төшһә килермен әле тағын...
–Эй, ҡыҙыҡтар ҙа инде ошо инәйҙәр, – Ҡатындар сутырҙаша-сутырҙаша магазиндан сығып бөткәс, Әмилә көлөп ҡуйҙы. – Һаман ташламайҙар икән әле ғәҙәттәрен...
–Ҡуйһаңсы, бикәс, – һатыусы Мәғәрифә лә уға ҡушылып көлдө. – Берәр көн килмәй торһалар, шул тиклем толҡаһыҙ була... Ауылдың, күрше ауылдарҙың хәлен улар аша беләм бит мин... Ошонда ирешешеп тә алалар хатта. Бөгөн, ана, Мәрүәрә әбей менән Гөлғәйшә еңгәй тиктомалдан һүҙгә килештеләр... Ҡысымаған ерен тырнап йөрөгән Гөлғәйшәгә һеңдерәһенән әйтеп, илатып сығарып ебәрҙе әбей...
–Ә-ә-ә, миңә тап булды ул, илап ҡайтып бара ине шул... Һаулыҡ һорашһам, ҡырлы-мырлы яуап биреп үтеп китте, – күрше инәһенең ҡылығын әле генә аңланы Әмилә. – Нимәләрен бүлешә алманылар һуң?
–Ғәйбәт итеп әйтмәйем, Гөлғәйшә еңгәйҙең әлеге лә баяғы ҡыҙҙары менән маҡтаныуы касафаты, – Мәғәрифә Әмиләгә хәлдең асылын аңлатып бирҙе. – Мәрүәрә әбей ҡабат ауыҙын асмаҫлыҡ итте былай уның... Етмә берәүҙең битенән алып хәбәр һөйләмәйерәк ҡалыр, исмаһам...
–Теленән тапҡан инде улайһа...
–Ысыны шул – ауылда ул ғына аҡыллы ла, уның ғына балалары алтын, имеш... Һәр кемгә лә үҙ балаһы ҡәҙерле! Ә, бикәс, һин маладис! Күргән һайын һоҡланам үҙеңә!
Мәғәрифә өҫтәп тағы ла әллә нимәләр әйтергә уйланы ла, үҙен-үҙе тыйҙы. Кешегә һүҙ еткереү, кеше араһын бутау ише насар ғәҙәте юҡ шул уның. Гөлғәйшә күрә алмаған “ирҙәүкә”нең бына тигән ҡатын булыуына, балалар үҫтереүенә, ултыраҡ аҡыллы булыуына һөйөнөп, Әмиләгә бәхетле киләсәк кенә юраны Мәғәрифә...
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.