Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
12 Февраль 2021, 20:40

Зәңгәр томандар артында

Мотал Рәмовтың "Зәңгәр томандар артында" әҫәренең икенсе бүлеген тәҡдим итәбеҙ.

...Кеҫә телефонының өҙлөкһөҙ шылтырауына уянып, сәғәткә күҙ һалды Марат Зиннурович – төнгө сәғәт ике тирәһе. Ә шылтыратыусыһы Ғәзиз ине.
–Эйе, тыңлайым! Төн уртаһында шылтыратмаһаң... Таң атмай ҡуйыр, тип ҡурҡаһыңмы әллә?! – телефонға шулай ризаһыҙ ғына яуап бирҙе ул.
–Ағай, ғәфү ит, но һиңә шылтыратмай, кемгә шылтыратайым? Теге эш барып сыҡмай бит...
–Ниндәй теге эш? – йоҡо аралаш бер ни аңламаған ир тороп ултырҙы.
–Һуң үҙең, берәү менән таныштырам, тип номерын биргәйнең дә инде! Бәйләнештәге адресын да ташлағайның... Ул ҡыҙҙың минең менән һөйләшкеһе лә, яҙышҡыһы ла килмәй ул... Телефонын блокировать итеп ҡуйҙы, диуарын бикләне...
–Ә-ә-ә, башта уҡ шулай тиҙәр, – йоҡоһо тамам осҡан Марат Зиннур улы, телефонын алып, аш-һыу яғына сыҡты. – Мин бит һиңә башта уҡ әйттем – ҡыҙҙы бик ҡыйтар тиҙәр, һаҡ бул, тип... Ярай, бушҡа бошонма, яйын табырбыҙ!
–Әллә ниндәй ҡырағай кеше лә ул... – Ғәзиздең тауышы ҡалтыраныбыраҡ сыға. – һөйләшкеһе лә килмәй... Уның менән бер нимә лә килеп сыҡмаҫ ул...
–Һин шылтыратҡан ыңғайға, йәнем-бәғрем, тип тормаҫ инде, – Марат Зиннурович ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. – Әйтәм бит, улай-былай шиҡаңдаҡ ҡыҙ түгел Сәриә! Һайт, тигән егеттең муйынына йәбешә һалып та бармай. Яйлап-яйлап ҡына яҡынла, ҡылығына төшөн, тибешһә лә, тешләшһә лә, үҙеңдекен ҡайыр! Ҡыҙ кеше наҙлы була шул шулай, туғаным... Ә һин минең өсөн ҡыҙҙар проблема түгел, ти инең. Эйе, ҡырҡ яға еҫкәгәндәре баштан уҡ үҙҙәре ҡыйшаңлай, ә Сәриә ундайҙарҙан түгел, бик тәртипле ҡыҙ!
–Ҡуй сәле, ағай, ҡыҙ ҙа ҡыҙ, тимә – ҡырҡты үткән ҡыҙҙар булмай ул! – Ғәзиз хәлгә үҙенсә баһа бирергә ашыға. – Ышанмайым да...
–Һаман үҙеңдекен һөйләйһеңме? – Марат Зиннурович тауышын күтәрә бирҙе. – Беренсенән, мин һиңә ҡыҙҙы төн ҡунып сығыр өсөн димләмәйем, икенсенән, ярты ғүмереңде йәшәгәнһең бит инде минән ҡыҙ таптырырға! Иң мөһиме, йәшәрлек булһын, үҙеңде тиңе күрһен! Көтөп ятып тор – мин һиңә ҡып-ҡыҙҙы ғына алып барып, ҡуйыныңа һалырмын... Шуны теләйһеңме ни?
–Юҡтыр ул... Аптырағандан әйтәм инде...
–Шулай булғас, сабыр ғына көт! Иртәгә хәл итербеҙ был проблеманы... Төн уртаһында шылтырата алмайым бит еҙнәһенә. Таң атыр, һөйләшербеҙ, берәй яйын табырбыҙ!
–Әллә инде... Может кәрәкмәҫтер ҙә...
–Бер ниндәй ҙә әллә-мәллә юҡ! Мин башлаған эшемде ярты юлда ташлай торғандарҙан түгел... Үҙең беләһең, Ғәзиз!
–Ул яғың бар инде, былай... Миңә ҡамыт кейҙермәйенсә, туҡтамаҫһыңдыр... – Ғәзиздең ихлас көлгәне ишетелде.
–Знамо так! Алла бирһә, туйыңдың түрендә ултырырмын әле, маһайған булып!
–Амин, амин! Һау ғына булығыҙ, Марат Зиннурович! – Күңеле булғанда Ғәзиз һәр саҡ шулай атаһының исемен ҡушып өндәшә уға. – Тыныс йоҡо!
–Йоҡо осто күптән... Тыныс булырмы икән ни?!
–Төнө менән борсоғаныма асыуланмағыҙ, ағай!
–Ярай, урыҫтар әйткәнсә, утро вечера мудренее! Иртәгә һөйләшербеҙ... үҙем шылтыратырмын! Пока!
***
Мәсьәләне ҡыҫҡа тотто был юлы Марат Зиннурович – иртәгәһенә иртә менән күрше райондағы дуҫына шылтыратып, Сәриә менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙәрен үтенде.
–Ауыҙына йөҙөк йомоп, наҙлыҡайланып ултырыр йәше үткән, егетте ымһындырып, оҙаҡҡа һуҙмаһын, – тине ул дуҫына ҡәтғи генә. – Булмаһа, тураһын ғына әйтһен дә ҡуйһын! Унан башҡалар ҙа эт тубығынан...
–Марат дуҫ, улай тотҡан ерҙән һындырмайыҡ әле... Бөгөн ҡатын барып, тағы бер тапҡыр һөйләшер... Холҡо шулайыраҡ бит ул ҡыҙҙың. Өйҙәренән сығып йөрөмәй, кеше менән бик аралашмай...
–Улайһа, нисек балалар уҡыта ул? Уҡыусыларына ниндәй өлгө күрһәтә?
–Бына уныһын әйтә алмайым, дуҫ. Былай, насар уҡытыусы түгел, шикелле...
–Шикелле, шикелле... – Марат Зиннур улы асыуынан дуҫын үсекләп ҡуйҙы. – Егет менән танышҡандан уҡаһы ҡойоламы ни?! Егет ҡуйынына көсләп тығырға йыйынмайым да ул мин... Танышһындар, аралашһындар, аръяғын үҙҙәре ҡарар, тием...
–Шулай ҙа бит...
...Кискә табан дуҫының ҡатыны Лүзә шылтыратты Марат Зиннуровичҡа.
–Барҙым тегеңә, – Лүзәнең тауышынан уҡ ыңғай яуап булмаҫын аңланы ул, – Тиҫкәрегә бөткән әҙәм икән... Мин һеҙҙән ир һорайыммы ни, тип тороп үсегәсе... Теләһе... бына тигәнен табырбыҙ егетеңә ҡыҙҙың... минең запаста тағы ла берәү бар, шуныһы менән башта үҙем һөйләшеп ҡарармын да, хәбәр итермен...
***
Мутал Рямов, сегодня в 16:22
...Туйға йыйылған ҡоҙаларҙы таныштырыусы ике көрәгәсе ҡоҙа менән ҡоҙаса, сират Марат Зиннуровичҡа еткәс, тауыштарына айырым бер пафос һәм тон биреп, табындағыларға өндәште:
–Ҡәҙерле туғандар, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар һәм ҡоҙасалар! Әле таныштырасаҡ ҡоҙаға айырым туҡталып китеү кәрәктер, моғайын... Сөнки бөгөнгө туй табынының сәбәпселәре булған Ғәзиз кейәү менән Айһылыуыбыҙҙың сәстәрен-сәскә бәйләүсе, уларҙы табыштырып, ҡауыштырыусы баш ҡоҙа нәҡ ул – хөрмәтле Марат Зиннур улы Рәхмәтов булыр! Һөнәре буйынса журналист ҡоҙабыҙҙың тормошта башҡа тағы бер изге бурысты атҡарыу һәләте лә бар икән – ул яңғыҙҙарҙы парлы итеүсе димсе булараҡ та билдәле.
–Әйҙәгеҙ, һүҙҙе ҡоҙаның үҙенә бирәйек! Кейәү менән кәләште нисек табыштырҙы ла, нисек ҡауыштырҙы икән?
Үҙенә ҡарата бындай уҡ хөрмәтте көтмәгән Марат Зиннур улы баҙап ҡалды. Шулай ҙа аяғүрә баҫып, аҙ ғына телмәр тотоуҙы кәрәкле һананы.
–Димсе – диңгеҙ кистерә, тиҙәр бит, – тине ул шат йылмайып, – шуның ише миңә лә Ғәзиз ҡусты менән Айһылыу килендән берсә диңгеҙ кистерергә, берсә ҡара урмандар гиҙҙерергә тура килде инде... Мин уларға бөгөн ошо туй табынына йыйылған туғандар алдында барыһы өсөн дә рәхмәт әйтеп, ҡайһы мәлдәрҙә ҡатыраҡ бәрелгәнем өсөн ғәфү үтенергә теләр инем! Табыштырҙым, ҡауыштырҙым... артабанғы тормошоғоҙ үҙегеҙгә бәйле инде, йәштәр! Берегеҙ ут булғанда, икенсегеҙ – һыу булып, берегеҙ сарбайлап киткәндә, икенсегеҙ өндәшмәй ҡалып, донъя йөгөн тигеҙ тартырға тырышығыҙ! Шуны иҫегеҙҙән сығармағыҙ – мин табыштырған йәрҙәр пар күгәрсендәр кеүек гөрләшеп йәшәй! Ауыҙығыҙ тулы ҡан булғанда ла, тышҡа төкөрмәгеҙ, сит-яттар алдында һыр бирмәгеҙ! Мин һеҙҙең матур ғаилә булып йәшәрегеҙгә ышанам!
–Һай, маладис, ҡоҙа! Алдан әҙерләнеп килгәнһеңдер, моғайын... – көрәгәсе ҡоҙаса, шатлыҡ йәштәрен ҡулдары менән һөртөп, Марат Зиннуровичты ҡосаҡлап һөйөп алды. – Һеҙ булмаһағыҙ, бөгөнгө туй табыны ла булмаҫ ине... Ҙур рәхмәт һеҙгә!
–Балдыҙ менән бажаның иң ҡәҙерле ҡунағы һеҙ бөгөн был туйҙа!
Көрәгәсе ҡоҙаның был һүҙҙәрен табындағылар дәррәү күтәреп алды...
Матур-матур теләктәр, ҡиммәтле-ҡиммәтле затлы бүләктәр күп булды туйҙа. Һәр сығыш яһаусы яңы өйләнешеүселәргә изге теләктәрен еткерергә ашыҡты. Шаулы, йыр-моңло, уйын-көлкөлө табын таң атҡансы дауам итте... Халҡыбыҙ йолаһына ярашлы, килен-кейәү һөйөү ҙә, йыртыш өләшеү ҙә, яңы өйләнешеүселәрҙе бейетеп, аҡса ташлау ҙа, ҡайны-ҡәйнәгә дипломдар тапшырыу ише замана йолаһы ла – һәммәһе лә булды. Артабан кейәү, дуға сәйҙәре эсеү, ҡыҙ оҙатыу, килен төшөрөү, һыу юлы башлау, килен сәйе кеүек борондан ҡалған йолаларҙы теүәл атҡарырға тырыштылар. Егет яғында был эште, әлбиттә, Ғәзиздең апайы менән һеңлеһе башлап йөрөнө. Туғандарының эйәле-башлы булыуына бик шат ине улар. Тик ошо ҡыуанысты уртаҡлаша алмаған Илгиз туғандарының ғына булмауына эстәре бошоп, ҡоҙаларға күрһәтмәй генә икәү-ара балауыҙ һығып алды апай менән һеңле. Илгиздәре юл фажиғәһендә бәләкәй генә улы менән бергә һәләк булып, мәңгелеккә ташлап китте шул уларҙы...
***
...Ғәзиз менән Айһылыуҙың ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә лә йыл тула инде. Хәҙер улар ғаилә башлығының оҫта ҡулдары менән күтәрелгән бәләкәй өйҙә, кескәй улдары Вәғизде тере ҡурсаҡтай күреп, тик уның янында бөтөрөлөп, мәж киләләр.
–Эй, осондораһығыҙ инде шул баланы! – Ҡыҙҙары менән кейәүҙәре янына әлдән-әле килеп торған ҡайны-ҡәйнәһе, ғәзиздәренә ҡарап, һөйөнөп бөтә алмай. – Бала танһыҡ шул һеҙгә... Тик берүк яңғыҙ итмәгеҙ – йәшегеҙ үтмәҫ элек икәү, йә өсәү итергә тырышығыҙ...
Ҡәйнәһенең эскерһеҙ әйтелгән һүҙҙәрен Ғәзиз шунда уҡ эләктереп ала:
–Булыр, ҡәйнәм, булыр... Өсәү генә түгел, бишәү ҙә булып китерҙәр, насип булһа!
–Һүҙеңә ҡеүәт, кейәү! – Быға ҡәҙәр өндәшмәй генә тыңлап ултырған ҡайныһы ла һүҙ ҡыҫтыра. – Баланың артығы булмай, ҡарыу барҙа беҙ ҙә ярҙамлашып торорбоҙ!
... Тормошоноң ошондай матур боролош алыуына ҡыуана Ғәзиз һәм һәр саҡ Марат Зиннуровичҡа рәхмәттәрен уҡый. Әгәр ул булмаһа, күрә алыр инеме икән ул үҙ балаһын һөйөү шатлығын!? Үҙе кеүек ҡыйғас ҡара ҡашлы, бөҙрә сәсле улыһыҙ, шундай оло бүләк менән осондорған кәләшеһеҙ нисек йәшәгәндер... Ошо уйҙар менән ул Вәғизен ҡулына алып, иркәләп һөйҙө.
–Шунан, улым,
Мутал Рямов, сегодня в 16:22
ҡартатайың дөрөҫ әйтәме? Таймаҫ терәгемде, ҡолонсағымды!..
Ата кешенең шундай матур, наҙ тулы һүҙҙәренән өй эсе яҡтырып, нурланып киткәндәй булды... Ғәзиздең тормошона ҡот ҡайтыу билдәһе инде был! Оҙаҡ ҡыуанысҡа булһын!
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.
Читайте нас: