Һаҡмар
-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
11 Февраль 2021, 14:00

Мысыр хәйерсеһе

"Тәүҙә бер ни аңламай яттым әле,шунан кисәге хәл иҫкә төштө. Аһ,Саримдың сығып киткәнен дә иҫләмәйем,кафела ла артыҡ эсеп ултырманыҡ.Тороп кухняға сыҡтым.Ниңәлер өҫтәлдә торған кисәге сынаяҡтарҙың береһен алып еҫкәп ҡараным.Һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә сыҡҡан еҫтең йоҡо дарыуыныҡы икәнен айырыу ауыр түгел ине медик кешегә.Ҡапыл йөрәк жыуу итеп ҡалды,йүгереп сығып залдағы шкафтың аҡса,документтар һаҡлаған тартмаһын астым.Ҙур ғына сумма йыйған аҡсам бар ине.Елдәр иҫкән.Хатта ҡулымдағы гәүһәр ҡашлы алтын йөҙөк тә,муйынымдағы сылбыр ҙа ниндәй хикмәт менәндер юҡҡа сыҡҡан…Тимәк..."

Минең исемем Йәмилә.Йөҙө лә ,күңеле лә йәмле булһын тип, өләсәйем ҡуштырған.Рәхмәт инде мәрхүмәгә,исемемде уның һәҙиәһе,иҫтәлеге итеп,унан ҡалған изге ҡомартҡы итеп йөрөтәм.Ул исемде,уның мәғәнәһен үҙем яратһам да,ишеткән һайын,күңел төбөндә ниндәйҙер ҡорт ҡыбырлап ҡуйған кеүек:бик үк йәмле түгелмен шул…Хоҙай бабай матурлыҡ өләшкәндә мин,бахыр,йоҡлап ҡалғанмын, күрәһең.Гүзәл,Һылыу,Сибәр исемдәрен йөрөткән йәмһеҙ ҡыҙҙар ни кисерәлер,ә мин оялам,хатта,һеҙгә дөрөҫөн әйтәйем инде,кәмһенәм дә.Үҫмер сағымда әсәйемә лә йыш ҡына әйткән саҡтарым булды:”Кемгә оҡшатып,шулай йәмһеҙ итеп таптығыҙ ул мине?”Ул мине әрләп ташлай:”Кит, бушты һөйләмә!Бик матур ҡыҙ булып үҫеп киләһеңсе!Донъяла йәмһеҙ кешеләр юҡ ул-һәр кемдең бер һөймәлекле һөйәге була.Бына,ҡыҙым,һинең күҙҙәрең матур.Һинеке кеүек оҙон толомдар берәүҙә лә юҡ,-тип ,сәстәремдән һыйпап йыуата башлай.Эййе,һиңә!Терпе лә үҙ балаһын йомшағым тип ярата ти бит!Мин тағы көҙгө янына барам,һонтор кәүҙәмә,нәҙек кенә ҡул-аяҡтарма,һипкел баҫҡан йөҙөмә,аҡыш күҙҙәремә оҙон-оҙаҡ ҡарап торам.Шунан көҙгөгә лә,атай-әсәйемә лә берҙәй үпкәләйем.Йә,бындай ямаҡ ҡыҙға кем ҡараһын инде?Әхирәттәрем инде малайҙар менән хат алыша,осрашып йөрөгәндәре лә бар.Ә миңә,исмаһам, иғтибар иткән берәү булһасы.Былай ҙа ҡырыҫ кеше тағы ла нығыраҡ йомолам,үҙ ҡабырсағыма бикләнәм.Ғөмүмән,тоҡомобоҙ менән йомоҡайҙар беҙ.Өләсәй ҙә мине “Шымтояҡ” тип йөрөттө.Бына төҫөң булмағанға күрә,исмаһам, алсаҡ,иркә холҡоң,көләс йөҙөң булһын ине лә ул.Юҡ инде!

Шулай ояла-ғәрләнә йәшәй торғас,35 йәшкә еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын.Дуҫ ҡыҙҙарым барыһы ла кейәүгә сығып бөттө,ир,йорт,ғаилә ҡарайҙар,балалар үҫтерәләр.Ә мин “ҡарт ҡыҙ” булып ултырып ҡалдым.Япа-яңғыҙым район үҙәгендәге бер бүлмәле фатирымда йәшәп ятам.Япа-яңғыҙ тигәс тә,ул хәтлем үк түгел инде.Төпкөл генә ауылда ата-әсәйем йәшәй,һаман өйләнмәгән ҡустым да улар менән тора.Иң мөһиме:яратҡан эшем бар.Район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләйем.Медколледж тамамлап ҡайтҡаны бирле бер урында эшләйем.Коллективта хөрмәт итәләр,ауырыуҙар ҙа рәхмәттәрен яуҙырып тора,бүләк-күстәнәс тә ташыйҙар.Эштә мин бәхетле,һөнәремде яратып,ихлас башҡарам.Эш хаҡым да һәйбәт,үҙемә лә,ата-әсәйемә ярҙам итергә лә етә,хатта артып та ҡала.Артҡанын йыйып барам.Ул яҡҡа һәләк һаҡсыл кеше мин.Шулай булмаһа,яңғыҙ башым фатир һатып ала алыр инемме?Әле машинаға йыям,был хыялымды тормошҡа ашырыр өсөн отпускымды көтөп йөрөйөм.”Ҡандан ҡурҡмайһыңмы ул?Бер нәмәнән дә ерәнмәйһең дәме?”-тип һорайҙар күптәр.Уның нимәһе ҡурҡыныс инде?Кеше организмынан да теүәлерәк,уның эске ағзаларынан да камилыраҡ нәмә бар микән ул?Аллаһы тәғәләме,Тәбиғәтме,талантлы рәссам кеүек, шундай оҫта итеп яратҡан бит ул әҙәм балаһын!Күп тапҡырҙар һоҡланып ҡарап торғаным бар:хирург ауырыуҙың эсен ҡырҡып ебәрә лә,һинең күҙ алдыңда шундай күренеш хасил була-йөрәк,үпкә,бауыр,ашҡаҙан,эсәктәр иҫ киткес бер матур тәртип менән урынлашҡан!Сәнғәт әҫәре тиерһең!Доктор уны аҡтарып ташлай,кәрәк ағзаның сирле өлөшөн киҫеп ташлай.Эшен бөтөргәс,әлеге эсәктәрҙе һоҫоп алып,нисек етте шулай тултыра ла эсте тегеп тә ҡуя.Әҙәм балаһының организмы үҙендә үҙе киренән тәртип булдыра,һәр ағза матур ғына итеп үҙ урынына ултыра ла ҡуя.Ғәжәп тә,һоҡланғыс та!..Ә бына минең тормошомда ҡасан тәртип булыр икән?Эш сәғәте бөтөүгә,минең өсөн эс бошорғос күңелһеҙ кистәр,йоҡоһоҙ,ҡотһоҙ оҙон төндәр етә.Донъяла яңғыҙлыҡтан да ауыр нәмә бар микән ул?Байрамдарҙы ла яратмайым мин.Ундай даталарҙы эштә дежур булып үткәрергә тырышам.

Берҙән –бер аралашҡан кешем-ул Дилбәр.Бергә эшләйбеҙ.Ире,ике балаһы бар.Башҡа ҡатын-ҡыҙҙар кеүек ләстит һатырға,ғәйбәт һөйләргә яратмай ул.Үҙе ғәләмәт шаян да.Уның һүҙ байлығына иҫең китер:шундай ҡыҙыҡ һәм халыҡсан итеп һөйләй ул,ә үҙе бер ҙә көлмәй..”Ҡапҡаңды яп,көпөң менән ситәүкәңде сис,төпһөҙ тоҡто тултырырға ваҡыт”-тигәнен “Хәбәреңде туҡтат,халат менән башлығыңды сис,сәй эсеп алайыҡ”-,тип аңларға кәрәк.

-Һине төшөнөр өсөн күптәргә “Толковый һүҙлек” кәрәк,-тип көләм

-Күптән хыялланам берәй”Бестолковый һүҙлек” сығарырға…

Шулай оҙон төндәрҙе ҡыҫҡартып ,сәй эсәбеҙ,сер бүлешәбеҙ.Ул ҡапыл ғына етди итеп:

-Быйылдан да ҡалмай һине аҡыртып кейәүгә бирәм.Башыңды мин ашамаһам,кем?..-тине.-Медик кешеһең,үҙең дә аңлайһың:Хоҙай бабай ҡатын-ҡыҙҙы донъяға тоҡом ҡалдырыр өсөн яралтҡан.

-Эйй,кәрәк тип кенә кем етте шуға сыҡҡы килмәй бит әле…

-Ҡара,ҡыҙый,бала табырға һуңға ҡалһааааң…аҙаҡ өмә итһәң дә булмаҫ!-Дилбәр шыңғырлатып көлөп ебәрә лә хәйләкәр генә итеп күҙен ҡыҫа,-теге ваҡыт кафела танышҡан егет менән эштәр нисек әле?

-Уй,Дилбәр,уны кешегә һөйләүе лә оят…

-Мин кешеме ни?

-Әтеү мышымы?

-Мин-әхирәт,мин –серҙәш.

Эйе,Яңы йыл алдынан коллектив менән тәүгә корпоративҡа барғайным шул.Былай күңелле генә булды.Кафела айырым өҫтәлдәрҙә башҡа йәштәр ҙә күренә.Минең яңғыҙ икәнде күрепме,бер йәш егет бейергә саҡырҙы.Матур ғына,үҙен ипле генә тота.Танышып киттек,Сарим исемле икән,бер нисә мәртәбә бейеп тә өлгөрҙөк.Ҡайтырға йыйынғайныҡ ҡына,был, курткаһын элә-элә, беҙҙең арттан сыҡҡан.

-Йәмилә,һеҙҙе оҙатып ҡуйырға мөмкинме?

-Мөмкин-мөмкин!-Минең өсөн Дилбәр яуапланы,ләкин үҙе шул арала ҡапыл юҡҡа сыҡты.

Сарим юҡ-бар хәбәр һөйләй,мин тыңлайым.Подъезд ишеге янына еткәс,хушлашырға теләп ҡулымды һуҙам,ә ул ихлас итеп:

-Ашыҡма,иртә бит әле.Тора бирәйек,-тине-.Иртәгә Яңы йылды ҡайҙа,кем менән ҡаршылайһың?

-Белмәйем әле.Иртәгеһен ишәк ҡайғыртҡан,-тигән булам.Сер бирәмме инде!

-Әйҙә бергә ултырайыҡ.Мин Салауат ҡалаһынан апайыма ҡунаҡҡа килдем…Һин үҙең генә йәшәйһеңме?Йәмилә,бер генә сынаяҡ сәй эсереп ебәрмәҫһеңме?-тип күҙгә ҡарай.Ҡарашында ниндәйҙер быуыр көс бар,медицинала уны гипноз тиҙәр.Ризалашҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдымсы.Мин сәй ҡуйған арала егет хәбәрҙе тетә генә.Миңә яңы танышымдың әрһеҙләнеп, һырылып,бәйләнеп бармауы оҡшай.Һыуыҡтан ингәнгәме,сәйҙе бик тиҙ эстек…Аҙаҡ бер нәмә лә хәтерләмәйем.мин уянып киткәндә тышта яҡтырған ине.Баш ҡынайым ярылып килә…Тәүҙә бер ни аңламай яттым әле,шунан кисәге хәл иҫкә төштө.Аһ,Саримдың сығып киткәнен дә иҫләмәйем,кафела ла артыҡ эсеп ултырманыҡ.Тороп кухняға сыҡтым.Ниңәлер өҫтәлдә торған кисәге сынаяҡтарҙың береһен алып еҫкәп ҡараным.Һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә сыҡҡан еҫтең йоҡо дарыуыныҡы икәнен айырыу ауыр түгел ине медик кешегә.Ҡапыл йөрәк жыуу итеп ҡалды,йүгереп сығып залдағы шкафтың аҡса,документтар һаҡлаған тартмаһын астым.Ҙур ғына сумма йыйған аҡсам бар ине.Елдәр иҫкән.Хатта ҡулымдағы гәүһәр ҡашлы алтын йөҙөк тә,муйынымдағы сылбыр ҙа ниндәй хикмәт менәндер юҡҡа сыҡҡан…Тимәк…Тимәк,кисә мин өҫтәлгә кәнфит,бал ташығанда Самир ярҙамлашҡан булып,шул арала минең сәйгә төймә төшөргән… Үәт,һантый!Ике сәғәт кенә таныш булған әҙәмде өйөңә индереп,һыйлап ултырһаң,шулай була ул!Асыҡ ауыҙ!Был турала,әлбиттә,бер кемгә лә бер нәмә лә һөйләмәнем.Полицияға ғариза яҙыу тураһында уй ҙа булманы.Хурлығы ни тора бит!Ул ғәрләнеүҙәрем,кәмһенеүҙәрем…Кешенән аҡса хәйерселәргә оялдым,киләһе эш хаҡына тиклем түҙҙем.Ояһында ҡасып ятып,яраларын ялап дауалаған меҫкен эт хәлендә инем…

Шул хәлдән һуң егеттәр тураһында уйлағым да,ишеткем дә килмәй.Әле Дилбәрҙең һорауы ла яуапһыҙ ҡалды.Ә ул һаман ныҡыша:

-Гәзит-журнал,радио,телевизор тулы иғлан,һәр кем үҙенең яртыһын табырға тырыша.Әйҙә,шуларҙың береһенәшылтыратып йәки яҙып ҡарайыҡ.

-Юҡ тинем бит!Ана,реанимациянан ҡысҡыралар,тор,киттек.

-Әй,Интернет аша танышыуы-иң рәхәте,тиҙәр.Кәрәк саҡта ғына асып,скайптан ғына һөйләшеп алаһың да…Теләмәһәң йәки ялҡытып китһә,аҙналар буйы компьютерҙы асмаҫҡа ла мөмкин…-Дилбәр һаман үҙ хәбәрен һөйләй-һөйләй урынынан тора.

Уның һуңғы һүҙҙәре минең йөрәккә аҙыраҡ ҡуҙ һалды шулай ҙа.Яңғыҙаҡ тормошомда компьютер менән телевизор минең ғаилә ағзаларына әйләнгән дә инде.Иртән хәйерле иртә теләп уята,эшкә оҙатып ҡала,кис ҡайтыуыма яңылыҡтар менән таныштыра,һауа торошон һөйләй,йыр-бейеүҙәре менән кәйефемде күтәрә.Планшетта ҡыҫҡа ғына сәләмдәр,хаттар,яңы фотолар көтөп тора,гел генә уны ҡосаҡлап йоҡлап киткәнемде лә һиҙмәй ҡалам.Бына әле лә мин уның менән!Ысынлап та,Интернет тигән серле киң донъяла дуҫлыҡ тәҡдим итеүселәр ҙә,танышырға ғына теләүселәр ҙә бихисап икән…Ә ниңә ошоларҙың береһе менән танышып ҡарамаҫҡа?Улар, Сарим һымаҡ, өйөңә баҫып инмәй бит.О-о-о,кемдәр генә юҡ бында?!Ҡара,һары,оҙон,ҡыҫҡа сәслеләр ҙә,пеләштәр ҙә бар.Мыйыҡлы,һаҡаллылар.Йәш кенәләр ҙә,урта йәштәгеләр ҙә күп,ҡарттар ҙа ҡалай дәртле.Ни генә яҙмайҙар,ни генә вәғәҙә

итмәйҙәр үҙҙәре!Ундай татлы телле,күп һүҙлеләрҙе өнәп еткермәйем мин…Эҙләй торғас,”Мосолман егете.Данияр.35 йәш.Силәбе ҡалаһынан.Сауҙа үҙәгендә менеджер.”-тигән ҡыҫҡа ғына баҫалҡы яҙыуы булған,ҡара сәсле,ҙур күҙле,мөләйем генә егеттең фотоһына туҡталдым.Үҙем менән таныштырып,ике һөйләм яҙҙым да,әллә оялып,әллә ҡурҡып,тиҙ генә компьютерҙы һүндереп тә ҡуйҙым.Йөрәк түҙмәй бит әй,бер сәғәт тирәһенән кире астым.Уй,миңә яуап та килгән!Минең сәхифәмә инеп,фотоларымды ҡарап сығыуы,оҡшатыуы (улар минең бер нисәү генә) тураһында яҙған.Кем булып эшләүемде һораған.Тағы ҡыҫҡа ғына яуап бирҙем.Ә ул һаман онлайн:тағы һорауҙарын теҙә,смайликтар ҡуя.Үҙенә күрә,шаян ғына егет һымаҡ,юморға бай…Күңелгә ятты бит,әй!

Иртәгеһенә үк Дилбәргә серҙе систем.Ул ҡыуанып китте:”Ярай,шәп иткәнһең!Әлегә таныш,хат яҙыш,һәр яҡлап тикшер.Шунан осрашырһығыҙ.Ашыҡма.”

Шулай итеп, ике аҙна эсендә Даниярҙың ҡайнар сәләмдәренә,яғымлы һүҙҙәренә,ебәргән көләмәстәренә тиҙ үк өйрәнеп киттем бит.Эштә лә саҡ ҡына бушаһам,планшетымды күкрәгемә ҡыҫам,ә унда мотлаҡ рәүештә 2-3 ҡыҫҡа ғына хат килеп өлгөргән була.Минең шат йөрөгәнгә әхирәтем дә ҡыуана.Ә бер көндө Дилбәр:”Етәр һиңә ҡыҫыр көйөккә көйөп йөрөргә.Интернет мөхәббәте менән балалар уйнаһын!Киттек беҙҙең менән Египетҡа.Ял итерһең,бәлки, берәй егет менән танышырһың.Хәҙер эсмәгән, аҡсалы ирҙәр диңгеҙҙә генә ял итә,-тине.Улар ғаиләһе менән йылда сит илдә ял итә,ә быйыл иренә эштән отпуск бирмәгәндәр ҙә уның янып барған путевкаһын миңә тәҡдим итә:

-Йә , булған-булмаған сәбәптәр эҙләп маташма инде!Барабыҙ!Миңә ике бала менән юлда ла,диңгеҙҙә лә еңел түгел,ярҙам итерһең.

Күңелем менән сәйәхәтсе булмаһам да,ризалаштымсы.Даниярға ла яҙып ебәрҙем.”Мин дә барам.Силәбенән билет алам,һеҙ ниндәй ҡалала,отелдә булаһығыҙ?”-тип яҙа һалды.Тимәк,осрашыу,күрешеү бәхете йыраҡ түгел!

Ауылға ла атай-әсәйем янына күптән ҡайтҡан юҡ ине,алыҫ юлға сығыр алдынан фатихаларын алып килергә йыйындым.Өйгә ҡайтҡан һайын,уларҙың һағышлы куҙҙәрендә лә,әйтелмәгән һүҙҙәрендә лә бер өмөт тулы һорауҙы тоям:”Ҡасан ғына кейәүгә сығаһың инде?”Һүҙгә һаран,ҡырыҫ холоҡло атайымдың һынамсыл ҡарашы бигерәк йәл.Олоғайҙылар шул.Яңғыҙ ҡартайып килгән ҡустым да,мин дә атай-әсәйебеҙгә һаман ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү бәхетен бирә алмағанға эсем бошоп,был юлы мырҙама көс төшөрәм:

-Ауылда ни эш юҡ.Күптән берәй ҡалаға сығып китһәң,эшең дә,ғаиләң дә булыр ине.Унда ятаҡтар тулы яңғыҙ ҡатын- ҡыҙ ти бит.Бисәләр түгел,шешәләр ҡәҙерле шул һиңә…

-Артыңа өйрәт,йәме!Шәп булғас,ана үҙең кейәүгә сыҡ!-тимәһенме был.Шунан үҙенең тупаҫлығы өсөн ғәфү үтенгәндәй, аҡланып ҡуйҙы.-Мин дә китһәм,ҡарттарҙы кем ҡарай?Шыпа етем ҡалалар ҙа һуң...

-Ярай,үҙең беләһең.Өйрәтеүҙән үткәнһең…Мин отпускымда Египетҡа йыйынам.Шуны әйтергә генә ҡайтҡайным.

-Ә-ә,Мысырғамы?Унда һинән башҡа ла хәйерселәр аҙ,ти…

Атай менән әсәй ҙә һүҙ оҙайтып ,ул-былды һорашманы,ҡырҡты ҡыуған ҡыҙҙарына кем аҡыл өйрәтеп торһон да,нимә тип тыйһын инде.Хәйерле юл ғына теләнеләр.Ҡустым шулай ҙа зәһәр генә көлөп:

-Һин ипләп анда…Мысыр хәйерсеһенә әйләнеп ҡуйма,-тип кәңәш бирмәйенсә булдыра алманы.Мин көлөп ебәрәм.Өләсәйемдең яратҡан һүҙе ул.Урамда эшһеҙ күп йөрөгән кешене шулай тип әрләй торғайны мәрхүмә.Бигерәк тә беҙҙең күршеләргә эләгә ине.”Э-эйй,Зөлхизә еңгә килен бәхете күрмәне инде ғүмер буйы.Өйө ҡалма,үҙе шамтыр,ә урам тапауҙан бушамай был килене лә!Бына иртән магазинға тип сығып китә лә донъяһын онота.Юҡ йомошон бар итеп,өйҙән-өйгә инә,сәй эсә,хәбәр йыя,ләстит һөйләй,ғәйбәт тоғо тулмайынса ҡайтып инмәй!Кит-кит,улай ҙа булыр икән,Мысыр хәйерсеһе!”Был һүҙ беҙҙең ауыл лөғәтенә ҡайҙан килеп ингәндер,тарихын берәү ҙә белмәй.Шулай ҙа ауылдаштарым телендә ул иң ауыр,иң ғәйеп һүҙҙәрҙең береһе.Өләсәй бик үк наҙан булмаһа ла,Египетты күргән-белгән кеше түгел.Ә борон бит башҡорттар араһынан Мысырҙа уҡып,йәшәп,белем эстәп ҡайтыусылар ҙа булған.Шуларҙың береһе ундағы хәйерселәрҙе күреп ҡайтып һөйләнеме икән?

Ярай,юҡ менән баш ватмайыҡ.Ҡустым миңә шулай ти икән,әйтһен.Мәйеле.Бәхәсләшкем дә,әрләшкем дә килеп тормай әле.Мине йыраҡ серле ил,зәңгәр диңгеҙ,сибәр Данияр көтә!

Ысынлап та,унан хат бар:”Һеҙ бик матур отель тапҡанһығыҙ.Мин дә бер номер бронировать иттем,билетҡа ла заказ бирҙем.Тиҙҙән күрешербеҙ!”

Сумаҙан тултырыу,һумдарҙы долларға әйләндереү мәшәҡәте менән йөрөгәндә,Данияр шылтырата:”Йәмилә,минең иҫәпкә һаман аҡса күсмәгән,эш хаҡын улай һуңлатмай торғайнылар…Оят булһа ла,бурысҡа биреп тора алмаҫһыңмы?Мин билетһыҙ,визаһыҙ ҡалам юҡһа.Иртәгә Египетта ҡайтарам”.

-Әлбиттә,Данияр.Күпме кәрәк һуң?

-500.

-Доллар?-һорауымдан үҙем оялып киттем:әлбиттә,доллар.-Ярай-ярай!Карта номерыңды ебәр.

Банкомат йыраҡ түгел алай ҙа.Был операция биш минуттай ғына ваҡытымды алды.Күп тә үтмәне,телефонға рәхмәт һүҙҙәре менән үбеү смайликтары килде.Мин,бәхетемдән иҫереп,йоҡларға яттым.

Иртәгеһенә төш ауыуға беҙ Дилбәр һәм уның ике балаһы менән аэропортта ултыра инек инде.Мин һаман да әхирәтемә Даниярҙың да Шарм-эль-Шейхҡа барасағы,беҙҙең отелға урынлашасағы тураһында әйтә алмайым.Шатлығыма күҙ тейер һымаҡ.Ярай,сюрприз булһын әйҙә!Шул саҡ телефонға хәбәр килде:минең иҫәпкә кемдер бер мең доллар аҡса күсергән.Данияр инде.Ә ниңә биш йөҙ түгел,мең?Туҡта,ул минең карта номерын белмәй ҙә

һуң.Аптырауҙан баш ҡаңғырғанда,телефон шылтыраны,ниндәйҙер ят ҡатын-ҡыҙ тауышы минең иҫәпкә яңылыш аҡса күсереүе,улының да номеры минекенә оҡшаш булыуы,бер һанды ғына яңылыш яҙыуы арҡаһында хата ебәреүен илаулап һөйләй башланы:”Зинһар өсөн, аҡсамды ошо номерға кире ебәрегеҙ инде,”-тип ялбара.Мин ҡойолоп төштөм,самолетҡа ваҡыт еткән,ни зшләргә?Эш полицияға барып етһә,”Хуш,бәхил бул,Мысыр!” буласаҡ.Банкомат эҙләп йүгерәм,Дилбәрҙең “һин ҡайҙа? нимә булды?” тигән һүҙҙәренә “хәҙер!”-тип кенә яуап бирәм.Уфф,ярай,кеше аҡсаһын кире ебәреп тә,посадкаға ла өлгөрҙөм.Самолет ерҙән айырылғас та,салонда яңғырап киткән доға уҡыған тауыш мине бөтөнләй тынысландырҙы.Аллаға шөкөр,мосолман иленә китеп барам.

Самолеттан төшөү менән беҙҙе Мысырҙың бөркөү һауаһы,ҡайнар ҡояшы,мөһабәт пальмалары,күҙ яуын алырлыҡ сәскәләре һәм мөләйем гидтары ҡаршы алды.Отель дә,уңайлы бүлмәләр ҙә,пляждың эргәлә генә булыуы ла оҡшаны.Туристарға ярай белә ғәрәптәр,бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған.Ресторандарҙа швед өҫтәлдәре,йәнең ни теләй-барыһы ла бар:бик күп илдәрҙең милли аштарынан күҙ ҡамаша,,еләк-емештең исемдәрен дә белеп бөтөрлөк түгел,йылғыр официанттар әллә нисә төрлө эсемлектең ҡатыһын да,йомшағыраҡтарын да тәҡдим итәләр.Үҙемде ожмахта тип хис итә лә башланым инде.Данияр ҙа бөгөн килеп урынлашырға тейеш.Ниңә хәбәре юҡ һаман?Әҙерәк сабыр итергәме, әллә үҙем башлап шылтыратайыммы?Дилбәр диңгеҙ буйына ашыҡтыра.
Читайте нас: