Һаҡмар
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
11 Февраль 2021, 21:00

Китеү

Миңзифа Ҡашҡарованың "Китеү" хикәйәһен тулы вариантта тәҡдим итәбеҙ. Кемдер ҙур түҙемһеҙлек менән көткән аҙағы ла тап ошонда. Рәхим итеп, уҡығыҙ!

Рафиға яҙлы көҙлө өйөн йыуып йышып аҡлап ала торған ғәҙәтен ғүмере буйы ташлай алманы. Кешеләр күптән инде обойҙар йәбештереп, евроремонт эшләтеп бөттө. Бер ул ғына, евролы өйҙә тыным тарыға тип эзбиз менән аҡлауын дауам итә һаман.

- Һәәәй, өйҙө аҡлап сыҡҡандан һуң әллә нисә көн буйына борҡоп торған эзбиз еҫенә еткән нәмә бармы икән ул? Бөтә донья сафланып ҡала бит.

Ярата Рафиға өй бағыуҙы. Бына бөгөн дә ең һыҙғанып, ҡара таңдан эш башланы. Һыйыр мыйырын һауып көтөүгә ҡыуып килде лә, быҙауҙарын сығарып ебәрҙе, ҡош ҡортона ем һалды. Сепаратын айыртып ул был эшен теүәлләүгә балалары уянды. Һуҙылып муҙылып ултырырға яратмай ул. Әсәләренең холҡон белгән ҡыҙҙары ла өнһөҙ-һүҙһеҙ, тиҙ генә берәр сынаяҡ сәйҙәрен эсә һалдылар ҙа тороп та киттеләр. Рафиға ҡабат-ҡабат әйтергә лә яратмай. Ире лә, ике ҡыҙы ла өйрәнеп бөткәндәр. Һәр береһе үҙенә тейешле эште әйттермәй эшләп өйрәнгәндәр. Әсәйҙәре кистән үк өй аҡлайбыҙ тине бит. Алинаһы юрған ҡаралдыны тышҡа сығарып баҫыуға элде, Элизаһы ҡорғандарҙы систе, шундай ваҡ төйәк менән булды. Ире эшкә китте. Сентябрь аҙаҡтары булыуға ҡарамаҫтан, көндәр эҫе тора быйыл. Ҡабаланаһы түгел, яйлап ҡына бөтөлмәгән эшеңде эшлә генә.

Кискә табан өсәүләп һыпырып таҙалап сыҡтылар өйҙәрен . Боронғо ике яҡлы ғына өй инде. Иштимере донья көтөргә дәртле түгел уның. Арба ватылһа - утын, үгеҙ үлһә ит була, тип йәшәй торған иренә эсе бошһа ла, Рафиға түҙеп йәшәй бирҙе. Иҫке доньяны үҙенсә матурлап бағып йәшәгән булды инде. Берәр сынаяҡ сәй эсеп алайыҡ, тип ҡаҙанлыҡтағы өҫтәлгә сәй ултыртып ҡына йөрөйҙәр ине, Иштимер ҡайтып инде.

- Рафиға, ултыр әле, тип ҡатынының еңенән тартты.

- Ни булды тағы, асыҡҡан һәм һыуһаған ҡатындың тиҙерәк сәйгә ултырғыһы килә ине, ризаһыҙ ғына ире янына килеп ултырҙы.

- Һөйләй һал да, астан үлеп барам.

- Ней, теге ней бит әле...

Ыңҡылдап мыңҡылдап ултырған иренә асыуы килгән Рафиға өҫтәл артына барып ултырҙы ла , сәй яһап алып эсә лә башланы. Иштимере һаман борғаланып ултыра бирҙе .

- Рәғиҙә ҡайынбикә китеп барған бит.

- Ҡайҙа киткән?

- Тегендә киткән бит.

- Ҡайҙа тегендә? - эй, ошо Иштимер юнһеҙ булды инде ғүмер буйы , бер хәбәрен аңлап булмай үҙенең. Рафиға йәне көйөп китте лә ҡапыл сәйенә сәсәне.

- Апайым үлгәнме әллә ?!- ҡысҡырып илап ебәргән әсәләренә ҡыҙҙары ҡурҡып текләне. Сәй ҡайғыһы китте. Йүгереп өйгә инеп күлдәген алыштырып кейҙе лә, күрше урамда йәшәүсе апаһы Рәғиҙә йортона ҡарай атланы Рафиға.
Ышаныр ышанмаҫ, берсә сеңләп илап берсә үҙен илауҙан тыйып барып еткәндә, арыу уҡ кеше йыйылған ине инде. Сәлимгәрәй еҙнәһе апаһының баш осонда ултыра, әсәһе лә атаһы ла килгән. Оҙон булып һуҙылып ятҡан апаһына текләп бергилке аптырап торҙо Рафиға. Дөңкөлдәтә баҫып йөрөгән апаһына ни булған? Ауырыманы, һыҙланманы. Ен һымаҡ ине бит үҙе. Быйыл ғына яҙғыһын илле йәшен туйланылар. Үлеп ята торған сағыңдыр шул, ҡуй тор тип апаһының һыуыҡ ҡулын тартҡылап иланы Рафиға.

Рәғиҙә төҫкә башҡа бик һылыу ине. Ап аҡ йөҙлө, ҡап ҡара сәсле, ҡаштары матурлап һыҙылған кеүек кенә, танауы ла ыҡсым ғына итеп юнып эшләнгәнме ней, Рафиғаныҡы һымаҡ йәмшек тә түгел. Йылмая биреберәк ятҡан апаһы юрый шаяртып ҡына яталыр һымаҡ тойола ине.

- Ышанмайым, ышанмайым, үҙ алдына һөйләнә һөйләнә тупһаға сығып ултырҙы ул. Күҙ алдары ҡараңғыланды, эргәләге кешеләрҙең һөйләгән хәбәрҙәрен дә аңлап етмәне. Шулай ҙа, апаһының төндә үк үтеүен, ҡалаға экспертизаға алып барып ҡайтыуҙарын белде. Хәҙер Мәскәүҙәге берҙән бер ҡыҙы Заринаны көтәләр икән. Әллә ҡайҙағы Мәскәү һынлы ерҙән кеше ҡайтып етеп килә, бынауында эргәһендә ятып Рафиғаға әйтеүсе кеше булмаған. Бер нимә белмәй эш менән булып тик йөрөсәле.

Әхтәм ҡарт менән Бибинур әбейҙең биш ҡыҙынан икәүһе генә ҡалғайны. Йәшләй генә китеп бөттөләр. Бына Рәғиҙә апаһы ла ташлап китте , Рафиға япа яңғыҙы ҡалды ла ҡуйҙы.
Бер йылдан ашыу асыуланышып һөйләшмәй, ҡатышмай йөрөгәйнеләр апалы һеңлеле икәү. Рәғиҙә әллә күпме ярашырға тырышып ҡарағайны ла, Рафиға баш эймәне. Осрағанда һаулығын алманы, саҡырһа барманы, үҙенә саҡырманы. Өйөнә килеп инергә апаһы ла ҡыймағандыр инде. Әсәһе әллә күпме әйтте.

- Ике туған талаша, атҡа менһә яраша. Ҡуй, кеше көлдөрмәгеҙ. Ике бөртөк кенә ҡалдығыҙ, кисер апайыңды, тип.

- Кисермәйем дә кәрәкмәй ҙә миңә апай , тип яуаплағайны Рафиға.

Тартып ҡына торғоҙор ине лә , мәңге тормаҫҡа ятҡан шул апайғынаһы. Рафиға сеңләп сеңләп иланы. Үкенестән үҙәге өҙөлдө. Ысын түгелдер, төштөр тип уйлағыһы килде. Төш түгеллеге аңына барып еткәс ҡабат күҙ йәштәренә ирек бирҙе.

Биш ҡыҙ араһында иң сибәре Рәғиҙә булды. Иң өлкән ҡыҙҙары Рәйхана йәшләй генә һыуға батып үлеп ҡалды. Унан һуң булған Раҡиялары биш балаһын етем ҡалдырып, утыҙ биш йәшендә генә донья менән хушлашты. Бишенсе сабыйын тапҡанда ниҙер булған ҡатынды табиптар ҡотҡара алманы.
Рәшиҙәләре үҙе китте. Иренең хыянатын күтәрә алманы ҡатынҡай. Үҙенсә еңде ул ирен. Ике бала етем ҡалды. Ҡатыны тере саҡта йөрөмтәл ир, Рәшиҙәне ерләгәс, аңҡы тиңке йәшәне. Ҡабат өйләнгеһе лә килмәне. Рәғиҙә менән Рафиға ике бөртөк кенә ҡалғайнылар.

Рәғиҙә магазин тотто, һеңлеһен үҙенә эшкә алды. Икәүләшеп татыу ғына эшләп алып киткәйнеләр инде. Апаһы Рафиғаға ныҡ ярҙам итте, аҡсанан да өҙмәне, аҙыҡ түлеген дә сумкалап ташырға рөхсәт бирҙе. Иштимер боларған ваҡыттарҙа барып араларына ҡыҫылып һәр саҡ кейәүе менән һөйләшер ине. Икәүһен яраштырыр өсөн бөтә көсөн һалды ул. Икәү ара асыуланышыу ҙа юҡтан ғына килеп сыҡты инде. Магазинға кемдәр генә инеп сыҡмай. Юл ситендә ултырғас бигерәктә. Ауыл эргәһенән Оло юл үтә, унан кемдәр генә үтеп йөрөмәй. Бер үткенсе ир йышлап алды Рәғиҙәнең магазинына. Рафиғаға күҙ һалған икән. Инеп сәғәттәр буйы сыҡмай һатыусы ҡатынды ҡаңғыртып торор ине.
Рафиғаның ундай-бындай холҡо булманы бер ваҡытта ла. Ирҙәргә ҡыйшаңлауҙы, шаяртып һөйләшеүҙе белмәне. Өндәшмәй ҡотолһа ла бик шәп әле, Иштимере урамдағы бағананан да ҡыҙғанды ҡатынын.

Бер шулай магазинға ингән һатып алыусы менән апаһының һөйләшеүе ҡолағына салынды бит Рафиғаның. Ишетмәһә яҡшыраҡ булыр ине лә, ишетте шул.

- Был Рафиғаны кейәү бушҡа ҡыҙғанмайҙыр ул, берәй ғәйебе барҙыр.

Анау ир ҙә бушҡа йөрөмәйҙер бында, апаһының хәбәренә шаҡ ҡатты Рафиға. Складта йыйыштырып йөрөй ине, ярһып килеп сыҡты ла, магазин асҡысын шаҡылдатып өҫтәлгә ташланы.

- Эшләмәйем магазиныңда! Һиңә ялсы булып ғүмерем үтте . Артымдан һөйләйһең икән әле еще. Һин бар тиһеңме икенсе ирҙәргә йәбешеп йөрөргә? Үҙеңде бел!

Рафиға ярһып ишекте шарт ябып сығып китте. Ҡабат апаһы менән һаулыҡ та һорашманы. Рәғиҙә шарылдағыраҡ холоҡло ине. Юҡ бар хәбәр һөйләй торған ғәҙәте арҡаһында кешегә дошман булып ҡалған саҡтары күп булды шул. Тик торған ерҙән һеңлеһен дә үпкәләтеп ҡуйҙы шулай. Инәлеп, ғәфү үтенеп ҡараһа ла Рафиға иремәне. Атайҙары Әхтәм ҡартҡа оҡшап ҡатыраҡ холоҡло ул Рафиғалары.
Әхтәм ҡарт йәштән ҡаты булды. Биш ҡыҙҙы бер таҡтанан ғына йөрөтөп үҫтерҙе.

Рәғиҙәнең артынан ауылдың иң сибәр егете гармунсы Марат йөрөнө. Ҡыҙ ҙа егеттән күҙҙәрен ала алмай ине. Кис етһә ауыл ситендәге тау итәгенә йәштәр йыйылып костер яғырҙар ине. Таң һыҙылғанса геү килеп Мараттың гармунына бейерҙәр ине. Рәғиҙә егетте армияға оҙатып, ҡайтыуын ике йыл көтөп алды. Һылыу ҡыҙға күҙ атыусылар күп булһа ла, ҡыҙ уларға әйләнеп тә ҡараманы. Уның йөрәгендә Мараттан башҡаға урын юҡ ине. Оҙаҡ дуҫлашып йөрөнө ике ғашиҡ йән. Егет әллә күпме яусы ебәреп ҡараһа ла, Әхтәм ҡарт яусыларҙы кире бороп тик торҙо.

- Әптрәштең улына бирер ҡыҙым юҡ, - бөтә һүҙе шул булды. Рәғиҙә әсәһенә илап ҡараһа ла Бибинур әбей ҙә ҡартының һүҙенән сыға алманы.

Күрше егете Сәлимгәрәй Рәғиҙәне оҡшатып йөрөй ине. Тик Рәғиҙә уға ҡарай буламы һуң инде. Атайһыҙ әсәһе менән генә үҫкән егет ҡыҙҙар һымаҡ оялсан да, үҙе килеп тороп йыуаш та ине. Фәтихә әбей улын бигерәк әпәүләп кенә үҫтергәйне шул. Әсәһе эштән ҡайтыуға иҙәндәрҙе йыуып, ашарға бешереп көтөп тороусы Сәлимгәрәйгә йәштәштәре әллә ҡасан уҡ, бисәһүрәт тип ҡушамат та тағып ҡуйған ине.
Ер һиңкетеп йөрөүсе баһадир Маратҡа бирмәне Рәғиҙәне атаһы. Ҡыҙынан ризалыҡ та һораманы, бисәһүрәт Сәлимгәрәйгә бата уҡытып тотторҙо ла ҡайтарҙы.
Рәғиҙә буйһонорға теләмәне яҙмышына. Таң атһа әсәһенә йүгереп килде. Оҙатылып барған йортонда торламаны. Әсәһенең эшен эшләп тик йөрөнө. Ҡәйнәһе лә өндәшмәне, Сәлимгәрәй ҙә нисек кәләшен үҙенә ҡаратырға белмәне. Әхтәм ҡарт ҡына ҡыуып ҡайтара ине ҡыҙын. Никахлап бирелгән ир ҡатыны һаналһа ла, Рәғиҙә оҙаҡ ирен үҙенә яҡынлатманы. Икеһе ике урында ятып йоҡланылар, сәй эскәндә лә һөйләшмәнеләр. Рәғиҙә йәшәмәйем, барыбер китәм тип уйланы.
Марат егеттәр менән эскеләп, аңҡы тиңке йөрөй бирҙе лә ситкә сығып китте. Күпмелер ваҡыттан һуң кәләш алып ҡайтты. Мараттың өйләнеүен ишеткәс, Рәғиҙә үҙ яҙмышына баш эйҙе. Сәлимгәрәйгә күнде. Һәүетемсә йәшәп киттеләр.
Шунан ҡыҙҙары Зарина тыуҙы. Башҡа балалары булманы, Рәғиҙә үҙе лә теләмәне. Ең һыҙғанып донья көтөргә тейеште. Магазин асып ебәрҙе. Тик тормошо алға барманы. Ҡатын һөйрәү менәнме ни, ир булдыҡһыҙ булғас. Сәлимгәрәйгә бушҡа исем таҡмағанларҙыр, ир исеме күтәреп йөрөһә лә, ҡулына балта сүкеш тә тота белмәй ине. Рәғиҙә утынды кешенән алдырҙы, бесәнгә кеше ялланы. Мунсаһы сереп ергә һеңде, ире йүнәтергә уйламаны ла. Өй эсе ялтлап торҙо. Рәғиҙәгә эш тә теймәй ине хатта. Иҙәндәр йыуылған, ашарға бешкән, баланың керенә тиклем йыуҙы Сәлимгәрәй. Икмәгенә тиклем бешерҙе. Әхтәм ҡарт менән Бибинур әбей яраттылар кейәүҙәрен. Эсмәй, тартмай, үҙе килеп тороп йыуаш. Бөтә эшен эшләй. Кемгә эләгә әле ундай бәхет? Ҡыҙҙарының зар илауын аңлай алманы атай менән әсәй. Ә Рәғиҙәнең ғүмере, китәм, ташлап китәм был бисәһүрәтте, тип уҙҙы. Ҡатыны китәм тиһә, Сәлимгәрәйҙең ҡото осор ине. Ҡаршы бер һүҙ ҙә өндәшмәй гел ыңғайына ғына һыпырып торҙо. Марат доньяны шаулатып көттө. Ҡатыны батша бисәһе һымаҡ ҡәҙерле, эре генә йәшәне. Бер ауылда булғас күреп, ишетеп торалар бит инде бер берен. Рәғиҙәнең эсе бошто, атаһына үпкәләп йәшәне ул ғ
үмере буйы.

Бер заман сығып китергә лә йыйынғайны бит ул. Атай-әсәһе белеп ҡалып, тағы арҡыры төштөләр. Кем белә, бәлки Рәғиҙә лә бәхетле йәшәр ине үҙенсә йәшәһә. Күрәһең яҙмышы шулай булғандыр. Рафиғаның да ғәйебе бар, апаһының сығып китә алмауында. Бер йылды Рәғиҙә Ҡара диңгеҙгә ял итергә барып ҡайтты. Күп тә үтмәне, Рафиғаға исемләнгән хат килеп төштө. Конверттың тышында адрес та, исеме лә Рафиғаныҡы булһа ла, хат Рәғиҙәгә ине. Ял йортонда алыҫ Туймазы ҡалаһында йәшәүсе ир менән танышҡайны Рәғиҙә. Хат яҙырға һеңлеһенең адресын биргәйне. Йылға яҡын хатлаштылар, бер береһенә ғашиҡ булған ир менән ҡатын. Мәрүән өйләнмәгән буйҙаҡ ир егет булһа, Рәғиҙәнең ире һәм балаһы бар, аяҡ ҡулы бәйле. Күтәрә һуғып сығып китеүе мөмкин түгел ине. Һәр хәлдә Рафиға апаһының ҡылығын хупламаны. Кешегә һөйләмәһә лә апаһына һуҡранып әрләп ташланы

- Оялмайһыңмы ней әҙ генә лә? Атайҙар белеп ҡалһа?

- Нимә өсөн оялайым? Бәхетле булырға теләүҙең ояты бармы?

- Ә Сәлимгәрәй еҙнәмде нимә тип уйлайһың?!

- Уны уйлап йәш ғүмерем заяға үтеп бара бит инде! Үҙемде яратҡан һәм үҙем яратҡан кеше осрағас ҡалайтайым?

- Апай, ҡалай бер йүнһеҙ бисә булып сыҡтың һин! Тоҡомда ундай кеше юҡ. Ир өҫтөнән ир табып, китәм тип ултырыуың эт ботонан да ҡырын.

- Яратҡаныма бирмәй, бисәһүрәткә биреп атайым башымды ашаны, инде һин миңә аяҡ салаһыңмы?

Рәғиҙә йәшле күҙҙәрен һеңлеһенә төбәне, асыуы көслө булһа ла Рафиға ҡабат өндәшмәне. Апаһын аңлай алманы ул, еҙнәһе яҡлы булды гел. Рәғиҙәнең күҙҙәрен алда көткән бәхет нуры томаланымы, әллә Мәрүәнгә булған мөхәббәте һуҡыр инеме, ипһеҙерәк ҡыланды. Бәлки, бер ҡарындан яралған бер туғанына ышанысы көслө булғандыр. Рафиға һеңлеһен ярата ине ул. Ғаиләләге иң кинйә ҡыҙ апайҙары ҡулында уйынсыҡ һымаҡ ҡына үҫкәйне бит.

Йәйҙең бер матур көнөндә Рәғиҙә китергә йыйынды. Сумаҙан, сумкаларын кистән үк Рафиға һеңлеһенә килтереп ҡуйҙы. Иртәнге автобус менән юлға сығырға әҙерләнде. Был турала Рафиғанан башҡа бер кем дә белмәне.
Иртәнсәк тороп өйҙәге ваҡ-төйәк эш менән булышҡан булып йөрөүсе Рәғиҙә, Сәлимгәрәйгә һис нимә һиҙҙермәне. Уны быны абайламаған ире эшкә сығып китте. Уның артынан ишек ябылыу менән, Рәғиҙә ҡыҙын етәкләп Рафиғаларға йүгерҙе. Сумаҙандарын алырға ла , автобусҡа өлгөрә һалырға кәрәк ине. Рәғиҙә ҡыҙын эйәртеп, сумаҙандарын йүкмәп йүгерә атлай автовокзалға килеп еткәндә оҙон автобус килгән ине инде. Ҡатындың ҡулындағы сумаҙаны ергә "лып" итеп төштө. Күҙҙәренән субырлап ҡайнар йәштәре шыма бите буйлап тәгәрәне. Рәғиҙәнең аяҡ аҫтында ер сайҡалғандай булды, өнһөҙ генә үкһеп ергә сүгәләне ул... Вокзалда уны таяғына таянған атаһы менән әсәһе һәм ире Сәлимгәрәй ҡаршы алды.

Бер-ике көндән Рафиға апаһына барғайны, аптырауҙан артына йығылып китә яҙҙы. Рәғиҙәнең бите күҙе күм күк ине. Һеңлеһенең биргән сәләменә әсе йылмайыу менән баш ҡағып ҡына яуап бирҙе лә, эше менән булды Рәғиҙә. Һыйырҙар торған ялан кәртәнең бағанаһы сереп ауған, апаһының шуны йүнәтеп маташыуы ине. Рафиға ҡыйыр ҡыймаҫ һораны.

- Апай, кемдең ҡулы күтәрелде бындайға?

- Еҙнәңдән башҡа кем булһын, - тип иһорауға һорау менән яуап биргән апаһына аптырап текләгән Рафиғаның ышанғыһы килмәне.

- Сәлимгәрәй еҙнәмме?

- Унан башҡа эт булһынмы, әллә тағы бер еҙнәң бармы? - Рәғиҙә асыулы ине.

- Ҡуйсәле , апай.

- Нимәһе ҡуйсәле, иргә бирмәне мине атайым, бисә әпирҙе! Доньяһы емерелеп ята, ул ултыра өйҙә бәлеш бешереп!

Рәғиҙә йән асыуына ҡулындағы балтаһын түмәргә саба һуҡты ла, өйгә инеп китте. Рафиға уның артынан эйәреп инде. Еҙнәһе түрбашта сәй ултыртып йөрөй ине, балдыҙын күргәс ауыҙы йырылып китте.

- Әйҙүк, балдыҙ бәлешләп сәй эсергә. Ысынлап та, картуфтан бәлеш бешергән еҙнәһе, тәмле май еҫе ишек алдына уҡ таралған ине шул. Рафиға апаһына аптырап бөтә алмай ине, ошондай ирҙе лә эшкә һанамағас инде. Ярар, ирҙәр эшен эшләмәгәс эшләмәне инде ғүмер буйы. Уның ҡарауы өй эсендә вис эшләй бит. Рафиғаныҡы бөтөнләй эшләмәһә лә иҫе лә китмәйсе, хатта һәйбәт йәшәйҙәр үҙҙәренсә .

Сәйҙән һуң еҙнәһе икенсе бүлмәгә сығып диванға ятып телевизорға текәлгәс, ҡатындарға аулаҡ ҡалды. Шул саҡта тәүге тапҡыр хәлен һөйләне Рәғиҙә Рафиғаға.

Апаһы ғүмере буйы туҡмалып йәшәй икән дә баһа. Бына һиңә йыуаш еҙнәһе! Кеше алдында йыуаш ҡына йылмайып йөрөүсе еҙнәһенә Рафиғаның иҫе китеп аптыраны. Апаһы ла ныҡ та ул, бер һиҙҙермәнесе. Сәлимгәрәй үҙенә теймәҫ ҡыҙҙы эләктерҙе эләктереүен, тик Рәғиҙәһе оҙаҡ баш бирмәне. Ҡыҙҙары тыуғас, баш баҫып йәшәп китербеҙ, үҙен яратыр тип уйлаған ир яңылышты. Рәғиҙәһенең йөрәгендә уға ҡарата йылы хистәр ҡабынманы. Рәғиҙә матур итеп донья көтөргә тырышты тырышыуын, Сәлимгәрәйҙе лә ир итеп хөрмәт итергә бар көсөн һалды. Ғәйеп үҙендә икәнлеген дә аңлай ине Сәлимгәрәй, тик ҡатын йөрәген нисек яуларға белмәгәнлектән йоҙроғон эшкә ҡушты ул. Туҡмап еңергә теләне. Ләкин, ҡатынынан боҙ һалҡынлығы килеүен туҡтата алманы. Рәғиҙә ирен яратмау ғына түгел, күрә алмаҫлыҡ сик кә етте. Ир егет эшен белмәүенә лә йәне көйҙө, иҙән йыуып, ашарға бешереп ултырыуы ла һарыуын ҡайнатты. Китергә тип сығып китә алмай тотолғандан һуң, өйҙә ызғыш талаш көсәйҙе. Кешегә һиҙҙермәһәләр ҙә үҙ ара татыулыҡ юҡ ине инде.

- Рәғиҙә, нишләп кешесә йәшәй алмайһың һин? Һинең өсөн әллә ниҙәр эшләргә лә ризамын. Ҡыйынмы һиңә мине яратыуы, тип үҙен яратыуҙы талап итте Сәлимгәрәй.

- Һин кешесә йәшәйһеңме ней ул? Белдең бит үҙеңде яратмағанымды. Атайым һүҙенә ҡаршы килә ала инең бит, мине бәхетһеҙ иттең һин.

- Мин һине яраттым, һаман да яратам.

- Мин һине яратманым! Һәм яратмаясаҡмын да! Һин эшкинмәгән! Нишләп өй һалманың? Һин бит ир булып мотоцикл да йөрөтә белмәйһең, ултыраһың өйҙә бисәкәйләнеп, Рәғиҙәнең асыулы ярһыулы һәм мыҫҡыллы һүҙҙәренән һуң Сәлимгәрәй йоҙроғон эшкә ҡуша ине.

Рафиға Рәғиҙә һөйләгәндәргә оҙаҡ аптырап йөрөнө. Сәлимгәрәй еҙнәһенең бисә туҡмай алыуына ышанырға ла ышанмаҫҡа ла белмәне. Рәғиҙәне ҡыҙғанып төн йоҡоһо бирмәүенә лә ышанғыһы килмәне. Еҙнәһенең ирҙәр эшенә барымы юҡлығын бөтә ауыл белә. Ә бына өй эсен гөл итеп тотоуына, ашарға бешереүенә күптәр ҡыҙығып ҡарай ине бит. Тымыҡ күлдә шайтан эйәләй тигәндәре ошо буламы икән әллә ул? Рафиға барыбер ҙә еҙнәһен яҡланы эстән генә булһа ла. Апаһы әҙерәк арттыралыр, ундай холҡо билдәле тип һығымта яһаны.




Әбдрәхим ауылдың күренекле генә егете ине. Оҫта гармунсы, төҫ башҡа ла ҡойоп ҡуйған шикелле. Аҡ ҡына йөҙлө, ҡара ҡашлы, бөҙрә сәсле сибәр егетте уйлап, төн йоҡоларын йоҡлай алмаусы ҡыҙҙар ауылда арыу ғына булғандыр. Уның һайлаған ҡыҙы Бибинур ҙа, ауылдың иң сибәрҙәренән һанала ине. Ҡыйылып киткән ҡара ҡаштар аҫтынан көлөмйөп ҡараусы йәшкелтерәк күҙҙәр, оҫта скульптор тырышып тырмашып юнып яһағандай тура, матур ғына танау, һәр саҡ һиҙелер һиҙелмәҫ йылмайыусы нәҙек ирендәр. Ә буй һынын һөйләп тә килештереп булмаҫ, була бит доньяла шундай ҡыҙҙар, ҡараһаң күҙҙәр ҡамаша. Бибинур шундайҙарҙың береһе ине.
Ҡулдарын аҡҡош ҡанаттарылай елпеп, тыпылдата баҫып бейеп китһә инде, егет еләндең тын алышы туҡтар сик кә еткәндер. Бибинур, тип уфтаныусылар араһында, Әбдрәхимдең бергә уйнап үҫкән дуҫы Әхтәм дә бар. Бер нисә тапҡыр уҡталып ҡараны егет ҡыҙға үҙ хистәрен белдерергә, тик бушҡа ғына. Бибинур уны әллә күрмәне, әллә күрмәмешкә һалышты. Егет ҡыҙҙы аулаҡта тап итә алманы, Әбдрәхимдән дә шөрләңкерәй ине ул. Әхтәм дә матур егет, дуҫынан кәм түгел. Гармунда ғына уйнай белмәй инде. Уға ла күҙ атыусы ҡыҙҙар күп булһа ла, ул Бибинурҙы онота алманы. Эстән генә янып көйөп йөрөй бирҙе. Түбәнге оста йәшәүсе Ниса йүгерҙе Әхтәм артынан. Ҡыҙмын тип оялып тартынып торманы, хистәрен үҙе белдерҙе. Нисаның һөйөүе лә яуапһыҙ ҡалды. Киске уйындарҙа һағышлы моң аша ла, шаян таҡмаҡтар аша ла Ниса Әхтәмгә ҡарап йырлап үҙ хистәрен белдерә барҙы. Егет ҡыҙға ҡараманы, Нисаға ла эстән генә янырға ғына ҡалды.

Бибинурҙың да йөрәге Әбдрәхим тип кенә типте. Бер-береһен өҙөлөп һөйгән егет менән ҡыҙҙың дуҫлашып йөрөүе бер кемгә лә сер түгел ине инде. Яусылар ебәрелгән, һөйләшелгән, туй көнө билдәләнгән ине.
Барлыҡ хыялдарҙы селпәрәмә килтереп ватып, әллә күпме бер-береһен өҙөлөп һөйөүсе ғашиҡтарҙы айырған һәм аймылыштырған ҡәһәрле Бөйөк Ватан һуғышы башланды.
Һуғыштың тәүге көндәренән үк, ауылдың аҫыл егеттәре ут эсенә китте. Иң тәүгеләр рәтендә Бибинурҙың атаһы, өс ағаһы, һөйгәне Әбдрәхим дә бар ине. Иртәгә һуғышҡа китәләр, тигән көнө, кис йәштәр әүәлгесә тау итәгенә йыйылды. Был юлы бейемәнеләр, йырлашып ҡына ултырҙылар. Егеттәрҙең йөҙҙәре етдиләнеп ҡалған, һүҙһеҙ генә ултырҙылар. Ҡыҙҙар күҙ йәштәрен тыя алмай илашты. Һәр береһенә лә яратып йөрөгән, күңеле төшкән кеше менән айырылыу бик ауыр ине. Әбдрәхим үҙәктәрҙе өҙөп моңһоу көйҙәрҙе һуҙҙы ла һуҙҙы, үҙе күҙҙәрен Бибинурынан айырып ала алманы. Ауыл йәштәренән айырылып икәүһе генә ҡалғас, ҡыҙ башын егеттең яурынына һалды.

- Һинһеҙ нисек кенә йәшәрмен икән, һуғыш оҙаҡ барырмы икән?

- Илама, Бибинурым күҙ нурым! Тиҙ генә дошманды еңеп ҡайтырбыҙ ҙа, бер ваҡытта ла айырылышмаҫбыҙ. Гел бергә булырбыҙ. Һиңә оҡшаған ҡыҙҙарыбыҙ, миңә оҡшаған улдарыбыҙ тыуыр, Әбдрәхим йылмайып көлөп үҙен шат тоторға тырышты. Тик Бибинурҙың күңеле бошонҡо ине, ул тыйыла алмай иланы ла иланы.

- Бөтәгеҙ ҙә бер юлы китәһегеҙ. Атайым да ағайҙарым да һин дә...

- Бибинурым!!! Күҙ нурым! Илама, һин мине көт йәме.

Үлгән тиһәләр ҙә көт! Мин ҡайтасаҡмын!

- Көтөрмен, ҡәҙерлем!

- Һис шикһеҙ көт. Һинең барлығың, һинең һөйөүең миңә көс бирер, мин ҡайтырмын.

- Вәғәҙәмде бирәм, көтөрмөн.

Иң ауыры иртәгәһенә оҙатыу булды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡай берҙәре сыҙаманы, сыулашып илашты, өлкәнерәктәре сабыр ғына өндәшмәй, тауыш тынһыҙ торҙо. Ир-егеттәр йыуатты.

- Көтөгөҙ, беҙ ҡайтырбыҙ!!!

Тиҙ ҡайтыррбыҙ, тиеп китһәләр ҙә, тиҙ генә әйләнеп ҡайтыу яҙмағайны шул уларға. Һуғыш оҙаҡҡа һуҙылды. Ҡайтырбыҙ, тип китһәләр ҙә ярты ауыл тиерлек, төрлө ерҙәрҙә ятып ҡалдылар... Әхтәмдең артынан һуғышҡа китеүсе Ниса радисткалар курсын тамамлағандан һуң, һуғыштың иң ҡыҙыу еренә эләгә. Ҡырҡ беренсе йылдың август айында уҡ ҡыҙҙың ҡара ҡағыҙы килә. Әбдрәхимдән ни бары ике хат килде, береһе әсәһенә, икенсеһе Бибинурға. Осо ҡырыйы күренмәгән һуғыш йылдарында унан ҡабат бер хәбәр ҙә булманы. Бибинурҙың атаһы һәм өс ағаһының бер бер артлы ҡара ҡағыҙҙары килде, әсәһенең сәстәре ап аҡ булды.

Һуғыш бөттө. Ауылға фронтовиктар ҡайта башланы. Күкрәгенә орден миҙалдар таҡҡан Әхтәм дә ҡайтып төштө.
Ҡайтыу менән Бибинурҙың артынан йөрөй башланы. Бибинур уға ҡараманы.

- Әхтәм, ҡара күпме ҡыҙҙар һиңә өмөт менән баға. Һайла берәйһен. Миңә өмөтләнмә, тине уға ҡыҙ.

- Миңә башҡалар кәрәкмәй. Мин һине яратам, - тип яуаплай егет.

- Минең көткән кешем барлығын беләһең бит.

- Үлгән кешене көтөп ни файҙа? Тереләр йәшәргә тейеш.

- Юҡ!!! Әбдрәхим үлмәгән!

- Үлмәгәс ҡайҙа һуң ул?

Ҡаты күңелле Әхтәм ҡыҙҙың күңелен аяп торманы, ҡаты бәрелде. Бибинур ризалашманы, Әхтәм ҡуйманы. Ҡыҙҙың әсәһенә килде лә торҙо Бибинурҙы һоратып. Һуғыш бөтөүгә лә ике йыл булып китте. Бибинур өмөтөн өҙмәне, көттө лә көттө.
Ҡыҙының ирһеҙ, бала төҫө күрмәй яңғыҙ ҡалыуынан ҡурҡҡан әсәһе көнө төнө әрләне.

- Юҡ кешене көтөп ҡартайырһыңмы? Сыҡ Әхтәмгә. Былаялайым егет, типһә тимер өҙөрлөк.

- Әсәй, өгөтләмә. Кәрәкмәй миңә Әхтәм.

- Анауынса һуғыш юлын үткән яугирҙе малай-шалай һымаҡ йүгертергә кем һин ул тиклем?!

- Яратмайым мин уны.

- Аһ, аһ... Яратыу уйлар заманмы? Башҡалар аяҡһыҙ ҡулһыҙ иргә лә тилмерә, ә һин үҙ бәхетеңә төкөрәһең, - әсәһе асыулана, әрләй торғас күндерҙе Бибинурҙы Әхтәмгә сығырға.

Бер мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ етенсе йылдың май айында Бибинур Әхтәмгә тормошҡа сыҡты.
Июнь баштарында Әбдрәхим ҡайтып төштө. Пленгә эләгеп, концлагерҙан концлагергә йөрөгән Әбдрәхим һуғыш бөтөүгә ике йыл тигәндә саҡ тыуған иленә әйләнеп ҡайтыу бәхетенә өлгәшә. Бибинурҙың үҙен көтмәүенә лә рәнйемәне ул. Осрашыу ҙа эҙләмәне. Һаулығы бөтөп ҡайтҡан егет ҡыҙҙар уйларлыҡ хәлдә лә булмағандыр. Бибинур ғына үҙ үҙен кисерә алмай оҙаҡ янды ғазап уттарында. Тәгәрәп, һөйләнеп һөйләнеп иланы ул.

- Саҡ ҡына сабыр итмәнем, саҡ ҡына. Һиҙҙем бит ҡайтырын, һиҙгәйнем...

Көҙгә ҡарай Әбдрәхимдәргә ят һалдат килеп төштө. Әбдрәхим менән бергә һуғышта булған, уны ут эсенән алып сығыусы етен сәсле, зәңгәр күҙле Сима-Серафима үҙе эҙләп килде егетте. Мәрйәнең үҙҙәрендә йәшәргә ҡаласағын белгәс, Әбдрәхимдең әсәһе Маһира әбей ултыра төшкән тиҙәр .

- Уй аллаааа, үҙебеҙҙә ҡыҙҙар бөткәнме ней? Мәрйә менән нисек аңлашырбыҙ? - тип һамаҡлап илаған имеш. Мәрйә килен зәңгәр күҙҙәрен ҡәйнәһенә төбәп:

- Кэйна, илама. Мин хина айбат килин булам, - тип әйткән имеш.

Бөтә ауыл шау гөр килде ул саҡта. Килененән уңды Маһира. Сима-Саимәгә әйләнеп башҡорт ерендә беректе. Етен сәсе менән зәңгәр күҙе булмаһа, башҡорттан айырып та булмаҫ ине үҙен. Ете ул табып бирҙе Саимә Әбдрәхимгә. Әбдрәхимгә оҡшап торған ҡара сәсле, ҡара ҡашлы бөркөттәй ете ул. Кемеһенең күҙе ҡара, кемеһенеке әсәләренә оҡшап зәңгәр ине. Етен сәс кенә береһенә лә йоҡманы, бөтәһе лә ҡара сәсле инеләр.

Саимә ғүмере буйы ауылдың фельдшеры булып эшләне. Ауылдаштары яратты уны. Әбдрәхим менән Саимә матур йәшәнеләр, башҡаларға өлгө булырлыҡ итеп.
Бибинур ғазап уттарында янып йәшәне. Әбдрәхимде Саимәнән көнләшеп үҙ үҙен бөтөрҙө. Һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, һиҙгәндер Әхтәме. Ғүмере буйы ҡатынын ҡыҙғанды. Әбрәхимде тере дошманы күреп йәшәне. Рәғиҙәне Маратҡа бирмәүенең сәбәбе лә ошо ине.

- Әптрәшкә бирер ҡыҙым юҡ тиеүҙән башҡа һүҙ әйтмәне.

Йәшәй-йәшәй Бибинур үҙен ҡулға алды, яҙмышына күнде. Тик Әхтәме холҡон ҡуйманы, ҡартайғанса алъяны ҡатынын ҡыҙғанып.

Апаһын ерләп ҡайтҡас, Рафиға иҫе инәрле сығарлы йөрөнө.
Рәғиҙәнең йөрәге шартлаған тинеләр. Йөрәк шартлауын тәүгә ишетә ул. Анау ваҡыт сиселгәндән һуң ҡабат бер ҙә зарланманы апаһы. Рафиғаның үҙ хәле үҙенә саҡ, апаһы тормошо ҡыҙыҡһындырманы ла уны. Етмәһә оҙаҡ ҡына асыуланышып йөрөнөләр. Башты ташҡа ла бәреп булмай, үкенһәң дә үткәндәрҙе кире ҡайтарып та булмай. Теге саҡта апаһы китәм тип йыйынғанда, еҙнәһенә йүгереп бармаһа, бәлки Рәғиҙәнең тормошо ла икенсерәк булмаҫ инеме икән?
Биш ҡыҙҙың дүртеһе лә үҙҙәренә оҡшаған, күңелдәре үҙ иткән егеттәргә тормошҡа сыҡтылар. Рәғиҙәне генә ошо һөйкөмһөҙ Сәлимгәрәйгә көсләп бирҙе лә ебәрҙе шул атаһы.

Эй, был яҙмыштың аяуһыҙлығы! Рафиға үҙен ғәйепләне. Апаһының бәхете булманы ла баһа, шуны аңлар өсөн апаһын юғалтыу кәрәк булдымы ни? Тере сағында нишләп кенә бер тапҡыр ҙа апаһының хәлен һорашманы икән? Ҡайһы ере ауырта, ниҙәр уйлап йәшәй. Берәүҙең дә Рәғиҙәлә эше булманы, үҙҙәренә кәрәк кәндә генә Рәғиҙә лә, Рәғиҙә тип йүгерҙе кемеһе булһа ла. Әсәһе ғүмере буйы ҡыҙғанып аптыратҡан ҡартынан ыҙа сикте. Бер-бер артлы, хәсрәткә һалып йәшләй үлеп торған ҡыҙҙары ла бөтөрҙө Бибинур әбейҙе.
- Тормошоғоҙ бөтөн, ирҙәрегеҙ арыу тағы нимә кәрәк, - тип Рәғиҙә менән Рафиғала эше булманы әсәләренең. Рәшиҙәһенең ике балаһын ҡарау ҙа аңҡы тиңке итә ине, инде ҡартая башлаған әсәйҙәрен. Ҡаты күңелле, мыжыҡ ҡартынан да биҙрәгәйне ул. Кис ятһа, эй, Хоҙайым, йәп-йәш ҡыҙҙарымды алғанса үҙемде генә алһаңсы, тип ялбарған әсә тағы ла ауыр юғалтыу кисеререн ҡайҙан ғына белһен инде? Рәғиҙәһен ерләгәндән һуң, Бибинур әбей бөтөнләй ятты.
Юғалтыу әсеһенә сыҙай алырлыҡмы һуң?
Ғүмере буйына, китәм, китәм ти торғас, китте Рәғиҙәләре, мәңгелек кә китте.

Рәғиҙә үлгәндән һуң, Сәлимгәрәй эсеүгә һалышты. Эскән, теләһә ҡалай йөрөгән ир һәм ҡатындар йыйылды уның өйөнә. Рәғиҙәнең гөл кеүек итеп тотҡан йорто тиҙ арала ташландыҡҡа әйләнде. Әсәһе итәгенә генә йәбешеп үҫкән Сәлимгәрәйҙә ирҙәрҙә була торған ихтыяр көсө юҡ ине. Атайһыҙ үҫкәс, атайҙың, ирҙең ни икәнен дә белмәне ул. Әсәһенең апаһының гел ҡыҙҙар булды. Ике туған апайҙары бәләкәс Сәлимгәрәйҙе ҡыҙыҡай итеп кейендереп алып йөрөрҙәр ине. Ир егет эштәрен өйрәтеүсе булманы уға. Гел тәмле татлы ашап ҡына, иркәләп кенә үҫте. Мәктәптә лә иптәштәренә ылыҡманы, гел ҡыҙҙар араһына ынтылды. Гел арттарынан эйәреп йөрөгән малайҙы ҡайһы бер ҡыҙҙар яратманылар.

- Среди девчонок один поросенок, - тип үсекләнеләр. Бисәһүрәт тигән исемде лә ҡыҙҙарҙың кемеһелер сәпәне, исем ғүмерлек кә ҡалды ла ҡуйҙы. Үҫеп етеп егет ҡорона еткәс тә, ҡыҙҙарҙың иғтибарынан мәхрүм ине ул. Нәҙек оҙон килбәтһеҙ буй һынлы булыуымы, әллә әрмән әллә грузин һымаҡ ҙур танаулы булыуымы, әллә йыуашлығымы арҡаһында ҡыҙҙар ҡараманы уға. Үҙҙәренән ике-өс өй аша йәшәүсе Рәғиҙә уның өсөн һауалағы торна ише ине. Һауалағы торнаның үҙенеке икәнлегенә оҙаҡ ышана алмай , һеңгәҙәп йөрөнө ул . Аҙаҡ инде йәшәй, йәшәй яуызайҙы. Ауыҙын асып йөрөһә, йылғыр Рәғиҙәнән ҡолаҡ ҡағырмын тип ҡурҡты. Ғүмере буйы ҡатыны ташлап китер тип ҡурҡып йәшәне. Донья көтәйем, булдырайым тигәнде белмәне ул. Бар белгәне өй эсендәге ҡатындар эше булды. Рәғиҙәнең ышығында рәхәт йәшәне Сәлимгәрәй.
Бөгөн уға йәбешеп йөрөрлөк итәк юҡ. Әсәһе күптән мәрхүмә, Рәғиҙәһе лә ташлап китте. Һынды ул, бөгөлдө, кешелектән сыҡт
ы.

Әхтәм ҡарт та ауыр кисерҙе иң матур ҡыҙының йәшләй генә доньяны ҡалдырыуын. Бибинурын ғүмере буйы ыҙалатты, Рәғиҙәһе лә уның арҡаһында бәхетһеҙ булды. Оло һуғыш юлын үткән Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының сырыш баҫҡан биттәренән күҙ йәштәре йылға булып аҡты. Көн һайын тәнтерәкләп зыяратҡа барҙы. "Балаҡайҙарым, һеҙ бит һуғыштан һуң тыуған балалар. Алмалай сағығыҙҙа бер-бер артлы ҡырылып бөтһөндәр өсөн беҙ ҡан ҡойҙоҡмо ни? Берлингәсә бушҡа барҙыммы ней мин ?!" - тип Әхтәм ҡарт иңрәне.

Рәғиҙәһенә йөрәге нығыраҡ һыҙлай ине уның. Әптрәште ҡоҙа тип ултыраһым юҡ, тип енләнде. Ҡыҙының бәхетенә аяҡ салды. Рәғиҙәнән һуң оҙаҡ торламаны атаһы ла ҡыҙы артынан юлланды. Рәғиҙәнең ҡәбере янында тағы ла бер ҡәбер барлыҡҡа килде.

Миңзифа Ҡашҡарова.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.