Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
3 Февраль 2021, 23:20

Зәңгәр томандар артында

Чечнялағы ут эсенән сығып, Ярославль өлкәһендә хеҙмәт итеп йөрөгәнендә килде ҡара хәбәр Ғәзизгә. Телеграмманы ҡулына тотторғастары бер ни тиклем ваҡыт иҫенә килә алмай торҙо ул... “Нисек инде әсәйем үлгән? Ул бит мине көтә ине... Әсәй, әсәй генәм!” – күҙҙәренә тығылған ҡайнар йәштәренә ирек ҡуйҙы ла, шым ғына алға атланы... Ҡайҙа бара, нимә эшләргә итә – Ғәзиз хатта үҙе лә белмәй ине был мәлдә. Башында тик бер генә уй – тиҙерәк ҡайтып етергә, әсәһенең үлеменә үҙ күҙҙәре менән күреп ышанырға...


...Чечня һуғышында яраланып, госпиталдә ятҡанында ғына тормош, уның асылы хаҡында ныҡлап уйлана башланы Ғәзиз. Уға ҡәҙәр бар нәмәгә лә, шулай кәрәктер, тип ҡарай ине ул. Тик бына әсәһенең ҡаты ауырыуы тураһындағы хат ҡына тынғылыҡ бирмәне егеткә. Һуңғы хатында апаһы бик борсолоп яҙған ине шул: “Әсәй ныҡ ауырып тора... Шуғалыр инде һинең ҡайтыуыңды көтөп ала алмамдыр, тип борсола... Әллә командирҙарыңдан ял һорап, ҡайтып әйләнәһеңме?” Эйе, әсәһе үҙен армияға оҙатҡанда уҡ нисектер кәйефһеҙерәк йөрөгәйне, ә хеҙмәткә алыныусылар автобусҡа ултырғас, күҙҙәренә йәш алып: “Имен-һау ғына йөрөп ҡайт инде, балаҡайым... Күрешергә насип булһын!” – тине лә ҡарашын ситкә күсерҙе. Был хәл Ғәзиздең йөрәген семетеп алды хатта: “Илама сәле, әсәй, ике йыл ике көн шайы ла булмаҫ, ҡайтып та төшөрмөн!” – Ғәзиздең был һүҙҙәрен ишеттеме-юҡмы әсәһе, кеҫәһенән ҡулъяулығын алып, битен һыпырҙы ла, йылмайырға тырышты. Уңғансы булмай автобус та ҡуҙғалды. Армияға китеүселәргә ҡул болғап, һөрәнләшкән, сыр-сыу булған кешеләргә иғтибар итмәйенсә, күҙҙән юғалғансы урынынан ҡуҙғалманы әсәһе һәм шул килеш улының күҙ алдында ҡалды...

Чечнялағы ут эсенән сығып, Ярославль өлкәһендә хеҙмәт итеп йөрөгәнендә килде ҡара хәбәр Ғәзизгә. Телеграмманы ҡулына тотторғастары бер ни тиклем ваҡыт иҫенә килә алмай торҙо ул... “Нисек инде әсәйем үлгән? Ул бит мине көтә ине... Әсәй, әсәй генәм!” – күҙҙәренә тығылған ҡайнар йәштәренә ирек ҡуйҙы ла, шым ғына алға атланы... Ҡайҙа бара, нимә эшләргә итә – Ғәзиз хатта үҙе лә белмәй ине был мәлдә. Башында тик бер генә уй – тиҙерәк ҡайтып етергә, әсәһенең үлеменә үҙ күҙҙәре менән күреп ышанырға...

Тик бары мәрхүмәнең етеһенә генә ҡайтып етә алды ул. Район үҙәгенән килгән таш юлдың һул яғында урынлашҡан зыяраттағы яңы ҡәберҙе күреп, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте һәм үҙе лә һиҙмәҫтән шоферға һөрәнләне: “Ошонда ғына ҡалдырығыҙ әле!”... Нисек зыярат ҡапҡаһын асып инеүен, ҡәберҙең һалҡын тупрағын усына алып, үкһеп илағанын хәтерләмәй ҙә Ғәзиз... Бары ҡустыһының: “Ағай, әйҙә, ҡайтайыҡ! Өйҙә көтәләр бит...” – тигәнен ишетеп кенә, аяғына баҫты һәм йәшле күҙҙәрен Илгизгә төбәне. “Ә-ә-ә, һаумы, брат! Ҡалай һонтайып киткәнһең?.. Мине үтеп бараһың түгелме?” – үҙенең ебеп ҡалғанын аңлап, ҡустыһын һүҙгә әүрәтте һәм ҡосаҡлап алды егет. Зыяраттағы яңы ҡәбер янында ағалы-ҡустылы байтаҡ ҡына торҙолар шул килеш... Ғәзиздең күҙ алдына әсәһенең һылыу йөҙө, буй-һыны, ихлас көлгән мәлдәре килеп баҫты... Күңел ғазаптарын еңерлек көс тапты шулай ҙа һалдат һәм өндәшмәй генә ҡустыһын зыярат ҡапҡаһына әйҙәне...

Тыуған йортона яҡынлашҡан һайын Ғәзизде һағышлы уйҙар баҫты, тамағына ниндәйҙер бер әсе төйөр тығылды. Тик ул үҙен ҡаршы

алыусыларға һиҙҙермәне – һәр береһе менән ихлас күрешеп, ҡосаҡлап, һөйөп алды. Бары атаһының шиңеп ҡалғанын күреп, эсе янды:

–Хәлдәр шулай булып киткән икән, атай... – Һүҙҙе нимәнән башларға белмәй, шулай мөңгөрләне. – Алданыраҡ хәбәр итеп булманымы ни?

–Әсәйең мәрхүмә борсомауыбыҙҙы үтенде бит... Насип булһа, йәшәрмен әле, тип өмөт итте... Әммә... – Күңеле тулған атай кеше, ҡулын һелтәп, тышҡа сығыу яйын ҡараны.

...Һалдаттың ҡыҫҡа ғына отпуск көндәре лә үтеп китте. Ғәзиз, хеҙмәт иткән урынына килеп, Ватан алдындағы бурысын үтәүен дауам итте. Үҙенә йомолоп, буш ваҡыттарын гәзит-журналдар аҡтарып, китап уҡып үткәрергә тырышты. Бергә хеҙмәт иткән егеттәр элекке шаян, йор һүҙле егеттең үҙенә бикләнеүенә башта ғәжәпләнһәләр ҙә, аҙаҡ яйлап күнделәр... Тик Ғәзиз генә түгелеп илаған апайын, етемһерәп ҡалған ҡустыһы менән һеңлеһен һағынып, уларҙы йәлләп көндәрен үткәрҙе. Күп тә үтмәй атаһының йәш ҡатынға өйләнеүен, һеңлеһен инәләре тәрбиәгә алыуын хәбәр иттеләр...

***

Хеҙмәтен тултырып, тыуған яҡтарына ҡайтыу менән Ғәзиз күрше райондың әрмегә ҡәҙәр уҡый башлаған һөнәрселек училищеһында уҡыуын дауам итте. Нәҡ ошо уҡыу йортонда дөйөм ятаҡ тәрбиәселәре уның быға ҡәҙәр йәшеренеп ятҡан һәләттәрен асырға ярҙам иттеләр ҙә инде. Егет сәхнәлә үҙен оҫта актер, йырсы һәм ҡурайсы итеп күрһәтә алды һәм педагогия коллективының, тотош училищеның хаҡлы һөйөүен һәм абруй ҡаҙанды. Ә егеттәр ятағындағы тәрбиәсеһе Марат Зиннурович Ғәзизде һәр саҡ алдын тоторға тырышты. Егеттең ваҡ-төйәк боҙоҡлоҡтарын күбеһенсә күрмәмешкә һалыша ине ул. Бары Ғәзиз ваҡыт-ваҡыт ҡыҫанан ситкә сығып барғанда ғына айырым шелтәләп:

–Шунан, батыр булып күренмәксеһеңме? Әллә “аҡбаш” ҡотортамы? – тиер ине тәрбиәсе. – Үҙеңде ҡулға ал! Һине училищела ғына түгел, тотош район, хатта күрше райондар халҡы ла яҡшы белә. Исемеңә тап төшөрмә инде, Ғәзиз! Һин бит хәҙер туғыҙҙы бөтөп килгән анауы “ябағалар” түгел...

Тәрбиәсеһенең күҙҙәренә тура ҡарап әйткән был һүҙҙәрен аңлап та етмәй ине, шикелле... “Ниндәй ябаға? Уныһы нимәне аңлата икән?” – эстән шулай уйлаһа, тыштан бөтөнләй икенсе төрлө яуап бирҙе:

–Юҡ, юҡ, Марат Зиннурович! Бөтәһен дә аңлайым, төҙәлермен! Һеҙгә ҙур рәхмәт, һәр саҡ мине үҙ күреп, тартып торғанығыҙға!

...Марат Зиннуровичтың ғаилә ағзалары, туғандары менән дә яҡындан таныш Ғәзиз. Йыш ҡына уларҙа мунса төшөп, ҡунып та сыҡҡаны бар. Бигерәк тә Марат Зиннуровичтың әсәһе Йәмилә инәй, үҙ улындай күреп, яратты Ғәзизде.

–Килгеләп йөрө, улым. Ятаҡ ашханаһындағы аш һинең ише егеттәргә ашмы ни ул... – тиер ине әбей. – Маратым менән бик татыуһығыҙ бит, тартынма, үҙ өйөңдәге кеүек бул!

Үҙе менән бергә төрлө конкурстарға ла алып йөрөнө тәрбиәсеһе Ғәзизде. Һәр саҡ призлы урындар алып ҡайтырҙар ине. Ә уларҙың

ҡайтыуын әлеге лә баяғы Йәмилә әбей түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Ҡасан ғына ҡайтып инмәһендәр, әбейҙең ашы бешкән, ҡайнар самауыры өҫтәлдә! Уларҙы күреү менән әхирәтенә өндәшә һала һәм күмәкләшеп табын янына йыйылалар...

Шаулап-гөрләп торған уҡыу йылдары ла артта ҡалды... Ғәзиз, Марат Зиннуровичтың ярҙамы менән ҡулына ҡыҙыл диплом алып, тыуған яҡтарына ҡайтты.

–Ҡара уны, Ғәзиз, ҡыҙыл дипломды юҡҡа ғына алып бирешмәнем – артабан уҡырға тырыш! – тип оҙатты уны тәрбиәсеһе. – Юғары уҡыу йортона ингәндә дипломың ярҙам итер. Уңыштар һиңә! Гел генә “ябаға” булып йөрөмәҫһеңдер, һиңә ныҡ ышанам...

Тик был һүҙҙәр Ғәзиздең бер ҡолағынан инде, икенсеһенән сыҡты... Артабан уҡыу тураһында уйламаны ла ул, ғаилә ҡороу хаҡында ла баш ватманы... Шулай яйлап-яйлап һаҙға бата барғанын үҙе лә абайламаны.

***

Донъялар үҙгәреп, кешеләр бәйләнештә селтәре аша аралаша, кеҫә телефондарын ҡуллана башлағас ҡына – тиҫтәнән ашыу йылдар үткәс кенә табыштылар Ғәзиз үҙенең тәрбиәсеһе менән.

Өйләнгәндер, балалар үҫтерәлер, тип уйлаған Марат Зиннуровичты һаман буйҙаҡ булыуы менән аптыратты Ғәзиз.

– Өйләнеү тураһында уйламайым да әлегә, ҡайҙа ашығырға? – Тәрбиәсеһенең һорауына шулай яуап бирҙе ул. – Өйләнһәм, туйыма һеҙҙе саҡырмай буламмы инде, Марат Зиннурович?! Һеҙ минең өсөн бер туған ағайым кеүек. Рәхмәт, һаман булһа мине ҡайғыртаһығыҙ икән...

– Нисек ҡайғыртмай ти... Барығыҙ ҙа иҫтә, берегеҙҙе лә онотҡаным юҡ! – Марат Зиннурович уҡыусыһын ҡосаҡлап алды. – Ваҡыт бар әле, тип йөрөмә, ғүмер үтә лә китә ул. Унан беҙҙең халыҡта нимә тиҙәр әле? “Иртә өйләнгән – улынан, ҡыҙынан һөйөнгән!” Ишеткәнең юҡмы ни?

– Аһ, уға китһә, минең әллә нисә бала барҙыр әле... – Ғәзиз һүҙҙе шаяртыуға бормаҡсы булды. – Уларҙы кем һанаған...

– Эй, Ғәзиз, Ғәзиз... Бындай хәбәрҙе ысын булһа ла һөйләмә! Ҡайҙа етте – шунда бала ҡалдырып йөрөргә һин мал түгелһең бит! Үҙ ояңды тибеп йәшәргә кәрәк... Ҡулыңдан килмәгән эш юҡ, кәләш алып, ниәт итеп йәшәр инең...

– Шулайын шулай ҙа... Күңелгә ятҡаны осрамай бит.

– Һөрөнгән – һаҙға, һайланған – таҙға! Күп һайланһаң, туғаҙаҡ булып ҡартаяһың инде. Идеал кешеләр булмай ул, оҡшамағанын кисерә белергә кәрәк. Уйла, Ғәзиз! Һылыу ҡыҙҙарҙы түгел, аҡыллыларын күҙлә...

...Был һөйләшеүҙәренән һуң да байтаҡ йылдар үтте. Тик Ғәзиз генә ал таңдарҙы һаман яңғыҙы ҡаршылай... Марат Зиннур улы менән ара-тирә осрашып, хәбәрләшеп торалар улар. Ғәзиз үҙенең ярҙамынан ташламай, килгән һайын уныһын-быныһын эшләп китә. Элекке тәрбиәсеһенең етди ауырығанлығын яҡшы аңлай ул... унан өлкән дуҫының үҙенә күрһәткән изгелектәрен дә онотмай.

– Һәр саҡ дөрөҫ юлға әйҙәнегеҙ ҙә бит... мин генә һеҙ өйрәткәнсә йәшәй алманым, – тип үкенесен белдерә ул йыш ҡына. – Ғүмер ҙә үтеп бара, ә минең әле булһа үҙ оям юҡ...

– Төшөнкөлөккә бирелмә, Ғәзиз, – Марат Зиннурович һаман үҙенекен тылҡый. – Һин түгел, мин ҡартлыҡ хаҡында уйламайым әле... Ҡулың белмәгән эшең юҡ, өйлән, йорт һал... Йәшәүҙең мәғәнәһен аңларһың шунан. Етерҙер инде “үгеҙ үлһә ит, арба боҙолһа утын”, – тип йәшәү...

Байтаҡ ҡына өндәшмәй ултырғандан һуң, ауыр көрһөнөп, Ғәзиз яуап ҡайтарҙы:

– Дөрөҫ әйтәһең, ағай... Тик мин йәшәүҙең бер мәғәнәһен дә күрмәйем шул... Һин әйткәнсә йәшәү яҙмағандыр ул миңә... Ысынын әйткәндә, йәшәгем дә килмәй китә ҡай саҡ...

–Аңламаным? – Дөрөҫ ишетәмме, тигәндәй Марат Зиннурович Ғәзизгә һораулы ҡарашын төбәне. Унан, асыуынан ни эшләргә белмәй, урынынан тороп уҡ китте ул. – Ул нимә тигән хәбәр ул? Башыңдан сығарып ташла ундай уйыңды! Ҡолаҡҡа ятмаҫ хәбәр һөйләгәнеңсә, иртәгәге көнөңдө уйла!

Оҙаҡ ҡына ҡыҙҙырҙы остазы Ғәзизде, үҙенең бөтмәҫ кәңәштәрен бирҙе. Ахырҙа, Ғәзиз уның менән тулыһынса килешеүен белдереп, ҡулын һуҙҙы:

–Рәхмәт, ағай! Алай ҙа һин барһың! Эйе, миңә ысынлап та тормошҡа ҡарашымды үҙгәртергә кәрәктер ул...

Ярты төн ауғансы һөйләште улар. Марат Зиннурович Ғәзизгә тормош юлдашы булырҙай аҡыллы кәләш эҙләргә кәңәш итте.

–Эште оҙаҡҡа һуҙма, быйылғы йылда һин эйәле-башлы булырға тейешһең! Алла бирһә, туйыңда ултырырға яҙһын!

Өлкән дуҫының кәңәштәренән күңеле булып, ҡанатланып хушлашты Ғәзиз... Тик зәңгәр томандар артында кеүек тойолған киләсәге нисек булыр? Тап итерме ул үҙ парын? “Башта, ер алып, ваҡытлыса йәшәп тороу өсөн аласыҡ эшләргә! Унан күҙ күрер! – Таш юлдан тыуған яғына табан елдергән автобус тәҙрәһенән Ирәндек һырттарын күҙәтә-күҙәтә шундай татлы уйҙар менән елкенде егет. – Ә бит Зиннурович дөрөҫ әйтә – ғүмеремдең ҡәҙерен белмәйем мин, үҙ яҙмышыма үҙем төкөрөп ҡарайым... Бөгөндән үк барыһы ла башҡаса буласаҡ! Ә кәләшле булғас, йортома саҡырған беренсе ҡунағым мотлаҡ Марат Зиннурович булыр!”

Мараттың да уйҙары нәҡ шул тирәлә уралған мәл ине был ваҡытта... Яратҡан уҡыусыһы, яҡын дуҫы уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалырмы?
Автор: Мотал Рәмов.
Читайте нас: