Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
27 Ғинуар 2021, 16:20

Яҙыусы - шәхес - ижад

#проект #яҙыусышәхесижад Билал ауыл китапханаһында "Яҙыусы - шәхес - ижад" имемле өр - яңы проект старт алды.

Яыусыларҙың ижадын, тормош юлын өйрәнеү, әҙәбиәт һөйөүселәргә, бигерәк тә йәш быуынға уларҙың әҫәрҙәрен еткереү. Яҙыусылар, шағирҙар, матбуғат хәбәрселәре менән һәр төрлө осрашыуҙар, кисәләр үткәреү, китап, гәзит, журнал менән китап уҡыусы араһында бәйләнеш булдырыу төп бурыс булып тора.

"Шиғыр + көй = йыр" исемле йәнле һөйләшеү менән проекты башлайбыҙ. Әйҙәгеҙ, иң беренсе һорауға яуап табайыҡ: шиғыр нисек яҙыла, ниндәй шиғырға көй яҙыу еңелерәк, йырсылар иң алда шиғырға иғтибар итәме, көйгәме? Һорауҙарға яуап биреүсе шағирҙарға, композиторҙарға, йырсыларға һорауҙар биреп барырбыҙ. Башланыҡмы? Әлбиттә башланыҡ! Хәйерле сәғәттә!
Читайте нас: