Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
19 Ғинуар 2021, 01:03

Ауылға һуңғы ҡайтыу...

– Һуң, ҡәйнәм, үҙең күреп тораһың бит, Хоҙайға беҙҙең машинала урын юҡ. Бына хатта багажник та лыҡа тулы, – тип тоҙһоҙ-боросһоҙ һүҙҙәрен яуҙырҙы кейәүе...

Яңғыҙ йәшәгән Алмабикәнең бөгөн донъяһы теүәл. Ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан, күҙҙәрендә нурҙар уйнай, һөйләп һүҙҙәре бөтмәй. Шатланырға билдәле сәбәп бар – ғәзиздәре өлкән кешене ҙурлап хәл белешергә килде.

– Ҡәйнәм, һаумы! Күлдәгеңде ҡасан алдың, йәшәртеп күрһәтә, бабай димләрбеҙ инде үҙеңә, – тип кейәүе ҡул бирешеп күрешкәндә әсе телләнһә лә, ул иғтибар итмәҫкә тырышты.

Алһыу-йәшкелт төҫлө күлдәген һатып алғанға ни заман, гел кейә. Шилма, юрамал булышҡан була.

Йәштәрҙең эше бигерәк күп шул, байтаҡтан бирле ҡайтмағайнылар. Кейәүе менән ҡыҙын матур итеп ҡунаҡ итте, өрмәгән ергә ултыртманы, ике ейәнен һәм бер ейәнсәрен тупылдатып яратып туя алманы.

Яҡындарын оҙата сыҡҡанда һағышын белдермәҫкә тырышты, күстәнәстәрен бер-бер артлы сығарып кейәүенең ҡулына тотторҙо, ә уныһы автомобилдең багажнигына урынлаштырҙы. “Бынау йомортҡалар ватылып ҡуймаһын”, “ҡаймаҡты әсетмәй генә ашағыҙ”, “бәләкәстәргә күҙ-ҡолаҡ булығыҙ” тип үҙенсә кәңәш-төңәш бирҙе.

– Йышыраҡ ҡайтып йөрөһәгеҙсе, – тине инәй оҙата сыҡҡанда, күҙ йәштәренә ирек ҡуйыуҙан саҡ тыйылып. – Аллаһ Тәғәлә үҙегеҙҙе бәлә-ҡазаларҙан ҡурсалаһын, ышанығыҙ, Ул һәр саҡ һеҙҙең менән.

– Һуң, ҡәйнәм, үҙең күреп тораһың бит, Хоҙайға беҙҙең машинала урын юҡ. Бына хатта багажник та лыҡа тулы, – тип тоҙһоҙ-боросһоҙ һүҙҙәрен яуҙырҙы кейәүе.

...Ә иртәгәһенә Алмабикәгә ҡот осҡос хәбәр еткерҙеләр: ғәзиз кешеләре юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған, барыһы ла фажиғә урынында йән биргән...

Аллаһ Тәғәләне бер ҡасан да иҫтән сығармаһаҡсы, һүҙебеҙҙе уйлап, үлсәп һөйләһәксе...

Фото: stihi.ru

Автор: Ильдар Акьюлов.
Читайте нас: