Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
12 Ғинуар 2021, 12:00

Тормош юлдары

#ижадкөнөОло юлға сыҡһамБәхетемдәнЙә ямғыры яуа,йә ҡары.Тәбиғәткә ҡаршы барып булмай,Ышанырға ҡала ни бары...

Оло юлға сыҡһам
Бәхетемдән
Йә ямғыры яуа,йә ҡары.
Тәбиғәткә ҡаршы барып булмай,
Ышанырға ҡала ни бары.

Мин ышанам
Ҡарлы ямғырҙан һуң
Юлдарымда ҡояш балҡыуын.
Мин яратам
Иркен яландан һуң
Алдарымда тауҙар ҡалҡыуын.

Барған саҡта алыҫ,
Тик ҡайтҡанда
Ниңә яҡын шул уҡ саҡрымдар?
Үҙ йортоңда бәрәңге лә танһыҡ,
Тиҙ бүктерә сит -ят табындар.

Һәр кешенең яҙмышына яҙған
Төрлө була тормош юлдары.
Оҙон юлға сыҡһам
Бәхетемдән
Йә ямғыры яуа,йә ҡары...
Гүзәл Сиражетдинова
Читайте нас: