Һаҡмар
+7 °С
Облачно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Әҙәби бит
10 Января 2021, 18:00
Мин күктәрҙән һине һорап алдым...
СВЕТЛАНА НАСЫРОВА:Мин күктәрҙән һине һорап алдым,Һорап алдым ошо донъяларға!Теләгемде ҡат-ҡат ҡабатланым,Ураным да моңло доғаларға...
Мин күктәрҙән һине һорап алдым,
Һорап алдым ошо донъяларға!
Теләгемде ҡат-ҡат ҡабатланым,
Ураным да моңло доғаларға.
Мин күктәрҙән һине һорап алдым,
Теләп алдым өҙөлөп һөйгән өсөн,
Тыумаҫ элек йөрәгемә тулған
Һөйөү нуры бит һин, бәләкәсем.
Һинең менән бергә бәхет тыуҙы,
Һөйөү тыуҙы ташып даръяларға,
Мин таптыммы һине, һинме мине -
Тыуҙым төҫлө ҡабат донъяларға.
Эй, матур ҙа тормош һинең менән,
Балаҡайым, йөрәк-бауырҡайым.
Әсәйлекте тоймай мәхрүм ҡалһам,
Белмәҫ инем бәхет дарыуҡайын...
Мин күктәрҙән һине һорап алдым,
Моңдан ғына торған ҡошсоғом һин!
Рәхмәт һиңә, доғаларым тыңлап,
Йөрәк бишегемә ҡунған өсөн!
Светлана Насырова.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"